Эстәлеккә күсергә

Сиротанович Алия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сиротанович Алия
сер. Alija Sirotanović
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Тыуған көнө 14 август 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Орахово[d], Бреза[d], Бреза[d]
Вафат булған көнө 16 май 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Трторичи[d], Бреза[d], Бреза[d]
Һөнәр төрө шахтёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Героя социалистического труда

Алия Сиротанович (сер. Alija Sirotanović; 14 август 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}), Орахово[d]16 май 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (75 йәш), Трторичи[d]) — югослав шахтёры, хеҙмәт ударнигы һәм ЮФСР- да стаханов хәрәкәтен башлап ебәреүсе, Югославия Федератив Социалистик Республикаһының Социалистик хеҙмәт Геройы.

Этник босниялы, мосолман ғаиләһендә тыуған. Босния Бреза ҡалаһы эргәһендәге күмер шахталарында эшләгән.

1949 йылдың 24 июлендә күмер сығарыу буйынса донъя рекордын ҡуя, һигеҙ сәғәтлек сменала үҙенең бригадаһы менән 152 тонна күмер сығара, норманы 215 %-ҡа арттырып үтәй (72 норма булғанда 253 вагонетка). Ике көндән һуң уның ҡаҙанышын шул уҡ рудниктың шахтёры Никола Шкобич уҙып китә, ул сменаһына 14 тоннаға күберәк күмер бирә.

Югославияла социалистик ярыштарға старт биреп, тере легендаға, эшсе синыфтың символына һәм СФРЮ — ның идеологик символына әүерелә[1].

1990 йылдың 16 майында тулы фәҡирлектә вафат була.

  • Социалистик хеҙмәт Геройы ордены;
  • күп һанлы ордендар һәм миҙалдар.
  • А. Сиротановичтың портреты иҫән сағында уҡ 20 000 номиналындағы 1987 йылғы югослав динарҙары СФРЮ банкнотаһына ҡуйыла;
  • Герой эшләгән шахтала уның бюсы ҡуйылған;
  • Алия Сиротановичтың исеме тыуғанауылы Трторичиҙың урамына бирелгән.
  1. По легенде, когда Иосип Броз Тито после вручения А. Сиротановичу Ордена Героя социалистического труда, спросил, что ему нужно, тот попросил лишь лопату побольше. Впоследствии, шахтёрская лопата, созданная специально для Алии, получила название «сиротановичка».