Башҡортостан мариҙары
Башҡортостан мариҙары | |
Туған тел | Мари теле |
---|---|
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
Башҡортостан мариҙары (үҙатамалары мари, марий) - Марий Эл Республикаһының төп халҡы. Рәсәй Федерацияһында 643,7 мең кеше, шуларҙан Марий Илдә 324,4 мең, Башҡортостанда 105,7 меңе йәшәй (1989).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм алғанда Мишкә, Ҡалтасы, Бөрө, Дүртөйлө, Яңауыл, Шаран, Краснокама, Балтас, Нуриман райондарында йәшәйҙәр. Ҙур Рәсәй энциклопедияһы шундай мәғлүмәт бирә:
Живут также на северо-западе Башкирии (103,7 тыс. чел. ; составляют почти 2/3 населения в Мишкинском и Калтасинском районах [1]
240-тан артыҡ ауылдары бар.
35,1 мең кеше (33%) -Түбән Кама, Өфө, Бөрө, Яңауыл һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәй. Көнсығыш мариҙарҙың күпселеге мәжүсиҙәр булып ҡала, бер өлөшө - христианлыҡ, күпмеһелер ислам динен тота.
Мариҙар тураһында беренсе тапҡыр Кама буйы һәм Урал буйында 15-16 быуаттарҙа документтарҙа телгә алына. Һөрөнтө ерҙәр етмәү, көсләп христианлыҡҡа күсереүҙәренән ҡасып Башҡортстанга күсенәләр. Күсеп килеүселәрҙең ағымы 17-18 быуаттар аҙағына көсәйә.
1897 йылда Өфө ҡалаһында халыҡ һанын ҡабул итеү мәғлүмәттәре буйынса мариҙар 80,6 мең кеше, 1912 йылда - 90,5 мең иҫәпләнгән.
Мариҙар тарихи әҙәбиәттә, иҫәп алыу документтарында "рус. черемисы" (сирмештәр) исеме аҫтында телгә алына; башҡорттар уларҙы "сирмеш"тип атай.
Башҡортостанда көнсығыш мариҙар этнографик төркөмдәр барлыҡҡа килтерә: Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары араһында урынлашҡан (үҙҙәрен "упо мари", йәғни "өфө мариҙары" тип атай), Ыҡ - Сөн (бәләбәй мари), Ҡариҙел башы - Сылва (урал мари), Кама буйы (чолман мари) ауылдары айырымланып тора.
Башҡортостан мариҙары башлыса игенселек, малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнә.
Ҡатын-кыҙҙар араһында өйҙә етештереү шөғөлдәре: киндер һәм етен эшкәртеү, туҡыу, үреү, бәйләү, сигеү үҫеш алған.
Көнкүрештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мари ауылдарына (сола, аул) йорттарҙың тарау-торау урынлашыуы хас. Урам пландары буйынса төҙөкләндереү эштәре 19-сы быуаттың 30-40-сы йылдарында башланған. Мариҙарҙың торлаҡ архитектураһы Волга-Урал төбәгенең урман буйы өсөн типик булып тора. Өй (мариса порт) бер бүлемле бура һәм соландан тора; уларҙы ҙурайтыр өсөн төкөтмә (мариса вашпорт) яһағандар. Ҡыйыҡтарын таҡта ҡыртышы, ҡабыҡ менән, урманлы далала - һалам менән япҡандар.
Торлаҡты туҡылған һәм сигелгән таҫтамал, биҙәкле тышлыҡ һәм пәрҙәләр, балаҫтар һәм үҙҙәре сепрәктәрҙән туҡыған әрмәктәр менән биҙәйҙәр. Йорт ихатаһында (сурт) ҡазан аҫып ҡуйылған асыҡ усаҡлы, ҡабыҡ түбәле, йәйге кухня хеҙмәтен үтәүсе аласыҡтары (кудо) була, улар элек ғаиләнең изге урыны, өй эйәһе (кудо водыж) йәшәгән урын һаналған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марийцы// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 17-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969-1978.
- Муреев П.М. Из жизни и быта марийцев Башкирии //Краеведческий сб. Өфө, 1928-30, №3-4; Бараг Л.Г. Марийские предания Башкирии //Фольклор народов РСФСР. Өфө, 1977;
- Козлова Т.И. Очерки этнический истории марийского народа. М., 1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2021 йыл 19 ғинуар [https://web.archive.org/web/20210119083232/https://bigenc.ru/ethnology/text/2800995 архивланған. Марийцы//Большая российская энциклопедия]
- Марийцы//Энциклопедия Башкортостана
- ↑ 2021 йыл 19 ғинуар [https://web.archive.org/web/20210119083232/https://bigenc.ru/ethnology/text/2800995 архивланған. Марийцы//Большая российская энциклопедия] 2021 йыл 19 ғинуар архивланған.