Эстәлеккә күсергә

Тайсинов Солтан Нурғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Солтан Тайсинов битенән йүнәлтелде)
Тайсинов Солтан Нурғәле улы
Тыуған көнө

27 ноябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Вафат көнө

3 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)

Ғилми исеме

Профессор

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены«Почёт Билдәһе» ордены«Почёт Билдәһе» ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Тайсинов Солтан Нурғәле улы (27 ноябрь 1906 йыл — 3 сентябрь 1982 йыл) — ғалим-агроном, тупраҡ белгесе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1948), профессор (1949). РСФСР‑ҙың (1968) һәм Башҡорт АССР-ының (1951) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1950, 1973) ордендары кавалеры.

Солтан Нурғәле улы Тайсинов 1906 йылдың 27 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Гәйнәямаҡ волосы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) Гәйнәямаҡ ауылында тыуған.

Бала сағынан үҡ ауыл тормошон яҡшы белә, ауыл хеҙмәтенә өйрәнгән була. Ауылдаштарының тормошто еңеләйтер өсөн белем алырға теләге ҙур була. Атаһы Нурғәле Тайсинов батша әрмеһендә хеҙмәт итә, каптенармус була, унтер-офицер дәрәжәһен ала[1].

1920 йылда Солтан Тайсинов Бәләбәй татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Шунда ул тәүге бүләккә — йүкә сабатаһына лайыҡ була — уларҙы техникумдың баҡсаһында тырыш хеҙмәт өсөн ала[1]. Уҡыуҙы тамамлау менән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы квалификацияһын ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген хәҙерге Миәкә районының Елдәр ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.

Башҡорт АССР-ның халыҡ мәғарифы комитеты Солтан Тайсиновты 1926 йылда Һамар ауыл хужалығы институтына уҡырға ебәрә. 1930 йылда, агрономия факультетын тамамлағас, шунда уҡ дөйөм ер эшкәртеү кафедраһында ассистент булып эшләй, аспирантурала уҡый. Артабан дөйөм ер эшкәртеү кафедраһында доцент һәм ваҡытлыса етәксе вазифаларын башҡара.

1933 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Солтан Нурғале улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) эшләй. Ярты быуатҡа яҡын тупраҡ өйрәнеү кафедраһының етәксеһе була.

19491951 йылдарҙа институттың агрономия факультетын етәкләй. Тупраҡ географияһы һәм ауыл хужалығы нигеҙҙәре буйынса лекциялар уҡый. Бер уҡ ваҡытта 1939—1947 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) уҡыта.

1937 йылда Солтан Тайсинов ҡоролоҡ менән көрәш мәсьәләләре буйынса тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен дөйөмләштерҙә һәм К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Диссертацияһын яҡлағанда уның дәғүәселәре араһында бөйөк агрохимик, Советтар Союзы Фәндәр академияһы һәм Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы Дмитрий Николаевич Прянишников була. Ул йәш ғалимдың эшенә юғары баһа бирә.

1933—1982 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында эшләй. Ул ер эшкәртеү һәм тупраҡ ғилеме кафедраһының тәүге мөдире була[2].

Фәнгә индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солтан Тайсинов Башҡортостанда тупраҡ ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡты бонитировкалауға, ерҙәрҙе сифат яғынан баһалауға, тупраҡ эрозияһына арналған. Ғалим тарафынан Башҡортостан территорияһын ауыл хужалығына ярашлы райондарға бүлеү үткәрелгән, республиканың төрлө ауыл хужалығы зоналары өсөн тупраҡта тәрән һөрөү ҡатламы булдырыу системаһы эшләнгән. Тайсинов етәкселегендә 1975 йылда БАССР‑ҙың тупраҡ картаһы һәм 1977 йылда «БАССР ауыл хужалығы ерҙәренең сифат яғынан баһаһы (бонитировкаһы)» картаһы төҙөлгән.

Солтан Нурғәле улы 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1951)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены (1950, 1973).