Сергий Радонежский сиркәүе (Новочеркасск)
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Сергий Радонежский сиркәүе
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Новочеркасск, Ростов өлкәһе |
Конфессия | Православие |
Епархия | Ростов һәм Новочеркасск епархияһы |
Төҙөлөшө | 1999—2001 йылдар |
Настоятель | Протоиерей Евгений Валентинович Маштанов[1] |
Бөгөнгө хәле | Ғәмәлдәге |
Сайт | Рәсми сайт |
Сергий Радонежский сиркәүе — Новочеркасск благочиниеһына ҡараған Новочеркасск ҡалаһындағы православие сиркәүе[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Новочеркасск синтетик аҙыҡ-түлек заводы эшселәре 1999 йылдың 10 мартында завод территорияһында торған, төҙөлөп бөтөлмәгән граждандар оборонаһы ҡоролмаларын Урыҫ Православие Сиркәүенең ғибәҙәтханаһы итеп реконструкциялау тураһында резолюция ҡабул иткәндәр. Сиркәүҙе радиациянан һаҡланыу нығытмаһы торған подвал өлөшөндәтөҙөргә ниәтләнгәндәр. Ошо уҡ йылдың 3 июнендә бағыусылар советы төҙөлгән, ә сиркәүҙе ҡарап төҙөтөү кураторы итеп дин әһеле Евгений Валентинович Маштановты тәғәйенләгәндәр. 1999 йылдың 24 июнендә Ростов һәм Новочеркасск архиепискобы Пантелеимон фатихаһы менән сиркәүҙең беренсе ташын һалғандар. Баш архитектор Борис Райченковтың проекты буйынса сиркәүҙе биш көмбәҙле башлы, төньяғында утыҙ метр бейеклегендәге ҡыңғырауҙар манаралы итеп төҙөү ҡаралған[3].
Төҙөлөш барған саҡта уҡ, 2000 йылдан башлап, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бина барлыҡҡа килгәс, сиркәүҙә молебендар башланған, 2001 йылдың 11 ғинуарында сиркәү ҡыңғырауҙар манараһының көмбәҙе һәм тәреһе Новочеркасск благочинный протоиерейы Олег Добринский тарафынан изгеләндерелгән. 10 апрель көндө манараға изгеләндерелгән ҡыңғырауҙар мендереп аҫҡандар. 17 апрелдә беренсе Пасха молебены үткәрелгән . Сиркәүҙең биш көмбәҙен 2001 йылдың 21 авгусында Ростов һәм Новочеркасск архиепискобы Пантелеимон изгеләндергән. Сиркәүҙең беренсе хужаһы (настоятеле) итеп 2001 йылдың 10 октябрендә иерей Георгий Жилин тәғәйенләнеп ҡуйылған. 2002 йылдың Пасха байрамы алдынан сиркәүҙә ҡойолған таш плитәлә төшөрөлгән иконалар ҡуйылған иконостас урынлаштырылған. Колокольняға ете ҡыңғырау ҡуйғандар[4].
2015 йылда сиркәүҙең стеналарына һәм көмбәҙҙәренә рәсемдәр төшөргәндәр. Сиркәүҙә йәкшәмбе мәктәбе, православие йәштәр клубы, ҡул эштәре һәм сиркәү йыры түңәрәктәре, китапхана эшләй. Сергия Радонежский сиркәүенең мәхәлләһенә Рәсәй армияһының 42303 хәрби бүлеге беркетелгән.
Адресы: 346416, Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Харьков шоссеһы, 10а һанлы йорт.[5]