Сестра (Оло Ырғыҙ ҡушылдығы)
Сестра | |
Ҡайҙа ҡоя | Оло Ырғыҙ |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Дурная (Сестра ҡушылдығы), Смородинка[d] һәм Ҡоро Кәмәлек |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Һарытау өлкәһе һәм Һамар өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 97 km |
Сестра — Рәсәйҙәге йылға. Һарытау һәм Һамар өлкәләре биләмәләрендә аға. Оло Ырғыҙҙың һул ҡушылдығы[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға оҙонлоғо 97 км, бассейн майҙаны 1680 км²[2]. Йылға Яңы Кәмәлек ауылынан[3] яҡынса 5 км төньяҡ-көнбайышта, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районындағы Дөйөм Һырт тау армыттарында баш ала.
Үрге ағымында бер аҙ төньяҡ-көнбайышҡа аға, артабан көньяҡ-көнбайышҡа борола, Һарытау өлкәһенең Перелюб районы биләмәһенә инә[4] һәм яйлап, дуға барлыҡҡа килтереп, уңға тайпыла[5]. Түбәнге ағымында Ивантеевский районы буйлап аға. Оло Ырғыҙ йылғаһының һул ярына тамағынан 425 км өҫтәрәк, Яблоновый Гай ауылынан 2,5 км көньяҡтараҡ (түбәндәрәк)[6] ҡушыла.
Үҙәне бик күп иҫке үҙәндәре менән боролмалы. Эҫе ваҡытта үҙәне күлдәр сылбыры хасил итеп кибә[7].
Йылғаның һул яры буйлап ҙур һуҙымында Пугачев — Красногвардеец тимер юлы үтә.
Тораҡ пункттар
Йылға буйында (башынан): Аверьяновский, Сёстры (икеһе лә — Һамар өлкәһенеке), Смоленка, Новый Перелюб, Смородинка, Грачёв Куст, Аннин Верх, Кожевский, Канаёвка, Сёстры (барыһы ла — Һарытау өлкәһенеке).
Бассейнында: Октябрьский, Пригорки, Поперечный, Гусарка, Новокачановский, Наука (барыһы ла — Һарытау өлкәһенеке).
Ҡушылдыҡтары (тамағынан, йәйәләр эсендә оҙонлоғо км-ҙа күрһәтелгән)
- 33 км һул: Ҡоро Кәмәлек (57)
- 49 км һул: Смородинка (14)
- 59 км һул: Дурная (17)
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Оло Ырғыҙ башынан Сулак һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — аҫбассейны юҡ. Йылға бассейны — Волга үрге Куйбышев һыуһаҡлағысынан Каспий диңгеҙенә ҡойғанға тиклем.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
— Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001612112100009742
— Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100974
— Бассейн коды — 11.01.00.016
— ГӨ буйынса томы — 12
— ГӨ буйынса сығарылыш —1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сестра́ // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 334. — ISBN 5-86066-017-0.
- ↑ 2,0 2,1 «Сестра» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Карта бите N-39-137-D.
- ↑ Карта бите N-39-137-С.
- ↑ Карта бите M-39-5-A-a.
- ↑ Лист карты N-39-136 Мосты. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1983 г.
- ↑ Яндекс.Карты (спутниковый снимок местности) .