Словенияла социаль эшҡыуарлыҡ
Словенияла социаль эшҡыуарлыҡ (so.p.[1] ҡыҫҡартыуы ҡабул ителде) экология, йәмәғәт һаулығы һәм оло йәштәге кешеләрҙе ҡарау мәсьәләләрендә күбеһенсә эшләй. Шулай уҡ илдә этик банкингы үҫешә. 2015 йылға тиклем социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн хеҙмәт, ғаилә, социаль һорауҙар һәм тигеҙ мөмкинлектәр минитерствоһы яуаплы ине[2]. Ә 2015 йылдың ғинуарында күпселек функциялар экономика үҫеше һәм технологиялар министерствоһына күсә[3].
Словенияла социаль эшҡыуарлыҡтың килеп сығыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа комиссияһының тикшереүселәре фекере буйынса, Словенияла социаль эшҡыуарлыҡ өсөн тәүшарттар ун дүртенсе быуатта уҡ булған[4]. Белгестәр тәүге словен һөнәр берләшмәләрен үҙ эшмәкәрлегендә инновацион ҡараштар ҡулланған тәүге коммерциялы булмаған ойошмаларға индерәләр. Өсөнсө секторҙың артабанғы үҫешен социализм ваҡыты менән бәйләйҙәр. 1980 йылдарҙа Словения ерҙәрендә экологик ағыштар, феминистик һәм кеше хоҡуҡтары буйынса ойошмалар бик популяр була. 1991 йылда Словения айырым ил була, ә был социаль сфераһын һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә тағы бер мөмкинлек бирә.
Словенияның премьер-министры, Мирослав Церар, шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡты үткән ваҡыттар тарихы менән бәйләй
… был традиция, берҙәмлеккә һәм эшһөйәрлеккә йүнәлтелгән, социаль-ориентирлы булған коллектив ментальносе… Беҙгә быны үҙебеҙҙә һәр тапҡыр яңынан һәм яңынан уятырға кәрәк.— Мирослав Церар[5]
2011 йылда Словенияла социаль эшҡыуарлыҡ тураһында ҡанун сығарыла. Шунда предприятиеларҙы финанслау һәм бизнес-инкубаторҙар төҙөү өсөн мөмкинлектәр яҙылып сыға. Ҡанун эш хаҡына сыҡымдарҙы финанслай, медицина, социаль һәм пенсион страховкалауға, уҡыу, квалификацияны үҫтереү һәм консультация субсидияларына киткән аҡсаларҙы кире ҡайтар. Документ буйынса, социаль предприятиела тәүге йылында эшселәр һаны бер кешенән әҙ булырға тейеш түгел[6]. Табышты таратып биреү тыйыла, бөтә эшләнгән аҡса эш хаҡын түләүге китә, артығы предприятиеның эшҡыуарлығына реинвестиция кеүек китә. Бындай предприятиеға эшкә зәғиф булған, эш эшләүҙә психик йә икенсе үҙенсәлектәре өсөн сикләнгән, оҙаҡ ваҡыт эшһеҙ йөрөгән, 55 йәштән олораҡ булған, башланғыс йә урта белемһеҙ кешеләр алына. Шулай уҡ улар араһына, эшһеҙ сиғандар ҙа эшкә керә ала тип был документта айырым юлда яҙылған[6].
Ошо уҡ йылда илдә социаль эшҡыуарҙар форумы үтә. Әммә артабанғы йылдарҙа был термин тураһында бәхәстәр булыу сәбәпле социаль эшҡыуарлыҡ ҙур ҡыйынлыҡтар менән үҫешә. берәүҙәр социаль эшҡыуалыҡ табыш килтерергә тейеш түгел тип иҫәпләһә, икенселәре был категорияға кооперативтарҙы индерә[7]. 2013 йылда социаль предприятеларҙа финанслау мониторинг ҡағиҙәләре баҫтырып сығарыла[2]. Шунда уҡ махсус комиссия социаль эшҡыуарлыҡтың 2016 йылға тиклем үҫтереү стартегияһын эшләп сығара.
2014 йылда Любляна университеты Социаль һорауҙар факультеты янында асылған социаль эшҡыуарлыҡ үҙәгенең инициаторы була[8].
