Скилла (мифология)
Скилла | |
Зат | инә зат |
---|---|
Әсәһе | Кратеида[d] һәм Геката |
Алла ... ҡарай | Боронғо грек мифологияһы |
Скилла Викимилектә |
Скилла (бор. грек. Σκύλλα, латин транслитерацияһында Сцилла, лат. Scylla) — боронғо грек мифологияһындағы диңгеҙ ғифриты. Скилла, Харибда менән бер рәттән, боронғо грек мифологияһына ярашлы, уның янынан үтеп барған һәр кемгә үлем хәүефе менән янай.
Одиссеяла Хариба боғаҙҙа, Скилланың урыны булып хеҙмәт иткән икенсе ҡаянан уҡ осоу алыҫлығында урынлашҡан ҡая аҫтында тереклек итеүсе диңгеҙ илаһы (бор. грек. δία Χάρυβδις) итеп һүрәтләнә.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө мифографик сығанаҡтарҙа Скилла:
- Форкис һәм Гекатаның ҡыҙы;
- йәки Форбанттың һәм Гекатаның ҡыҙы;
- Тритон һәм Ламияның ҡыҙы (Стесихор буйынса, Ламияның ҡыҙы);
- Тритондың ҡыҙы;
- Тифондың һәм Эхиднаның ҡыҙы;
- Посейдондың (Деймдың) һәм Кратайиданың ҡыҙы;
- йәки Посейдон һәм Геяның ҡыҙы.
- Кратеида йылғаһының һәм Триендың (йә Форктың) ҡыҙы; Гомер уның әсәһе тип Геката һәм Тритондың ҡыҙы нимфа Кратайиданы атай.
- Акусилай һәм Аполлоний буйынса, Форк һәм Гекатаның Кратеида исемле ҡыҙы;
- Бер фараз буйынса Тиррендың ҡыҙы;
- Вергилийҙа ғифрит Скилла Нистың ҡыҙы, тип иҫәпләнә
Ҡайһы бер хикәйәттәрҙә Скилла матур ҡыҙ булып һүрәтләнә: шулай, Главк уның мөхәббәтен эҙләй, әммә тылсымсы Кирка үҙе Главкҡа ғашиҡ була. Скилла һыу инергә күнеккән була, һәм көнсөллөктән Кирка һыуҙы ағыулай. Скилла ҡурҡыныс хайуанға әйләнә[1], уның матур тәне ғәрипләнә, аҫҡы өлөшө эт баштары рәтенә әйләнә.
Икенсе риүәйәт буйынса был әүерелеште Амфитрит яһай, ул Скилла Посейдондың һөйгәне икәнен белгәс[2], шул ысул менән (һыуҙы ағыулап) хәүефле ярышташтан арынырға ҡарар итә[3].
Дионисий Самосскийҙың "Эпик цикл"ына ярашлы, Гераклдан Герион үгеҙҙәренең береһен урлағаны өсөн Скилла һуңғыһы тарафынан үлтерелә[4], әммә уның кәүҙәһен яндырған атаһы Форкис уны яңынан терелтә[5].
Гомерҙың тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скилла ҡаяһы осло түбәһе менән күккә тиклем күтәрелә һәм мәңге ҡара болоттар һәм эңер менән ҡапланған була; уның шыма йөҙө һәм текәлеге арҡаһында унда менеп булмай. Уның уртаһында, хатта уҡ етмәҫ бейеклектә, ҡара ауыҙы менән көнбайышҡа ҡараған мәмерйә өңөрәйеп тора: был мәмерйәлә ҡот осҡос Скилла йәшәй. Туҡтауһыҙ өрөп (Σκύλλα — «өрөүсе»), ғифрит тирә-яғына әсе тауыш тарата. Скилланың алғы яғында ун ике тәпәй хәрәкәт итә, йөнтәҫ яурынында алты оҙон һығылмалы муйын күтәрелә, һәр муйынында берәр баш һерәйеп тора; ауыҙында йыш, осло, өс рәт тештәр урынлашҡан. Мәмерйәнең эсенә арты менән үтеп инеп, күкрәген тышҡа сығарып, ул бөтә баштары менән табыш күҙәтә, тәпәйҙәре менән ҡая буйлап һәрмәнә һәм дельфиндарҙы, тюленьдәрҙе һәм башҡа диңгеҙ хайуандарыын тота. Мәмерйә эргәһенән карап үткәндә, Скилла, бөтә ауыҙҙарын асып, караптан алты-ете кешене урлай. Гомер Скилланы шундай ҡиәфәттә тасуирлай[6].
