Эстәлеккә күсергә

Смородин Александр Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Смородин Александр Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 сентябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1]
Тыуған урыны Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 декабрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (76 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер, директор
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Смородин Александр Алексеевич (23 сентябрь 1933 йыл — 22 декабрь 2009 йыл) — инженер‑технолог, хужалыҡ эшмәкәре, уйлап табыусы. 1991—1994 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһе генераль директорының иҡтисад буйынса урынбаҫары. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).

Александр Алексеевич Смородин 1933 йылдың 23 сентябрендә Көнбайыш Себер крайы[2] Барбаза ҡасабаһында тыуған.

1952 йылда Ленинск-Кузнецк яһалма шыйыҡ яғыулыҡ техникумын, 1975 йылда «инженер-технолог» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлаған.

1952—1954 йылдарҙа — конструктор, техник-механик, мастер, 1957—1959 йылдарҙа — 18-се һанлы яһалма шыйыҡ яғыулыҡтың баш идаралығы комбинатының («Салаватнефтеоргсинтез» ОАО) 7 -се цехы механигы. 1959 йылдан — «Техмашимпорт» бөтә союз берекмәһендә ҡорамалдарҙың инженер-ҡабул итеүсе вазифаһын башҡарыусы; 1962 йылдан — баш механик, ҡоролма начальнигы, полиэтилен етештереүҙең цех начальнигы, 1978 йылдан — нефть химияһы заводының баш инженеры, «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең спирт заводы директоры; 1984—1985 йылдарҙа — Салаватнефтехимремстрой" тресының идарасыһы; 1985 йылдан — төҙөлөүсе «Химволокно» производство берекмәһенең (Башҡорт АССР-ы Благовещен ҡалаһы) генераль директоры; 1991—1994 йылдарҙа — «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисад буйынса генераль директор урынбаҫары[3][4])..

«Уның ҡатнашлығында бәрелеүгә ныҡлы полистирол етештереүҙең юғары эффектлы процесы эшләнә һәм индерелә» (В. А. Потеряхин).

16 уйлап табыу һәм 300-ҙән ашыу рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы.

Александр Алексеевич Смородин 2009 йылдың 22 декабрендә Салауат ҡалаһында вафат була. 2010 йылдың 16 ғинуарында «Салаватский нефтехимик» гәзитендә «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ветерандар советы некролог яҙып сығара, унда былай тиелә: «Александр Алексеевич үҙен оҫта ойоштороусы һәм талапсан етәксе, ижади һәләтле һәм юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтә. Ул нефть химияһы заводының 23, 27, 41, 43, 47-се һанлы цехтарын, спирт заводының 48, 34, 51, 52-се һанлы цехтарын ебәреүҙә һәм үҙләштереүҙә туранан-тура ҡатнаша. Ул иҫ киткес кешелеклелеге, ябайлығы, тыйнаҡлығы һәм кешеләргә иғтибарлы булыуы менән айырылып торҙо»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. хәҙер Кемерово өлкәһенең Крапивин районы
  3. Некролог 2015 йыл 19 ғинуар архивланған.
  4. Смородин Александр Алексеевич — Свободная энциклопедия Урала. Дата обращения: 17 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 27 май 2016 года. 2016 йыл 27 май архивланған.