Сергеева Екатерина Степановна
Сергеева Екатерина Степановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 24 декабрь 1919 |
Вафат булған көнө | 26 декабрь 2006 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Сергеева Екатерина Степановна (24 декабрь 1919 йыл — 26 декабрь 2006 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатерина Степановна Сергеева (Васильева) 1919 йылдың 24 декабрендә Псков өлкәһе Порховский районы Опочно ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1941 йылдан 1944 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында Е. С. Сергеева үҙенең бәлиғ булмаған ҡыҙы менән немец-фашист ғәскәрҙәре ваҡытлыса оккупациялаған биләмәлә йәшәй, Балтик буйындағы концлагерға ҡыуып алып кителә.
1944 йылда азат ителеп, тыуған ауылы Опочноға ҡайта, Псков өлкәһе Порховский районы «Полоное» совхозында һауынсы булып эшләй башлай.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үҙенә беркетелгән һыйырҙарынан һөт һауыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 1948 йылда 10 һыйырҙың һәр береһе 5212-шәр килограмм һөт бирһә, 1949 йылда һигеҙ һыйырҙың һәр береһенән уртаса 6794 кг һөт һауа.
СССР Юғары Советы Президиумының 1950 йылдың 5 октябрь Указы менән «1949 йылда ауыл хужалығы продукттары тапшырыу буйынса дәүләт планын һәм продуктив мал-тыуарҙың һәм ҡош-ҡорттоң һәр төрө үрсеү планын арттырып үтәгәндә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн» Екатерина Степановна Васильеваға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Артабан ул, Ленинград ауыл хужалығы мәктәбендә малсылыҡ бригадирҙары курстарын тамамлап, Порховский районы «Полоное» совхозының һөт-тауар фермаһы коллективын етәкләй.
1975 йылдан — хаҡлы ялда. Порховский районы Полоное ауылында, ә ғүмеренең һуңғы йылдарында — Санкт-Петербургта йәшәй. 2006 йылдың 26 декабрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (5.10.1950)
- Ленин ордены (5.10.1950)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (28.07.1948)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Время выбрало их. Псковичи — Герои Социалистического Труда / Никитенко Н.. Псков. 2003 г.
- 24 декабрҙә тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- 26 декабрҙә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Һауынсылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Псков өлкәһендә тыуғандар