Эстәлеккә күсергә

Семёнова Нина Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Семёнова Нина Григорьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 6 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Новомосковск, Узловский район[d], Тула өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 август 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Новомосковск, Тула өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Семенова Нина Григорьевна (6 апрель 1940 — 30 август 2010) — совет химия сәнәғәте алдынғыһы, СССР минераль ашламалар етештереү Министрлығының В. И. Ленин исемендәге Новомосковск «Азот» производство берекмәһе аппаратсыһы, Тула өлкәһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

1940 йылда Сталиногорск ҡалаһында, хәҙер Тула өлкәһенең Новомосковск ҡалаһы, күп балалы ғаиләлә тыуған[1]. Мәктәптә уҡыуҙы тамамлағандан һуң Сталиногорск химия заводында машинист ярҙамсыһы булып эшләй башлай.

1966 йылда Новомосковск химик-механик техникумын тамамлағандан һуң, комбинатта һыуытҡыс ҡулайламалар машинисы вазифаһында эшләй башлай. Һуңыраҡ аппаратсы эшенә күсә, ә 1972 йылдан өлкән аппаратсы була. 1968 йылдан алып КПСС ағзаһы[1].

Химия комбинатында оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә үҙен дисциплиналы хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Йәнәш профессияларҙы бергә ҡушыу инициаторы. Бер нисә биш йыллыҡ йомғаҡтары буйынса орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә[1].

«Ҙур производство ҡаҙаныштары, унынсы биш йыллыҡ заданиеларын һәм социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәгәне, күрһәткән хеҙмәт ҡыйыулығы өсөн», СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 6 апрелендәге указына ярашлы, Семенова Нина Григорьевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[2].

Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем «Азот» фәнни производство берекмәһендә эшләүен дауам итә[1].

Тула өлкә советы депутаты итеп һайланып, 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты сифатында, Тула өлкәһе һәм тармаҡ исеменән эш алып бара[1].

Новомосковск ҡалаһында йәшәй. 2010 йылдың 30 авгусында вафат була. Ҡала зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (06.04.1981);

- ике Ленин ордены (20.04.1971, 06.04.1981);

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.03.1976);

- «Почёт Билдәһе» ордены (28.05.1966);

- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы;

- башҡа миҙалдар.

- Новомосковск ҡалаһының почетлы гражданы.

  • 2013 йылдың 20 авгусында Герой йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйыла.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Тимур Каримов. Семёнова Нина Григорьевна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 23 апрель 2020.
  2. Энциклопедия. Г.... Герои Социалистического Труда Тульской области. Тульский-край.РФ. Дата обращения: 23 апрель 2020.