Эстәлеккә күсергә

Сельские узоры (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сельские узоры
Нигеҙләү датаһы 1992
Әҫәрҙең теле урыҫ теле

Сельские узоры — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә ике айға бер (йылына алты) тапҡыр урыҫ телендә нәшер ителеүсе фәнни-производство һәм аграр журналы, 1992 йылдан башлап сыға.

«Сельские узоры» журналы 1991 йылдың 14 авгусында Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаусылар ассоциацияһы, БССР-ҙың Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы, Башҡортостан ауыл хужалығы институты, Башҡортостан Агробанкы, БССР-ҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциацияһы һәм Республиканың ҡошсолоҡ буйынса «Башҡорт» производство берләшмәһе тарафынан берлектә ойошторола. Уның уставы БССР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары азатлығын һаҡлау буйынса дәүләт инспекцияһы тарафынан 1991 йылдың 9 сентябрендә теркәлә.

1994—1998 йылдарҙа баҫманың ойоштороусылары булып Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты сығыш яһай, 1998 йылда ойоштороусылар рәтенә тағы ла Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты өҫтәлә.

2000 йылда журнал редакцияһы «дәүләт учреждение» статусы менән дәүләт милкенә индерелә, һәм баҫма ошо сифатта Рәсәй Федерацияһының Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар һәм киң коммуникация саралары министрлығының Волга буйы биләмә-ара идаралығында теркәү үтә һәм № 7-1756 танытма ала.

2006 йылдан журнал редакцияһы «Башҡортостан Республикаһының ҡаҙна предприятиеһы» итеп үҙгәртелә һәм ул ваҡыттағы «Башҡортостан Хөкүмәте» ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ҡулы аҫтына бирелә. Журналдың ойоштороусыһы булып Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы теркәлә.

2015 йылда республиканың матбуғат сараларына ҡағылышлы үткәрелгән үҙгәртеүҙәрҙән һуң «Сельские узоры» журналы редакцияһы «Башҡортостан Республикаһының „Башҡортостан Республикаһы“ матбуғат йорто Дәүләт унитар предприятиеһы» филиалы статусын алды.