Эстәлеккә күсергә

Урусова Софья Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Софья Александровна Урусова битенән йүнәлтелде)
Урусова Софья Александровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 апрель 1804({{padleft:1804|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 июль 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Париж
Атаһы Александр Михайлович Урусов[d]
Әсәһе Екатерина Павловна Татищева[d]
Хәләл ефете Лев Людвигович Радзивилл[d][1]
Нәҫеле Урусовы[d]
Һөнәр төрө фрейлина
 Урусова Софья Александровна Викимилектә

Кенәз ҡыҙы Софья Александровна Урусова, кейәүҙә кенәз ҡатыны Радзивилл (6 апрель 1804 йыл[2] — 17 июль 1889 йыл) — аҡһөйәк заттар араһында билдәле һылыуҡай, фрейлина, Николай I батшаның фавориткаһы.

Обер-гофмейстер Александр Михайлович Урусовтың (1766—1853) уның илсе Д. П. Татищевтың апаһы Екатерина Петровна Татищева (1775—1855) менән никахынан тыуған өс ҡыҙының береһе. Ғаилә ҙур (8 улы һәм 3 ҡыҙы) һәм татыу булған, үҙ-ара улар инглиз телендә аралашҡан. 1820 йылда уларҙың икенсе ҡыҙы, Софья, аҡһөйәктәр араһында күренә башлай. Юғары ҡатлам кешеләре уның камил матурлығын күрә, ул һомғол һәм таһыллы булған, һәм уның бөтә ҡиәфәтенән ғәжәйеп сәләмәтлек бөркөлгән[3].

Күптәр уның өлкән апаһы Марияға ҡарағанда күп тапҡырға матурыраҡ тигән һәм уны «мәскәү һылыуҡайҙары батшабикәһе» тип йөрөткән[4]. Ләкин ҡайһы бер көнсөлдәр уны «аңралыҡ алиһәһе» тип тә атаған. Уның тураһында мәҙәктәр уйлап сығарғандар[5]. Әммә был Урусованың юғары ҡатлам йәмғиәтендәге уңышына ҡамасауламаған. Замандаш ҡатын-ҡыҙы әйткәнсә, уның матурлығы көнләшеү тыуҙырған, әммә, асылында, ул шәфҡәтле һәм һөйкөмлө ҡыҙ булған[6].

Ул балдарҙа күренһә, бөтә Мәскәү юғары йәмғиәтенең һоҡланыуҙан башы әйләнгән. Урусоваға тиң булырлыҡ һәм өйләнерлек ир-егеттәрҙән бай граф Дмитрий Шереметев һәм Владимир Мусин-Пушкинды атағандар. 1826 йылда лорд Джон Кеннеди, полковник Эдвард Купер[7], Рәсәйгә килеү менән, шунда уҡ Урусованың матурлығы тураһында бик күп ишеткәнлеген һәм уға өйләнеү ниәте менән янғанын иғлан иткән, тип яҙа[8].

1827 йылдың яҙында А. С. Пушкин кенәз Урусовтарҙың ҡунаҡсыл йортонда йыш булған, һәм ул, Вольтерға оҡшатып, билдәле дүрт юллығын Софьяға арнаған[9]. Кенәз ҡыҙының иғтибары менән файҙаланған Пушкин ҡыҙҙың ике туған ағаһы, артиллерия офицеры В. Д. Соломирскийҙың көнсөллөгөн тыуҙырған, һәм был хәл дуэлға саҡырыу сәбәпсеһе була. Хәйер, конфликт дуҫтарының дөйөм тырышлығы менән яйға һалынған.

