Эстәлеккә күсергә

Сечь уҡсылары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сечь уҡсылары
Ғәмәлдә булған йылдары

1917—1919

Ил

Украина Халыҡ Республикаһы Украина Халыҡ Республикаһы

Составында

Украина Халыҡ Республикаһы армияһы

Численность

25 меңгә тиклем

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Коновалец Евгений Михайлович

-
 Сечь уҡсылары Викимилектә
Сечь уҡсылары 1917—1921 йылдарҙағы Украина революцияһында
1918 йылдың ғинуарында Киевты яулап алғандан һуң Сечь уҡсыларының беренсе отряды

Сечь уҡсылары (укр. Січові Cтрільці) ― Украина Халыҡ Республикаһы армияһының тәүге регуляр хәрби частарының береһе. Подразделение 1917 йылдан 1919 йылға ҡәҙәр булған һәм Австро-Венгрия армияһының украин һалдаттарынан, төбәк халыҡ вәкилдәренән һәм Австро-Венгрия армияһы Украин сечь уҡсыларының элекке командирҙарынан торған.

Беренсе курень Киевта 1917 йылдың 13 ноябрендә ойошторола, уның менән командованиены үҙенең штаб начальнигы Андрей Мельник менән бергә полковник Евгений Коновалец ала. Сечь уҡсылары составына бер үк ваҡытта 25 меңгә яҡын һалдат керә. Ғәскәрҙәр төркөмөнә артиллерия, кавалерия, разведка һәм пулемёт подразделениелары инә.

Сечь уҡсылары баш ҡалала большевистик ихтилалға ҡаршы Украина Халыҡ Республикаһының хөкүмәтен яҡлай, ә һуңыраҡ 1918 йылда Украинала һөжүмгә күскән Ҡыҙыл Армияның регуляр көстәренә ҡаршы һуғыша. 1918 йылдың мартында Киевты ҡыҙылдарҙан азат иткәндән һуң, Сечь уҡсылары баш ҡалала хөкүмәт биналарын һаҡлайҙар һәм ҡалала тәртип тоталар. Ғәскәрҙәр төркөмө киңәйтелә: уға ике пехота отряды, кавалерия часы һәм артиллерия батареяһы керә.

Павел Скоропадский етәкселегендәге Икенсе Гетманат режимы иғлан ителгәс, Сечь уҡсылары яңы хөкүмәткә хеҙмәт итергә баш тарта һәм уларҙы гетманды яҡлап сыҡҡан немец ғәскәрҙәре ҡоралһыҙландыра. Уҡсылар отрядынан һалдаттар башҡа көстәргә, айырым әйткәндә Пётр Болбочан командалығындағы 2-се Запорожье полкына ҡушыла. 1918 йылдың авгусында Скоропадский Белая Церковь ҡалаһында отрядтың өлөшләтә яңынан ойошторорға рөхсәт бирә. Яңы подразделение 1200 кешенән тора һәм пехота полкына, артиллерия батареяһына һәм инженер часына бүленә. Белая Церковь ҡалаһында Сечь уҡсылары гетман Скоропадскийға ҡаршы ихтилал күтәрә, уларҙың сафы арта бара һәм 1918 йылдың ноябрендә 11 мең кешегә барып етә. Бынан һуң ике башҡа дивизия (Днепр һәм Ҡара диңгеҙ) берләшмә составына инә. 1918 йылдың аҙағында новобранецтар менән бергә уҡсыларҙың сафы 25 меңгә барып етә. Уҡсылар Симон Петлюра етәкселегендәге Директория режимы барлыҡҡа килеүендә хәл иткес рол уйнай. Декабрҙә уларҙың отрядтары Киевты баҫып ала һәм аҙаҡ бәләкәйерәк формированиеларға бүленә.

Уҡсылар подразделениелары Украинала һөжүмгә күскән большевиктар армияһына ҡаршы һуғышын дауам итә. Киевты ҡыҙылдар йәнә яулап алғас, Директория хөкүмәте менән бергә уҡсылар баш ҡаланан ҡасалар. Уҡсылар шулай уҡ генерал А. И. Деникин етәкселегендәге Аҡтар хәрәкәте ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. 1919 йылда подразделениелар алыштарҙа, ә һуңыраҡ сабыртмалы тифтан ҙур юғалтыуҙар кисерә. 1919 йылдың 6 декабрендә уҡсылар тулыһынса демобилизациялана. Ҡайһы бер элекке һалдаттары Польша армияһына алына, башҡалары Украиналағы башҡа бәләкәй отрядтар составына һуғышыуын дауам итә.

  • Orest Subtelny. Ukraine. A history. University of Toronto press. 1994. ISBN 0-8020-0591-8.
  • Paul Robert Magocsi. The Roots of Ukrainian Nationalism: Galicia As Ukraine's Piedmont. University of Toronto Press. 2002. ISBN 0-521-81988-1.