2015 йылда дәүләт инициативалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылда Словения хөкүмәте социаль эшҡыуарлыҡты, кооперативтарҙы, ижади етештереүҙәрҙе һәм экономика демократияһын үҫтергән яңы проекты тормошҡа ашырыуға тотона. Социаль экономика кимәлен күтәрер өсөн дәүләт ҡазнаһында 12,7 миллион евро аҡса ҡаралған[3], һәм өҫтәмә ресурстар Европа берлегенең программалары буйынса. Проект буйынса, социаль сферала эшләгән кшеләр һанын 0,7 % 6,5 % тиклем күтәрәсәктәр, шулай уҡ социаль эшҡыуарлыҡтың йүнәлешендә ятмаған социаль инновацияларға ярҙам итәсәктәр (мәҫьәлән, ныҡлы булмаған төркөмдәрҙең ихтимал интеграцияһы). Шул уҡ ваҡытта социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһын үтәү контроле экономик үҫешеү һәм технологиялар министерствоһына йөкмәтелә, ә, тәүҙә булған «Социаль эшҡыуарлыҡ тураһында» дөйөм ҡағиҙәләрен башҡарыу ваҡытында булған, Хеҙмәт, ғаилә,социаль һорауҙар һәм тигеҙ мөмкинлектәр министерствоһына һалынмай. Бер-нисә эксперт уйҙары буйынса, был социаль сферала эшләгән ойошмаларҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтерүгә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ проекты башҡарыу буйынса төркөмдө Тадеуш Слапник етәкләй. Тадеуш Слапник Словения премьер-министрыны канцелярияһының дәүләт сәркәтибе.
КБО һәм социаль эшҡыуарлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылға ҡарата Словенияла коммерциялы булмаған ойошмаларҙың (КБО) өс формаһы бар: йәмғиәттәр, институттар һәм фондтар. Шулай уҡ ике үҙенсәлекле форма бар: гуманитар һәм зәғиф кешеләр өсөн ойошмалар. Уларҙың ҡайһы берҙәре экономика эшмәкәрлегендә ҡатнаша һәм социаль предприятиеларға инә. Шундай ойошмаларҙың коммерциялы эшмәкәрлеге яй үҫә. 1996 йылда КБО-ның табыш өлөшө дәүләт Эске тулайым продуктының (ЭТП, ВВП) 1,92 % тәшкил итһә, 2008 йылда — 1,99 %. КБО төп табышын тауарҙар һәм уңайлыҡтар һатыуҙан ала (генерир табыштың 44 проценты). Тағы ла ойошма 29 процентты иғәнәләрҙән һәм 27 процентты дәүләт аҡсаларынан ала[4]. 2015 йылға тиклем шундай компанияларға социаль сфераны үҫтереүгә ориентирланған бер-нисә фонд ярҙам итә.
Дәүләт яғынан уларҙың үҫеүенә һалынған вклад сағыштырмаса әҙ була.
Практика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]MOZAIK ассоциацияһы Словенияла социаль ныҡлы булмаған халыҡ төркөмдәренең хеҙмәт интеграцияһы менән күп йыл шөғөлләнә. Ассоциация ағзалары органик игенселекте, экологик туризмды һәм традицон төҙөүҙө үҫтерә. Предприятия эсендә кешеләр эшләй һәм уҡый алған, Помурска регионында Шаловцы общинаһында урынлашҡан «Korenika» экофермаһы, Пуцонцы общинаһында йәшәү урыны һәм Мурска-Соботала өйө булмаған кешеләр өсөн приют керә[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Правовые нормы (словен.), e-VEM portal za podjetja in podjetnike.
- ↑ 2,0 2,1 Социальное предпринимательство в словенских законах (словен.), Ministrstvo za delo, družino, socialne zadeve in enake možnosti. 2015 йыл 23 май архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Socialne inovacije in socialno podjetništvo na UL (словен.). 2015 йыл 23 май архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Social Innovation in Slovenia (инг.), European Commission. 2015 йыл 23 май архивланған.
- ↑ Правительство Словении приступило к реализации проекта по социальному предпринимательству . Официальный сайт Правительства Словении (2015). Дата обращения: 23 май 2015. 2015 йыл 23 май архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Основные положения Закона (словен.), Konfederacija sindikatov 90 Slovenije.
- ↑ Slovenia, the UK, and the future of social enterprise in Europe (инг.), the guardian.
- ↑ Socialno podjetništvo v kmetijstvu (словен.), Ministrstvo za kmetijstvo, gozdarstvo in prehrano. 2015 йыл 23 май архивланған.
- ↑ Social Entrepreneurship in Slovenia – Association MOZAIK (инг.), The Institute for strategic and applicable research NOVUM. 2015 йыл 23 май архивланған.