Кенәз ҡыҙы Софья Урусова

Тахеткә ултырыу тантанаһында кенәз ҡыҙы Урусова император Николай I күҙенә салына. Зирәк аҡыллы А. О. Смирнова мемуарҙарында яҙғанса, тиҙҙән «был цацаны» Санкт-Петербургтан Мәскәүгә килтерәләр һәм 1827 йылдың ноябрендә Александра Фёдоровнаның фрейлинаһы итеп тәғәйенләйҙәр. Императорҙың һылыуҡай Урусоваға иғтибары тейешленән артыбыраҡ та китә. Мәҫәлән, француз тарихсыһы Марк Фурнье бына нимә тип яҙа[10]:

« Император не заслуживает никакого упрёка (в супружеской измене), если не считать нескольких нежных изъявлений, тайно сделанных юной княжне, прославившейся своей красотой... Княжна Урусова, бесспорно, представляла собой законченный тип русской красавицы. Нельзя было встретить лица чище и свежее. Её волосы падали мягкими и обильными волнами на округлые плечи – со всей роскошью античного контура. Особенно хороши были её глаза, большие голубые, полные света и неги, глаза, излучавшие вокруг какую-то магнетическую силу. »

Дарья Фёдоровна Фикельмон һүҙҙәренсә, хәле «серле һәм аҫтыртын» Урусованың һарайҙағы хәле ике мәғәнәле булған. Бөтә йәмғиәт уны императорҙың метрессаһы тип һанай, әммә императрица уға ҡарата алсаҡ һәм дуҫтарса аралашҡан. Икенсе яҡтан, император уға айырым мөнәсәбәттә булған, һәм бөтә төр хөрмәтләүен күрһәткән. Урусованың үҙен тотошо императрица алдында бөтөнләй абсолют баҫалҡылығын белдереп торған, әммә импер ҡатышмаһы кеүек тойолған, йәғни бик үк тәбиғи булмаған[11]:

« Благосклонность к Софье Урусовой превратилась в фаворитизм... Великолепная особа, у неё не совсем правильные черты, зато белокурые волосы, очень белая кожа, волшебные плечи, но лицо, на котором написано сознание красоты, бесстрастно. »

Бөйөк кенәз ҡыҙы Ольга Николаевна, имеш-мимеште таратырға тырышып, Урусова тураһында былай тип яҙа[12]:

« Она была красавица, энергичная, высокого роста, с чудесным голосом альтового тембра, и за её холодной внешностью скрывалась страстная натура... Немногие рисковали приблизиться к ней: был пущен слух, что Папа к ней неравнодушен. Это было неправдой. Никто другой, кроме Мама, никогда не волновал его чувств, такая исключительная верность многим казалась просто чрезмерной добросовестностью. »

Уның һүҙҙәрен башҡа сығанаҡтар ҙа дәлилләй. Смирнова-Россет, атап әйткәндә, былай тип яҙа: «Урусова ғорур һәм алйотораҡ күренһә лә, бәлләүер кеүек саф ине»[13].

Ф. К. Винтерхальтер эшләгән портретта 60 йәшлек кенәз ҡатыны С. А. Радзивилл

Урусова яҙмышына битараф булмаған император, уны үҙенең туғанының улы П. К. Александровҡа кейәүгә бирергә теләгән, әммә тегенеһе, кенәз ҡыҙына ғашиҡ булһа ла, бындай "яманат"тан ҡурҡҡан. Ю. А. Татищева, Урусованың әбей тейеш туғаны, ҡыҙҙы граф И. И. Воронцов-Дашковтың ҡатыны итеп күргеһе килгән.

1832 йылдың 30 авгусында Софья Урусованы боронғо клецкий ординацияһының вариҫы кенәз Лев Людвигович Радзивилл (1804—1886) йәрәшә тип иғлан ителә. Кенәз ҡыҙы кейәүгә мөхәббәт буйынса сығыуына ышандырған. А. Я. Булгаков һүҙҙәре буйынса, «әгәр Софья Урусова оҙаҡ көткән булһа, һәр хәлдә лә юҡҡа түгел: Радзивилл йәш, сибәр, ғали йәнәптәренең адъютанты, бик шәп егет һәм иҫ киткес бай»[14].

