Соколов-Микитов Иван Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
{{{Исеме}}}

Иван Сергеевич Соколо́в-Микито́в[1][2] (17 [29] мая 1892, Осеки, Калуга губернаһы — 20 февраль 1975, Мәскәү) — урыҫ совет яҙыусыһы һәм журналисы, махсус хәбәрсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Сергеевич Соколов-Микито́в Калуга губернаһы Осеки ауылында Сергей Никитич Соколов — бай сауҙагәрҙәр Коншиндарҙың урман биләмәләре идарасыһы ғаиләһендә тыуған.

1895 йылда ғаилә атаһының тыуған ауылына, Дорогобужский районы Кислов ауылына (хәҙер — Смоленск өлкәһе Угранский районы) күсеп ҡайта.

Биш йәшенән атаһы менән һунарға йөрөй, һигеҙ йәшендә атаһы уға бәләкәй калибрлы "Монте-Кристо" винтовкаһын бүләк итә һәм унан реаль училищеға уҡырға инер алдынан атырға өйрәнә (был һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүгә йоғонто яһай)[3].

Ун йәше тулғас, атаһы уны Смоленск реаль училищеһына уҡырға бирә. Училищела Соколов-Микитов революция идеялары менән мауыға. Йәшерен революция түңәрәктәрендә ҡатнашҡаны өсөн Соколов-Микитов училищеның бишенсе класынан ҡыуып сығарыла.

1910 йылда Соколов-Микитов Санкт-Петербургҡа китә, унда ауыл хужалығы курстарына йөрөй башлай. Шул уҡ йылда ул үҙенең тәүге әҫәрен - «Ер тоҙо» әкиәтен яҙа. Тиҙҙән Соколов-Микитов ауыл хужалығы эшенә әүәҫ булмауын аңлай, әҙәбиәт менән нығыраҡ мауыға башлай. Ул әҙәби түңәрәктәргә йөрөй, Ремизов Алексей Алексей Михайлович, Грин Александр Степанович, Шишков Вячеслав Яковлевич, Пришвин Михаил Михайлович, Александр Куприн Александр Иванович кеүек билдәле яҙыусылар менән таныша.

1912 йылдан Соколов-Микитов Ревель ҡалаһында «Ревельский листок» гәзите секретары булып эшләй. Тиҙҙән ул сауҙа судноһына урынлаша, Европаның һәм Африканың бик күп порт ҡалаларында була.

Беренсе донъя һуғышы башланыу айҡанлы ул 1915 йылда Рәсәйгә ҡайта. Һуғыш ваҡытында Соколов-Микитов билдәле лётчик Глеб Алехнович менән бергә «Илья Муромец» рус бомбардировщигында хәрби осоштар яһай.

«Февраль революцияһын фронтта ҡаршыланым. Фронттағы һалдаттарҙан депутат сифатында ҡыҙыл флагтар менән тулған революцион Петроградҡа килдем. Бында, Петроградта, Октябрь революцияһын ҡаршыланым, Таврия һарайы залында Лениндың телмәрен тыңланым; ошонда уҡ, «Яңы тормош» (1917—1918) редакцияһында, минең яҙмаларымды ыңғай баһалаған һүҙ оҫталары А. М. Горький һәм башҡа яҙыусылар менән таныштым, тормош юлым һәм яҙмышым хаҡында тәүге тапҡыр етди уйлана башланым. Инҡилап минең тормошомда дүртенсе һәм һуңғы һынылыш булды: мин яҙыусы булдым», — тип иҫенә төшөрә И. С. Соколов-Микитов[4].

1919 йылда Иван Соколов-Микитов «Омск» сауҙа судноһына матрос булып яҙыла. Әммә 1920 йылда Англияла судноны бурыстары өсөн тартып алалар һәм аукциондан һаталар. Соколов-Микитов өсөн мәжбүри эмиграция башлана. Ул бер йыл Англияла йәшәй, һуңынан 1921 йылда Германияға күсә.

1922 йылда Соколов-Микитов Берлинда Максим Горький менән осраша, ул Иван Сергеевичҡа Тыуған илгә ҡайтыу өсөн кәрәкле документтар алырға ярҙам итә.

