Себряков Михаил Васильевич
Михаил Васильевич Себряков | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Дон Ғәскәре Ере станица Скуришенская станицаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Усть-Медведицкий округының Себрово слободаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Жанр: |
шиғриәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
рус телендә |
Себряков Михаил Васильевич (1798, Дон Ғәскәре Ере Скуришенская станицаһы — 1882 йылдың 20 декабрендә Усть-Медведицкий округындағы Себрово слободаһы) — рус шағиры, ғалим, рәссам.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Васильевич В. Себряков Дон Ғәскәре Ере Скуришенская слободаһында В. М. Себряков ғаиләһендә тыуа. Харьков университетының математика факультетында уҡый.
Лейб-гвардия казак полкында хеҙмәт итә. Полкта Себряковҡа түбәндәге дәрәжәләр: 1817 йылдың 20 ғинуарында — урядник; 1819 йылдың 10 майында — лейб-гвардия казак полкы юнкеры; 1820 йылдың 25 февралендә — портупей-юнкер; 1820 йылдың 24 мартында — корнет; 1825 йылдың 18 июнендә — поручик исемдәре бирелә; 31 август 1825 йылдың 31 авгусынан1826 йылдың 3 апреленә саҡлы полкта император Александр I һәм императрица Елизавета Алексеевна килгән ваҡытта Таганрог янындағы нарядта хеҙмәт итә; 1827 йылдың 5 ноябрендә — хәрби хеҙмәттән отставкаға сыҡҡан штабс-ротмистр. 1827 йылда штаб-ротмистр чинында отставкаға сыға[1].
Артабан ғәскәри коллегияның хәрби казначейы, асессоры, Дон өлкә дворяндары етәксеһе булып эшләй. Унда М.В. Себряковтың Усть-Медведицкий округындағы Себрово слободаһында ҙур усадьбаһы була. Себрово слободаһындағы йортонда уның ҙур китапханаһы, физик һәм тәбиғәт-тарихи кабинеттары, кескәй обсерваторияһы һәм метеорология станцияһы була.
1882 йылдың 20 декабрендә вафат була, шунда (Себрово слободаһында) 1882 йылдың 23 декабрендә Святитель Митрофан сиркәүендә ерләнә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1869 йылда Себряков Михаил Васильевич, Сатурн планетаһы һүрәттәрен өҫтәп, «Өс юлдаш» брошюраһын; «Бациляриялар тураһында» (бер күҙәнәкле ылымыҡтар) китабын, «Орхидеялар» шиғыр йыйынтығын баҫтырып сығара. Һынлы һүрәт сәнғәте, графика, архитектура — уның ҡыҙыҡһыныу сфераһы була. Уны ойоштороусылар. Себровола ул Скуришенская станицаһындағы Святитель Митрофан хөрмәтенә төҙөлгән ҡорам күсермәһе рәүешендә эшләнгән йорт сиркәүе ҡора.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Астапенко М. П., Астапенко Г. Д., Астапенко Е. М. Казачья доля — Дон, степь да воля. Ростов н/Д, 2014. с. 303, 320 с.: ил. ISBN 978-5-87259-806-0
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Себряковы в истории нашего города Михайловка в ХIХ веке…
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Михаил Васильевич Себряков 2017 йыл 12 декабрь архивланған.