Солтан-Керәмәт изге сауҡалығы
Солтан-Керәмәт изге сауҡалығы — Башҡортостан Республикаһы Мишкә районының Тымбай һәм Оло Сухояз ауылдары араһында урынлашҡан сауҡалыҡ. Мари халҡының изге сауҡалыҡтары исемлегенә ингән.[1]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәжүсилек динен тотоусы мариҙарҙың төп дини йолаларын үткәреү, доға ҡылыу, табыныу урыны. Был Мишкә районы мариҙарының ғына изге табыныу урыны түгел, ә бөтә илдең мари халҡы араһында билдәлелек яулаған дөйөм сауҡалыҡ. Шулай уҡ бында туристар өсөн "Солтан-Керәмәт" (Сурт тумер) тарихи-мәҙәни үҙәге булдырылған. Ул үҙенең эсенә изге сауҡалыҡты, музейҙы һәм XVI - XIX б. мари халҡының тормош-көнкүрешен һәм мәжүси инаныуҙарын сағылдырған культ макеттары һәм ҡоролмаларҙы алған.[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡ йылдар изге сауҡалыҡ тик ике ауыл халҡы өсөн генә хеҙмәт иткән. Бында тик ғаилә-ырыуҙың табыныу саралары уҙғарылған. Солтан-Керәмәт изге сауҡалығы иң боронғо, тарихи урын, ул мари халҡына биш быуаттан ашыу хеҙмәт итә. 2013 йылдың 10 авгусында Башҡортостан Республикаһының мариҙары, шулай уҡ мари халҡының күпләп йәшәгән Свердловск өлкәһе, Пермь крайы, Татарстан, Удмурт, Мари Иле республикаларынан ҡунаҡтар ҡатнашлығынды ҙур сара уҙғарылған. Был сара төрлө яҡҡа таралған мари халҡын берләштереү, милли йолаларҙы тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында үткәрелгән.[3]. Мари халҡы донъяны барлыҡҡа килтергән Юмо аллаһына табына (Ҙур Аҡ Алла), икенсе аллаларға ла инана, тәбиғәт эйәһенә баш эйә, ағастарҙың илаһи көсөнә ышана. Мариҙарҙың ышаныуына ярашлы, ер аҫты донъяһына Ҡиәмәт-Тора (Керәмәт) хужа. Мәжүси мариҙар ҙур байрамдар уңайынан изге сауҡалыҡтарға йыйыла. Изге урында ағастарҙы киҫергә һәм ботаҡтарын һындырырға, бәшмәк һәм еләк-емеш йыйырға ярамай, сөнки урман эйәләренең кешеләргә асыуланып бәләләр ебәреүе бар.[4]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сауҡалыҡтың исеме көнсығыш мариҙарының Солтан исемле башлыҡтары менән бәйле. Легенда буйынса ул үҙенең халҡын яҡлап дошмандарға ҡаршы сыҡҡан һәм ошо урында үлгән. Мари халҡы уның үлгәндән һуң да уларҙы яҡлап-һаҡлап торғанына ышана. Керәмәт - ер аҫты Аллаһы.[5]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]https://bash.news/bst/ornament/11035-ornament-svyatilishe-rosha-sultan-keremet-mishkinskij-rajon-8060(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://dic.academic.ru/dic.nsf/ruwiki/1636951
- ↑ https://addnrb.ru/istoriko-kulturnye-centry/marijskij-istoriko-kulturnyj-centr-v-mishkinskom-rajone/
- ↑ http://komanda-k.ru/Россия/марийская-священная-роща-султан-керемет-деревня-тынбаево
- ↑ https://kitaplong.ru/marikukushka-bash
- ↑ https://slavtradition.com/svodki-smi/stati/6607-uvidet-os-zemli