СССР-ға ҡайтҡандан һуң, Соколов-Микитов бик күп сәйәхәт итә, Отто Шмидт етәкләгән «Георгий Седов» боҙватҡысында арктик экспедицияларҙа ҡатнаша. Төньяҡ Боҙло океанға, Франц-Иосиф Еренә һәм Төньяҡ Ергә экспедицияларҙан һуң, «Малыгин» боҙватҡысын ҡотҡарыу экспедицияһында «Известия» хәбәрсеһе булараҡ ҡатнаша.

1929-1934 йылдарҙа Соколов-Микитов Гатчинда йәшәй һәм эшләй. Танылған яҙыусылар Евгений Иванович Замятин, Вячеслав Яковлевич Шишков, Виталий Валентинович Бианки, Константин Александрович Федин уға йыш ҡунаҡҡа килә. Уның йортонда билдәле яҙыусы-һунар белгесе Николай Анатольевич Зворыкин (1873-1937) оҙаҡ йәшәгән. 1930-1931 йылдарҙа Соколов-Микитовтың «Диңгеҙ аръяғы хикәйәләре» һәм «Аҡ Ерҙә» циклдары, шулай уҡ «Бала саҡ» повесы донъя күрә. 1934 йылдың 1 июлендә ул СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Соколов-Микитов Молотовта «Известия» гәзитенең махсус хәбәрсеһе булып эшләй. 1945 йылдың йәйендә Ленинградҡа ҡайта.

1952 йылдың йәйенән Соколов-Микитов Калинин өлкәһе Конаковский районындағы Карачарово ауылында үҙ ҡулы менән төҙөгән йортта йәшәй башлай. Бында ул үҙенең әҫәрҙәренең ҙур өлөшөн яҙа. Уның «карачар» йортонда яҙыусылар Твардовский Александр Трифонович, Некрасов Виктор Платонович, Федин Константин Александрович, Солоухин Владимир Алексеевич, күп рәссамдар, журналистар ҡунаҡ була.

Уның прозаһы тәү сиратта үҙ тәжрибәһенә таянған осраҡта баҙыҡ мәғәнәле һәм аныҡ, ә ишеткәндәрен тапшырғанда, көсһөҙерәк.[5]

Соколов-Микитов 1975 йылдың 20 февралендә Мәскәүҙә вафат була. Васыятнамә буйынса, ҡәбер урнаһы Гатчиналағы Яңы зыяратта ерләнгән. 1983 йылда ҡәберҙә һәйкәл асыла, уны ҡуйыу инициаторы булып Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтенең (Всероссийское общество охраны памятников истории и культуры) Гатчин ҡала бүлексәһе сығыш яһай. Иван Сергеевич янында яҡындары - әсәһе Мария Ивановна Соколова (1870-1939) һәм ҡыҙҙары Елена (1926-1951) менән Лидия (1928-1931) ерләнгән[6].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әсәһе — калуга крәҫтиән ҡатын-ҡыҙы Мария Ивановна Соколова
  • Атаһы — приказчик, урман биләмәләре идарасыһы Сергей Никитич Соколов.
  • Ҡатыны — Лидия Ивановна Соколова. Улар «Круг» тип аталған мәскәү нәшриәтендә танышҡан.

Ғаиләлә өс ҡыҙ тыуған. Өлкәне - Ирина (Арина), уртансыһы - Елена (Алёна), бәләкәсе - Лидия. Уларҙың барыһы ла ата-әсәһе иҫән сағында уҡ үлгән. Кинйә ҡыҙы ауырып үлгән, шунан һуң ун йыл үткәс, өлкән ҡыҙы үлгән. Уртансы ҡыҙы Елена 1951 йылда Карел муйынында батып үлгән.

Ейәне - Александр Сергеевич Соколов, Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар министры (2004-2008), Мәскәү консерваторияһы ректоры (2001-2004 һәм 2009 йылдан алып), профессор.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Смоленск ҡалаһының Коммунистик урамында Соколов-Микитовҡа мемориаль таҡта

И. С. Соколов-Микитов йәшәгән йорттарға эленгән мемориаль таҡталар:

2008 йылда Смоленск өлкәһе Угранский районы Полднево ауылында (Угран районының Кислов ауылынан күсерелә) Иван Сергеевич Соколов-Микитовтың йорт-музейы асыла.

Смоленск ҡалаһындағы картина галереяһы (реаль училище) бинаһына ҡуйылған мемориаль таҡта.

Осеки тәбиғи ыҙанында (урочище) И. С. Соколов-Микитов тыуған йорто торған урында иҫтәлекле билдә ҡуйылған[7].

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кузовок (1922)
  • Былицы. М.: Б-ка «Огонёк», 1925
  • Чижикова лавра (1926)
  • Морской ветер. Рассказы. М.: Б-ка «Огонёк» № 307, 1927
  • Елень (1929)
  • Голубые дни (1926—1928)
  • На речке Невестнице (1923—1928)
  • Линия (1923)
  • Пути кораблей (1934)
  • Летят лебеди (1936)
  • Северные рассказы (1939)
  • На пробужденной земле (1941)
  • Рассказы о Родине (1947)
  • По лесам и горам. Ленинград: Издательство ЦК ВЛКСМ «Молодая гвардия», 1949
  • Детство (1953)
  • Первая охота (1953)
  • На теплой земле (1954)
  • Листопадничек (1955)
  • Звуки земли (1962)
  • Карачаровские записи (1968)
  • У светлых истоков (1969)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Соколов-Микито́в И. Сочинения в двух томах. — Москва: Государственное издательство художественной литературы, 1959. — Т. 1. — С. 2—3. — 654, [2] с.
  2. Ударение в фамилии И. Соколова-Микито́ва проставлено в прижизненном издании сочинений (см.: Соколов-Микито́в И. Сочинения : В 2-х т. — Москва: Государственное издательство художественной литературы, 1959. — С. 2—3.). Правильность ударения И. Соколова-Микито́ва подтвердил внук писателя А. С. Соколов (см.: Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}} // Ошибка: не задан параметр |издание= в шаблоне {{публикация}}.)
  3. Карина Васильева. Охота - мое счастье // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 4, 1970. стр.38-39 [интервью с И. С. Соколовым-Микитовым]
  4. Соколов-Микито́в И. Сочинения в двух томах. — Москва: Государственное издательство художественной литературы. — Т. 1. — С. 16—17. — 654, [2] с.
  5. Ҡалып:Книга:Казак В.: Лексикон русской литературы XX века. — С. 393.
  6. Ҡалып:Книга:Бурлаков А.В.: Гатчинский некрополь. Исторические кладбища города Гатчины и его окрестностей
  7. К.Сальников, 2016

|refs= [1] }}

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В. Чернышев. К 80-летию И. С. Соколова-Микитова // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 6, 1972. стр.36-37
  • Воспоминания об И. С. Соколове-Микитове. — М.: Советский писатель, 1984.
  • Андрей Убогий. Сама Россия. О творчестве Ивана Соколова-Микитова
  • Виктор Некрасов. «Неюбилейное признание». К 70-летию И. С. Соколова-Микитова // Новый мир. — 1962. — № 5.
  • Бойников А. М. Соколов-Микитов и литературная жизнь Твери 1950-х годов // И. С. Соколов-Микитов в русской культуре XX века: Матер. Всерос. науч. конф., посвящённой 115-й годовщине со дня рождения И. С. Соколова-Микитова. — Тверь: Марина, 2007. — С. 162—170.
  • Бойников А. М. История и современность в «Карачаровских записях» И. С. Соколова-Микитова // Русская литература и журналистика: Актуальные проблемы жанра и стиля: Сб. науч. тр. / Под ред. А. М. Бойникова. — Тверь: Твер. гос. ун-т, 2007. — С. 36—49.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Населённый пункт не сохранился; ныне — урочище у деревни Андреевское (см.: • К.Сальников, 2016; • Урочище Осеки (билдәһеҙ). wikimapia. Дата обращения: 1 октябрь 2017.), территория Перемышльского района Калужской области.