Эстәлеккә күсергә

Соҡсон (Пермь крайы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала тибындағы ҡасаба
Соҡсон
Герб[d]
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Соҡсон

Координаталар

57°08′50″ с. ш. 57°23′48″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1651

Ҡала тибындағы ҡасаба с

1933

Халҡы

8158[1] кеше (2016)

Телефон коды

+7 34275

Почта индексы

617560

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 251 551

ОКТМО коды

57 731 000 051

Рәсми сайт

suksun.ru

Соҡсон (Рәсәй)
Соҡсон
Соҡсон
Соҡсон (Пермь крайы) (Пермь крайы)
Соҡсон

Соҡсон (рус. Суксун) — Пермь крайының көньяҡ-көнсығышында ҡала тибындағы ҡасаба, Соҡсон йылғаһы буйында урынлашҡан. Соҡсон районының административ үҙәге[2], шулай уҡ Соҡсон ҡалаһы ҡала округының административ үҙәге[3]. Рәсәйҙең тарихи ҡалалары исемлегенә ингән булған (2002 йылғы исемлек). Тәүге тапҡыр йылъяҙмаларҙа 1651 йылда яҙылып үткән, 1933 йылдан ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә. Ҡасаба тарихы Соҡсон заводы менән тығыҙ бәйле, ул 1727 йылдан алып эшләй һәм әле лә оптик-механика заводы булараҡ эшләп килә.

Ҡасаба атамаһы Соҡсон йылғаһы исеменән бирелгән. Был атаманың барлыҡҡа килеүе буйынса төрлө версиялар бар. Ғалимадр билдәләүенсә, был атаманың мәғәнәһе «нимәнелер табырға тырышып эҙләнеү, соҡоноу, төпсөнөү» тигәнгә тура килә[4]. Башҡа версия буйынса, башҡорт йәки татар теленән килә һәм һыуыҡ һыу тигәнде аңлата[5].

Соҡсон Пермь крайының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Пермдән 134 саҡрым алыҫлыҡта һәм Свердловск өлкәһе сигенән 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡасаба Соҡсон (Сылва йылғаһының һул ҡушылдығы) эргәһендә урынлашҡан. Соҡсон заводы төҙөлгәндә, быуа быуыла, уның көнсығыш яры буйлап ҡасаба үҫә, ә ҡапма-ҡаршы яҡта Сылва һыртының битләүе ята, унан ҡасабаға матур күренеш асыла. Завод төҙөлгәс, Соҡсон йылғаһы ике йылғаға бүленә: Суксунчик (быуа һәм тамағы араһында) һәм Сандутка (быуанан өҫкө өлөшө).

1651 йылда тәүге тапҡыр йылъяҙмала иҫкә алына[6].

1723 йылда Берг-коллегия «Невьян камиссары Никита Демидовтан» Соҡсон йылғаһында баҡыр иретеү заводын төҙөүгә ғариза ҡабул итә. Соҡсон баҡырын эшкәртеү 1724 йылда уҡ башлана, ә 1725 йылдың ғинуарында сәнәғәтсе Акинфий Демидов башҡармаһында баҡыр иретеү заводы һалына, ул 1727 йылдың 11 авгусында эшен башлай һәм 1729 йылдың 15 ғинуарынан алып тулы ҡеүәттә эшләй. Завод дәүләт заказы өсөн таҙартылған баҡырҙан башҡа, эске баҙарҙа һатыу өсөн сортлы баҡыр ҙа етештерә[7].

Артабанғы йылдарҙа Соҡсон заводында ҡыңғырау ҡойоу һәм еҙ етештереү өсөн «таш фабрикаһы»; баҡыр һәм еҙҙән һауыт-һаба, көнкүреш һәм сиркәү кәрәк-яраҡтары етештереү фабрикаһы; самауырҙар етештереү фабрикаһы барлыҡҡа килә. 1841 йылда бында Уралда беренсе «Никита Демидов» исемле тимер корпуслы пароход төҙөлә һәм һыуға сафҡа индерелә.

Һуңыраҡ Соҡсон заводында тимер сүкеш етештереү башлана, 1864 йылға был предприятие өсөн төп производствоға әйләнә. Соҡсонда тау сәнәғәте идаралығының баш контораһы була. Ул Соҡсон, Бымовский, Ашап, Иҫке Уткин һәм башҡа заводтарҙы берләштерә. 1847 йылда Соҡсон заводы дәүләт ҡаҙнаһына һатыла, ә 1848—1893 йылдарҙа йыш ҡына хужаларҙы алмаштырв, шул иҫәптән ике тапҡыр Демидовтар милкенә кире ҡайтарылған.