Одиссей үҙенең юлдаштары менән Скилла һәм Харибда араһындағы тығыҙ боғаҙ аша үткәндә, һуңғыһы тоҙло дымды ҡомһоҙ йота. Харибданан үлем бөтәһенә лә янай, ә Скилла үҙенең тәпәйҙәре менән тик алты кешене генә эләктерә ала, тип иҫәпләп, Одиссей Скилла ашаған алты иптәшен юғалтып, ҡот осҡос боғаҙҙан ҡотола[7]
Гигин буйынса, аҫтан эт, өҫтән-ҡатын[8]. Уның үҙе тыуҙырған 6 эте була, һәм ул Одиссейҙың 6 юлдашын ашай[9].
Ясон Одиссей кеүек үк, Фетиданың ярҙамы арҡаһында, үҙенең юлдаштары менән Харибданы бәхетле үтеп китә[10]; Эней, шулай уҡ Скилла һәм Харибда араһында булған юлды үтергә кәрәк булғанда, хәүефле урынды урап үтеүҙе хуп күрә[11].
Вергилий бер нисә Скилланы телгә ала, улар башҡа ғифриттәр иҫәбендә Тартар ауыҙында йәшәйҙәр.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Харибда менән Скилланың географик төйәген боронғолар Мессин боғаҙына тура килтергәндәр, шуның менән бергә Харибда боғаҙҙың Сицилия өлөшөндә Пелор мороно аҫтында, ә Скилла тарихи заманда уның исемен йөрөткән ҡапма-ҡаршы моронда (Бруттияла, Регия янында) урынлаша (лат. Scyllaeum promontorium, бор. грек. Σκύλλαιον).
Аңлатма биреү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Помпей Трог ошо ғифриттәргә рационалистик юҫыҡта аңлатма бирә[12] Полибий интерпретацияһы буйынса, Скиллей ҡаяһы янында балыҡ тотоу тасуирлана[13]. Икенсе аңлатыу буйынса, Скилла — тиррендарҙың тиҙ йөрөүсе триераһы, унан Одиссей ҡасҡан булған[14]. Өсөнсө фараз буйынса, Скилла утрауҙа йәшәй, матур гетера була һәм үҙе менән параситтары була, улар менән бергә сит ил кешеләрен «ашай» (йәғни талай)[15].
Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стесихорҙың «Скилла» поэмаһы (фр. 220 Пейдж), Тимофейҙың «Скилла» дифирамбы бар[16].
Скилла сәнғәт әҫәрҙәрендә эт башлы һәм ике дельфин ҡойроҡло йәки ҡурҡыныс ике башлы һәм дельфин ҡойроҡло ғифрит рәүешендә һүрәтләнә.
1875 йылда асылған астероид (155) Сцилла Скилла хөрмәтенә аталған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Овидий. Метаморфозы XIV 1-74; Гигин. Мифы 199
- ↑ Нонн. Деяния Диониса XLII 407
- ↑ Цец. Комментарий к «Александре» Ликофрона 45 // Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб., 2000. С. 240
- ↑ Ликофрон. Александра 47, 652; Гигин. Мифы. Введение 39
- ↑ Ликофрон. Александра 49 и комм.; Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб., 2000. С. 154
- ↑ Гомер. Одиссея XII 85-100, 245—259, 430
- ↑ Гомер. Одиссея XII 245; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 9, 25; Э VII 20-21
- ↑ Гигин. Мифы 151
- ↑ Гигин. Мифы 125
- ↑ Аполлоний Родосский. Аргонавтика IV 781
- ↑ Вергилий. Энеида III 554—569
- ↑ см. Юстин. Эпитома Помпея Трога IV 1, 13.
- ↑ Полибий. Всеобщая история XXXIV 2, 12 — 3, 10; Страбон. География I 2, 15-16 (стр. 24-25), по Полибию
- ↑ Палефат. О невероятном 20
- ↑ Гераклит-аллегорист. О невероятном 2
- ↑ Аристотель. Поэтика 15
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Харибда и Скилла // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Сцилла // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- Скилла (Сцилла) (неопр.).