1833 йылдың 28 ғинуарынан уларҙың туйы була. П. А. Вяземскийҙың В. А. Жуковскийға яҙылған хаты ғына был никахҡа илткән хәлдәргә ниндәйҙер күләгә ташлай[10]:

« Урусова вчера обратилась в княгиню Радзивилл, по крайней мере, духовно: о дальнейшем преображении не ведаю. Да едва ли! Он был очень болен и не совсем ещё оправился, а женился потому, что последние дни настали. »

Кейәүгә сыҡҡандан һуң, Софья Радзивилл яманат предметы булыуҙан туҡтай, уның "фавор"лығы тамамланған, һәм йәмғиәт уға ҡыҙыҡһыныуын юғалтҡан. 1846 йылдан Дворцовая набережная урамындағы, 16 һанлы айырым йорт хужаһы булып торған.[15] Күп ваҡытын сит илдәрҙә үткәргән, һәм унда иренән башҡа йәшәгән. 1850 йылдарҙың аҙағында Наполеон III һарайында ҡабул ителгән һәм париж юғары ҡатлам даирәләрендә күренекле булған. Замандаш әйтеүенсә, рус илсеһе граф Киселевтың салонында, ысын хужабикә урынына, кенәз ҡатыны Радзивилл етәкселек иткән, ул «бик күркәм һәм мөһабәт, әммә еңмеш һәм тәкәббер ҡатын-ҡыҙ тип иҫәпләнә. Парижда ул Николай I һәр саҡ үҙенә яҡшылыҡ теләүе тураһында хәтерләргә ярата. Ул герцог де Морниҙы ҡурсалай, уны тыңларға ярата һәм, ул Петербургҡа юлланғас, ҡурсалаусан хат бирҙе»[16].

Княгиня Радзивилл үҙенең иренән бер нисә йылға оҙағыраҡ йәшәй һәм яңғыҙлыҡта ҡартайып 1887 йылдың 17 июлендә Парижда вафат була, һәм шунда Монмартр зыяратында ерләнә. Ҡәберлеге һаҡланған. Уның балалары булмай.

  1. Radziwiłłowie herbu Trąby (пол.)Warszawa: Archiwum Główne Akt Dawnych, Wydawnictwo DiG, 1996. — 67 с. — ISBN 83-85490-62-0
  2. Некоторые источники датой её рождения указывают 1806 год
  3. Братья Булгаковы. Переписка. Т.1. — М.: Захаров, 2010. — С. 640.
  4. Записки графа М. Д. Бутурлина. Т.1. — М.: Русская усадьба, 2006. — С. 236.
  5. Раз княжна Урусова разговаривала со своим кавалером в танце, он спросил её, что она читает. Она ответила:«Розовенькую книжку, а сестра моя читает голубую». Другой раз влюблённый в неё князь Мещерский с увлечением говорил с ней о литературе. Софья долго его слушала и, наконец, перебила его речь вопросом:«Скажите, князь, какое вы употребляете мыло, когда бреетесь?»
  6. Е. А. Сабанеева. Воспоминания о былом. Из семейной хроники. — СПБ., 1914. — 172 с.
  7. Эдвард Джошуа Купер (1798—1863), ирландский политик, много путешествовал по Европе, астроном-любитель, после смерти отца унаследовал огромный замок, где построил одну из лучших обсерваторий в Европе.
  8. Подлинные письма из России. 1825—1828. — СПб., 2011. — 320 с.
  9. Не веровал я Троице доныне…
  10. 10,0 10,1 Н. С. Лернер. С. А. Радзивилл // Столица и усадьба. 1917. № 79. — С. 13-14.
  11. Долли Фикельмон. Дневник 1829—1837. Весь пушкинский Петербург. — М.: Минувшее, 2009. — 1002 с.
  12. Воспоминания великой княжны Ольги Николаевны. Сон юности.
  13. А. О. Смирнова-Россет. Дневник. Воспоминания. — М.: Наука, 1989. — 789 с.
  14. Из писем А. Я. Булгакова к княгине О. А. Долгорукой // Русский Архив. 1906. Кн. 1. — С. 152.
  15. [http://walkspb.ru/zd/dvortsovaya12_16.html Дворцовая наб. 12-16 — Прогулки по Петербургу
  16. Заграничные столичные новости и мелочи // Исторический Вестник. 1909. Т.117. — С. 350.