Седов Марк Пименович
Седов Марк Пименович | |
рус. Марк Пименович Седов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1923 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 август 1988 |
Уҡыу йорто | Түбәнге Новгород дәүләт техник университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Седов Марк Пименович (25 март 1923 йыл — 1 август 1988 йыл) — СССР-ҙың хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер, техник фәндәр кандидаты (1975). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Химия сәнәғәте министрлығының Дзержинскиҙағы «Капролактам» призводство берекмәһе директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марк Пименович Седов 1923 йылдың 25 мартында Түбәнге Новгород ҡалаһында рус хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуған.
1941—1948 йылдарда Хәрби-Диңгеҙ Флотында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
1948 йылдан Совет Армияһы сафынан демобилизацияланғандан һуң, аппаратсы вазифаһында эшләй башлай, артабан СССР Химия сәнәғәте министрлығының «Капролактам» заводында смена начальнигы, цех етәксеһе һәм производство етәксеһе итеп билдәләнә. 1951 йылда Дзержинск химия-механика техникумының ситтән тороп тамамлай. 1953 йылдан 1958 йылға тиклем Горький политехник институтының киске бүлегендә уҡый.
1966 йылдан 1970 йылға тиклем СССР Химия сәнәғәте министрлығының «Капролактам» производство берләшмәһе етәксеһе булып эшләй. М. П. Седов етәкселегендә һәм уның ҡатнашында, фән һәм техниканың һуңғы ҡаҙаныштары буйынса технологик яңылыҡтар менән йыһазландырарлған поливинилхлорид һәм этилен окиси производствоһы төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла, предприятиеға директор тырышлығы менән производство белән автоматлаштырылған идара итеү системаһы индерелә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 20 апрелендәге Указы менән Марк Пименович Седовҡа Ленин ордены тапшырыла.
1976 йылдың 5 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указына менән «Туғыҙынсы биш йылык планын, социалистик йөкләмәләрҙе һәм химия сәнәғәтен үҫтереүҙәге ҡазаныштары өсөн» Марк Пименович Седовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә, ул икенсе Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән бүләкләнә.
1975 йылда «Хлорлашҡан поливинилхлорид алыу процессының физик-химик закондары һәм интенсификацияһы» тигән темаға техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[1].
Төп эше менән берлектә йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә мәшғүл була: хеҙмәтсәндәр депутаттарының Горький өлкә Советы һәм Дзержинск ҡала Советы депутаты, КПСС-тың Горький өлкә комитеты һәм Дзержинск ҡала комитеты ағзаһы итеп һайлана, 1976 йылда КПСС-тың ХХV съезында делегат булып ҡатнаша.
1988 йылдың 1 авгусында вафат була, Дзержинск ҡалаһының яңы зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (05.3.1976)
- ике Ленин ордены (20.4.1971; 05.3.1976)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (18.05.1983)
- «Почёт Билдәһе» ордены (28.5.1968)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дзержинск ҡалаһында 2013 йылда Герой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ РГБ
- ↑ С. Кузоватов. Седов, Марк Пименович . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 21 август 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Социалистического Труда — горьковчане Книга 1. Горький, 1984 г.
- 1923 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгородта тыуғандар
- 1 августа вафат булғандар
- 1988 йылда вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Техник фәндәр кандидаттары
- КПСС ағзалары
- КПСС-тың XXV съезы делегаттары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 25 мартта тыуғандар
- Түбәнге Новгород техник университетын тамамлаусылар