Эстәлеккә күсергә

Созинов Алексей Станиславович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Созинов Алексей Станиславович
ректор Казанского государственного медицинского университета
Эшләй башлаған:

2009

Алдан килеүсе:

Амиров, Наиль Хабибуллович

Тыуған көнө:

31 декабрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (60 йәш)

Тыуған урыны:

Чистополь, Татарская АССР, РСФСР, СССР

Ила:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми дәрәжәһеь:

доктор медицинских наук

Ғилми исеме:

профессор

Альма-матер:

Казанский государственный медицинский институт


Наградалары:
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Созинов Алексей Станиславович (31 декабрь 1963 йыл) — ғалим-табип. 2009 йылдан Ҡазан дәүләт медицина университеты ректоры. Татарстан Республикаһының V һәм VI саҡырылыш Дәүләт Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005).

Алексей Станиславович Созинов 1963 йылдың 31 декабрендә Татар АССР-ының Чистай ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған. 1981 йылда урта мәктәпте тамамлаған. 1987 йылда «Дауалау эше» һөнәре буйынса исемендәге Ҡазан дәүләт медицина институтын отличие билдәһе менән тамамлай. 1987 йылдан 1989 йылға тиклем ординатурала уҡый, 1989—1992 йылдарҙа КГМИ йоғошло ауырыуҙар кафедраһында аспирантурала уҡый.

1992 йылда Санкт-Петербург дәүләт санитар-гигиена институтында «Грипптың һәм башҡа киҫкен респиратор ауырыуҙарының бактериаль ҡатмарланыуын прогнозлау» темаһына медицина фәндәре кандидаты исемен алыуға диссертация яҡлай.

1993 йылда Яр Саллы ҡалаһында Ҡазан дәүләт медицина институты филиалы директоры итеп тәғәйенләнә.

2003 йылда КДМУ-ның биомедэтика һәм медицина хоҡуҡи кафедраһы мөдире итеп һайлана. 2005 йылда «профессор» ғилми дәрәжәһе бирелә.

2004 йылда И. И. Мечников исемендәге Санкт-петербург дәүләт академияһында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2007 йылдан Бәйһеҙ Дәүләттәр Берҙәмлеге илдәре этик комитеттары форумы рәйесе.

2008 йылдың 26 декабрендә коллективтың дөйөм йыйылышында Ҡазан дәүләт медицина университеты ректоры итеп һайланған.[1].

2014 йылдың 14 сентябрендә V сағырылыш Татарстан Республикаһы Дәүләт Советына депутаттар һайлауҙарында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайлана[2].

2019 йылдың 8 сентябрендә VI саҡылылыш ТР Дәүләт Советына депутат итеп һайлана[3]. Социаль сәйәсәт комитетына, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы Президиумы ағзаһы.

«Биоэтика», «Ҡазан медицина журналы», «Медицина хоҡуҡы», «Хәҙерге заман клиник медицинаһы хәбәрҙәре» журналдарының редакция советына керә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1986)
  • Татарстан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының почет грамотаһы
  • Н. П. Кравков исемендәге ғилми йәмғиәте, Рәсәй фармакологияһы миҙалы.

Китаптары һәм баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
    • Роль Казанской окружной лечебницы в развитии психиатрической службы России во второй половине XIX века / Созинов А. С., Зиганшин Ф. Г., Митрофанов И. А. — Практическая медицина. 2019. Т. 17. № 3. С. 11-18.
    • История Казанской психиатрии в лицах / Созинов А. С., Менделевич Д. М. — Казань, 2012. Том Книга I XIX век.
    • Педиатры 64 / Созинов А. С. — Практическая медицина. 2012. № 7-1 (62). С. 174—177.
    • Безопасность жизни человека — важная медико-биологическая проблема / Созинов А. С. — Вестник НЦБЖД. 2011. № 1 (7). С. 5.
    • Семь рождений, семь матерей и семь ипостасей биоэтики / Созинов А. С. — Практическая медицина. 2008. № 8 (32). С. 24-30.