Тайсинов Солтан Нурғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тайсинов Солтан Нурғәле улы
Тыуған көнө:

27 ноябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Гәйнәямаҡ ауылы

Вафат булыу көнө:

3 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Өфө

Гражданлығы:

Flag of the Soviet Union.svg СССР

Эшләгән урыны:

Һамар дәүләт ауыл хужалығы академияһы[d]
Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Ғилми дәрәжәһе:

ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]

Ғилми исеме:

Профессор

Уҡыу йорто:

Һамар дәүләт ауыл хужалығы академияһы[d]

Награда һәм премиялары


Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены«Почёт Билдәһе» ордены«Почёт Билдәһе» ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Солтан Нурғали улы Тайсинов (27 ноябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}), Гәйнәямаҡ ауылы, Өфө губернаһы3 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш), Өфө) — СССР агроном-тупраҡ белгесе, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1948), профессор (1949), РСФСР‑ҙың (1968), БАССР‑ҙың (1951) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тайсинов Солтан Нурғали улы 1906 йылдың 27 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Гәйнәямаҡ волосы Гәйнәямаҡ ауылында (Башҡортостандың Әлшәй районы) донъяға тыуа. Бала сағынан үҡ ауыл тормошон яҡшы белә, ауыл хеҙмәтенә өйрәнгән була. Ауылдаштарына тормошто еңеләйтер өсөн белем алырға теләге ҙур була. Атаһы Нурғали Тайсинов батша әрмеһендә хеҙмәт итә, каптенармус була, унтер-офицер дәрәжәһен ала[1].

1920 йылда Солтан Тайсинов Бәләбәй татар-башҡорт педагогика техникумына уҡырға инә. Шунда уның тәүге наградаһы йүкә сабаталары була — уларҙы Солтан Нурғале улы техникумдың баҡсаһында тырыш хеҙмәт өсөн ала[1]. Уҡыуҙы тамамлау менән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы квалификацияһын ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген әлеге Миәкә районының Елдәр ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.

Башҡорт АССР-ның халыҡ мәғарифы комитеты Солтан Тайсиновты 1926 йылда Һамар ауыл хужағы институтына уҡырға ебәрә. 1930 йылда, агроном факультетын тамамлағас, шунда уҡ дөйөм ер эшкәртеү кафедраһында ассистент булып эшләй, аспирантурала уҡый. Һамар ауыл хужалығы институтының дөйөм ер эшкәртеү кафедраһында доцент һәм ваҡытлыса етәксе вазифаларын башҡара.

1933 йылдан алып ғүмере аҙағына тиклем Солтан Нурғале улы Башҡорт ауыл хужалығы институтында эшләй (әле БДАУ). Ярты быуатҡа яҡын тупраҡ өйрәнеү кафедраһының етәксеһе була.

19491951 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтында агрономия факультетын етәкләй. Тупраҡ географияһы һәм ауыл хужалығы нигеҙҙәре буйынса лекциялар уҡый. Шул уҡ ваҡытта, 1939—1947 йылдарҙа, ул К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогика институтында (әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) уҡыта.

1937 йылда Солтан Тайсинов ҡоролоҡ менән көрәш һорауҙары буйынса тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен дөйөмләштерҙә һәм К.А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Диссертацияһын яҡлағанда уның дәғүәселәре араһында бөйөк агрохимик, Советтар Союзы фәндәр академияһы һәм Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы Дмитрий Прянишников була. Ул йәш ғалим Тайсиновтың эшенә һәйбәт баһа ҡуя.

1933—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләй. Ер эшкәртеү һәм тупраҡ ғилеме кафедраһының тәүге мөдире Тайсинов Солтан Нурғале улы була. Аҙаҡтан ул илдең күренекле тупраҡ белгесе һәм тупраҡ кафедраһы мөдире була[2].

Фәнгә индергән өлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Солтан Тайсинов Башҡортостанда тупраҡ ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡты бонитировкалауға, ерҙәрҙе сифат яғынан баһалауға, тупраҡ эрозияһына арналған. Тайсинов тарафынан Башҡортостан территорияһын ауыл хужалығына ярашлы райондарға бүлеү үткәрелгән, республика төрлө ауыл хужалығы зоналары өсөн тупраҡта тәрән һөрөү ҡатламы булдырыу системаһы эшләнгән. Тайсинов етәкселегендә 1975 йылда БАССР‑ҙың тупраҡ картаһы һәм 1977 йылда «БАССР ауыл хужалығы ерҙәренең сифат яғынан баһаһы (бонитировкаһы)» картаһы төҙөлгән.

Солтан Нурғале улы 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]