Синявская Ольга Александровна
Синявская Ольга Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 декабрь 1924 |
Вафат булған көнө | 23 февраль 2006 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Синявская Ольга Александровна (1924—2006) — СССР һәм Рәсәй табип-педиатры, ғалим һәм педагог; медицина фәндәре докторы, профессор.
300-ҙән ашыу фәнни эштәр, шул иҫәптән 3 монография авторы[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ольга Александровна Синявская 1924 йылдың 14 декабрендә тыуған.
Юғары уҡыу йортон тамамлау менән Свердловск дәүләт медицина институтында (хәҙер Урал дәүләт медицина университеты, УГМИ) илле йыл дауамында эшләй, унда утыҙ йылдан ашыу госпиталь педиатрия кафедраһы мөдире, ул артабан педиатрия факультетының балалар ауырыуы кафедраһы тип атала[2] . 1964—1968 йылдарҙа, доцент, медицина фәндәре кандидаты булараҡ, балалар ауырыуҙары пропедевтикаһы кафедраһы мөдире булып эшләй.[3] 1968 йылда «Материалы по изучению этиологии, патогенеза, клиники и терапии экссудативного диатеза у детей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
О. А. Синявская етәкселегендә кафедрала аллергия, гастроэнтерология, нефрология, эндокринология, иммунология, иртә йәштәге балаларҙа дистрофия һәм анемия, балаларға махсуслаштырылған ярҙам ойоштороу проблемалары буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары планында фәнни-тикшеренеү эштәре башҡарыла. Уның етәкселеге аҫтында бөтәһе 30 кандидатлыҡ һәм 6 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана[2]
Урал дәүләт медицина университетының ғалим-педиатрҙарының берлектәге фәнни һәм практик эшмәкәрлеге Уралда һәм илдә аллергодерматоз балаларға махсуслаштырылған ярҙамды ойоштороуҙы камиллаштырыуҙа сағылыш таба. Аллергодерматоз балаларға Свердловск махсуслаштырылған үҙәгенә оҡшаш -үҙәктәр Новосибирск, Тверь, Калиниград, Мурманск, Норильск, Владтвосток һәм Иркутск ҡалаларында ойошторола.
Ольга Синявская «Вестник педиатра» журналының редколлегия ағзаһы булып тора, съездарҙа, конгрестарҙа, балалар проблемаһы буйынса конференцияларҙа, шул иҫәптән халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнаша. Ул лекциялар уҡый һәм практик дәрестәр үткәрә — йәш ғалимдар һәм студенттар менән белемен уртаҡлаша. Педиатрия факультеты деканы була, һәм күп йылдар дауамында педиатрия һәм кардиология буйынса диссертация советы рәйесе, педиатрия буйынса проблема комиссияһының рәйесе, шулай уҡ балалар табиптары йәмғиәтенең рәйесе булып тора[1]
2006 йылда Екатеринбургта вафат була.
Ольга Александровна Синявская «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар, шул иҫәптән «Хеҙмәт батырлығы» өсөн миҙалы менән бүләкләнә.
11 декабрҙә 1-се Свердловск Өлкә балалар клиник дауаханаһында О.А.Синявскаяның тыуыуына 90-йыллыҡ уңайынан мемориаль таҡта асыу тантанаһы үтә.[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Памяти доктора медицинских наук, профессора Ольги Александровны Синявской (1924—2006) 2021 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Люди города: Ольга Синявская — талантливый врач, ученый, педиатр
- ↑ История кафедры факультетской педиатрии и пропедевтики детских болезней УГМИ
- ↑ У детской больницы появился свой Ангел-хранитель