Симоненко Владимир Борисович
Симоненко Владимир Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 август 1948[1] (76 йәш) |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | медицина |
Эш урыны | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми исеме | профессор[d], профессор[d], член-корреспондент Российской академии медицинских наук[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Симоненко Владимир Борисович (25 август 1948 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, хәрби-ялан терапияһы өлкәһендә белгес, медицина хеҙмәтенең генерал-майоры (1995), Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2005), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылдың 25 авгусында Ленинград ҡалаһында тыуған.
1972 йылда С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын ҡыҙыл дипломға тамалай.
1972 йылдан 1973 йылға тиклем армияла хеҙмәт итә, Балтик флотының ғәскәри частарында медицина хеҙмәте начальнигы.
1973 йылдан алып 1989 йылға тиклем — С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияла эшләй, унда хәрби-диңгеҙ һәм госпиталь терапияһы кафедраһы янында адъюнкттан алып хәрби-диңгеҙ һәм госпиталь терапияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй.
1976 йылда кандидатлыҡ, ә 1987 йылда — докторлылыҡ диссертацияларын яҡлай.
1989 йылдан 1994 йылға тиклем — П.В. Мандрык Үҙәк хәрби клиник госпиталдең баш терапевты — СССР Оборона министрлығының баш терапевты урынбаҫары.
1994 йылдан 2012 йылға тиклем — П. В. Мандрык исемендәге Үҙәк хәрби клиник госпиталь начальнигы, 2012 йылдан 2014 йылға тиклем — П.В. Мандрык исемендәге Медицина уҡыу-ғилми үҙәгенең начальнигы
1995 йылдан — терапия кафедраһы профессоры, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының табиптарҙың белемен камиллаштырыу буйынса Дәүләт институтында терапия буйынса табиптарҙың белемен камиллаштырыу кафедраһы начальнигы (хәрби-диңгеҙ терапия курсы менән) (2003—2011).
1998 йылдан алып — Хәрби-диңгеҙ флотының баш терапевты-консультанты, 2003 йылдан 2008 йылға тиклем — РФ Оборона министрлығының баш кардиологы.
1999 йылда — Рәсәй ракета һәм артиллерия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
2005 йылда — Рәсәй медицина фәндәре акаедмияһының ағза-корреспонденты булып һайлана.
2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (Рәсәй Фәндәр академияһына Рәсәй медицина фәндәре академияһының һәм Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының берләшеүе сиктәрендә).
2015 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы филиалында ашығыс тороштар терапияһы кафедраһы профессоры
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: хәрби һәм көндәлек эшмәкәрлек шарттарында яраланған һәм ауырыған кешеләргә ярҙамдың рациональ формаларын күрһәтеүҙе практикаға индереү һәм фәнни нигеҙләү .
Хәрби ваҡыттарҙа организмға зыянлы факторҙарҙың тәьҫир итеүе менән бәйле сирҙәрҙең патогенезын һәм клиникаһын өйрәнеүҙе алып бара.
675 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 32 монографи авторы.
Уның етәкселегендә 38 кандидатлыҡ һәм 14 докторлыҡ диссертациялары яҡлана.
«Клиническая медицина» журналының баш мөхәррире, «Сердце», «Сердечная недостаточность», «Клиническая геронтология», «Военно-медицинский журнал» журналдарының мөхәррирәт коллегияһы ағзаһы
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2008)
- Почет ордены (2001)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1994)[2]
- РФ МО награда ҡоралы (1996)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Симоненко Владимир Борисович // https://www.biografija.ru/biography/simonenko-vladimir-borisovich.htm
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16.01.1998 № 48 . kremlin.ru. Дата обращения: 22 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Владимира Борисовича Симоненко РФА рәсми сайтында
- Субмарина, Марина и военная медицина (неопр.). flot.com. Дата обращения 21 ноября 2019.
- 25 августа тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамалаусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- Рәсәйҙең атҡаҙанған табиптары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары