Эстәлеккә күсергә

Айыу емеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Соломонова печать битенән йүнәлтелде)
Айыу емеше

Айыу емеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Polygonatum Mill.


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  43005
NCBI  16195
EOL  33609
GRIN  t:9709
IPNI  24672

Айыу емеше, айыу еләге (рус. Купе́на лекарственная, йәки соломо́нова печа́ть, лат. Polygonátum) — Спаржа сәскәлеләр (Asparagaceae) ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән үҫемлек. APG I систематикаһы буйынса Ләлә сәскәлеләр ғәиләһенә инә. Бейеклеге 30—65 см-ға етә. Май-июнь айҙарында аҡһыл сәскә ата. Халыҡ медицинаһында ҡулланылған шифалы дарыу үҫемлеге. Иғтибар: үҫемлектең япрағы ағыулы!

Айыу еләге. Якоб Штурм, «Deutschlands Flora in Abbildungen», 1796 китабынан ботаник иллюстрация

Айыу емеше Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик поясында үҫә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Алыҫ Көнсығышта һәм Кавказда үҫә. Башҡортостандың көньяҡ Урал алды райондарында осрай. Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, тау биттәрендә үҫә.

Тамырһабағы йыуан, тупраҡта горизонталь урынлашҡан, күп йыллыҡ. Ер өҫтө өлөшө йыл һайын үлә, ә тамырһабаҡта йоморо ҡатынҡы урыны ҡала[2]. Шуға, халыҡ араһында сөләймән мөһөрө («печатями») тигән атамаһы бар.[3].

Япраҡтары сиратлап йәки 3—9 -лап суҡлап урынлашҡан. Япраҡ йәймәһе эллипс һымаҡ йәки йомортҡа формаһында[3].

Сәскәләре ике енесле. Япраҡ ҡуйынында 1—4 -ләп урынлашҡандар. Сәскә эргәлеге аҡһыл-йәшел, һирәкләр алһыу төҫтә. 6 япраҡса ҡушылып үҫеп, торба барлыҡҡа килтерә, өҫтән алты теш булып күренеп тора. 6 һеркәсе сәскә эргәлегенә ҡушылып үҫкән. Емешлектең емшәне һәм бағанасығы оҙон еп һымаҡ. Емешлек ауыҙы өс бүлкәтле (иренле).[2]. Сәскәләрен башлыса иңкештәр һеркәләндерә. Бәлки, үҙ-үҙенән дә һеркәләнәләрҙер.[3].

Емеше — 1—9 орлоҡло еләк емеш[2].

Дауа өсөн ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫемлектең составында сапониндар, гликозидтар, глюкоза шәкәре һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Дарыу өсөн айыу емешенең үләне (ер өҫтөндәге өлөшө) һәм тамырһабағы алына. Уларҙан әҙерләнгән ҡайнатма ревматизм, падагра, бүҫер, ашҡаҙан, бөйөн эсәгенең сей яра сирҙәрен дауалау өсөн ҡулланыла. Япрағы бик ағыулы. Әммә ярты сәғәттән ашыу ҡайнатһаң, ағыуы бөтә. Йөклө һәм имеҙгән ҡатындарға, балаларға был үҫемлек дауаһын бирергә ярамай[4].

  • Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров — М. — Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 456—467. — 760 с. — 5175 экз.
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. — 160 б. ISBN 5-295-01499-1
  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. 2,0 2,1 2,2 Род 292. Купена — Polygonatum // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 456—467. — 760 + XXX с. — 5175 экз.
  3. 3,0 3,1 3,2 Биологический энциклопедический словарь — Купена (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2009)
  4. Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Китап, 2016. — 160 б. ISBN 978-5-295-06553-8