Эстәлеккә күсергә

Собор тыҡрығы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Собор тыҡрығы
Дондағы Ростов
Фотография
Серафимович урамынан Оло Баҡса яғына ҡарай тыҡрыҡ күренеше
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Ленин

картала

Wikimapia-ла

Собор тыҡрығы — Дондағы Ростовтың үҙәк урамдарҙың береһе. Яр буйы урамынан Буденный проспектына тиклем һуҙыла. Пресвятая Богородица Раштыуа Кафедраль соборы, Үҙәк баҙар (Иҫке баҙар) һәм Максим Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял Үҙәк паркы (Ҡала баҡсаһы) биләмәләре менән өҙөлә.

Солженицынға иҫтәлекле таҡтаташ

Собор тыҡрығы — ҡаланың беренсе урамдарының береһе, 1811 йылда ҡала планында билдәләнгән. Бер ни тиклем ваҡыт Дон төшөү юлы исемен йөрөтә, сөнки уның буйынса баҙарҙан Дон йылғаһына тура сығырға юл була. Һуңынан, Пресвятая Богородица Раштыуа соборы төҙөлөп бөткәндән һуң, тыҡрыҡ Собор тыҡрығы исеме ала. Граждандар һуғышы йылдарында Собор тыҡрығы, 17 адресы буйынса «Донская волна» аҙналығы редакцияһы бинаһы урынлаша.

1920 йылдың 25 октябрендә тыҡрыҡтың исеме Подбельский тип үҙгәртелә (телеграф һәм почтаның беренсе халыҡ комиссары В. Н. Подбельский хөрмәтенә). Тыҡрыҡта 26/71 йортта урынлашҡан 15-се мәктәптә 19271936 йылдарҙа Александр Солженицын уҡый (мемориаль таҡта). Бында хәҙер — Көньяҡ Федераль Университеттың иҡтисад һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Институты.

1990 йылда тыҡырыҡҡа Собор исеме кире ҡайтарыла.

2018 йылда үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлек барғанда Собор тыҡрығы йәйәүлеләр йөрөй торғанға әйләнде. Тыҡрыҡҡа тротуар плиткалары түшәлде, унда ағастар ултыртылды һәм эскәмйәләр урынлаштырылды. Тыҡрыҡтағы бөтә йорттар тиерлек штукатуркаланды йәки реставрацияланды.

Собор тыҡрығында Оло Баҡса урамы менән киҫешкән ергә яҡын урында 2016 йылда сантехникка һәйкәл ҡуйылған[1]. 2016 йылдың июнендә вандалдар уға зыян килтерә[2][3].

  • Соборная площадь
  • Собор Рождества Пресвятой Богородицы