Крепостнойлыҡ хоҡуҡ бөтөрөлгәндән һуң Соҡсонда самауырҙар һәм башҡа баҡырҙан һауыт-һаба етештереү буйынса күп оҫтаханалар барлыҡҡа килә. Иң билдәле оҫтаханалар—Маношин, Панфилов, Шерлаимов, Семковтыҡылар була. Уларҙың эштәре төрлө күргәҙмәләрҙә миҙалдар ала, ә Г. Н. Помыткиндың самауырҙары 1900 йылда Париж ҡалаһында Бөтә донъя күргәҙмәһендә күрһәтелә[8].

1893 йылда Соҡсон заводы Пермь пароходсылары ағай-энеләр Каменскийҙар һатып ала. Был ваҡытта завод күрше райондарҙан килтерелгән суйын эшкәртә. Мәғдәнде ташыуы ауыр булыуы арҡаһында, етештерелгән суйын бик ҡыйбатлы булған. Тимер юлы һалыу мәсьәләһе күтәрелгән, әммә кире хәл ителгән. Шулай итеп тимер етештереү йылдан-йыл кәмеп 1913 йылда туҡтатылған. 1915 йылдан алып 1917 йылға тиклем Соҡсон заводында әрме поход ашханалары өсөн ҡаҙандар етештереү менән шөғөлләнгән.

1927 йылда национализацияланған заводта Ҡыҙыл армияның санитар идаралығы өсөн медицина аппаратураһы— автоклавтар етештереү яйға һалына[9].

1933 йылдың 20 июнендә Соҡсон ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә була[10].

1941 йылдың йәйендә Соҡсон заводының төп профилен үҙгәрткән Витебск күҙлек етештереү фабрикаһы эвакуациялана. СССР-ҙың Халыҡ-ара Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡушыуы буйынса завод линзалар һәм һаҡлағыс күҙлектәр етештерә башланы. 1956 йылда завод тулыһынса линза һәм күҙлектәр сығарыуға күсә. Шуның менән бәйле ул «Суксунский оптико-механический завод» тип үҙгәртелә. Әлеге ваҡытта завод шәхси һаҡланыу саралары (һаҡлағыс күҙлектәр, каскалар, наушниктар һәм башҡалар) сығара[11].

1969 йылдың 4 июлендә Соҡсонда «Электроприбор» заводы асыла. 1993 йылдан — «Суксунский самовар» акционерҙар йәмғиәте асыла,әммә 2006 йылда килем килтермәү менән бәйле ябыла.

1924 йылдан алып Соҡсон районының административ үҙәге булып тора[12]. Шулай уҡ Соҡсон ҡала округы муниципаль берәмек үҙәге булып тора (2019 йылға тиклем — Соҡсон муниципаль район)[13].

Халыҡ иҫәбе
1959[14]1970[15]1979[16]1989[17]2002[18]2006[19]2007[19]2009[20]
77318487881988828495840084008312
2010[21]2012[22]2013[23]2014[24]2015[25]2016[1]
802279868090812081578158
  • Соҡсон оптик-механик заводы
  • «Ключи» курорты
  • «Суксунский хлеб» предприятиеһы
  • «Пермэнергосбыт» предприятиеһы

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Самауыр һәйкәле
  • Соҡсон тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы
  • Плакун шарлауығы
  • Курорт «Ключи»
  • Соҡсон быуаһы
  • Карст соҡорҙары
  • Пётр һәм Павел сиркәүе (1798)[26]
  1. 1,0 1,1 Численность постоянного населения Пермского края по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 30 март 2016. Архивировано 30 март 2016 года.
  2. В рамках административно-территориального устройства Пермского края.
  3. В рамках муниципального устройства Пермского края.
  4. Рәшит Шәкүр. Йәшәгән, ти, борон соҡсондар... «Башҡортостан» гәзите. Дата обращения: 1 ғинуар 2024.
  5. Суксун, Суксунский район, посёлок городского типа / Энциклопедия «Пермский край». enc.permculture.ru. Дата обращения: 15 июль 2019. Архивировано из оригинала 10 март 2016 года. 2016 йыл 10 март архивланған.
  6. Ҡалып:Книга:Урал: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия
  7. «Железная империя» Демидовых в XVIII веке (часть 2). Всe нoвoсти Нижнегo Тaгилa (17 июнь 2014). Дата обращения: 15 июль 2019. Архивировано 15 июль 2019 года. 2019 йыл 15 июль архивланған.
  8. Александр Попов. Самовары Урала. — Москва: Хобби Пресс, 2021. — С. 12—13. — 104 с. — ISBN 978-5-904792-55-8.
  9. «РОСОМЗ» - История. www.rosomz.ru. Дата обращения: 15 июль 2019. 2019 йыл 15 июль архивланған.
  10. Государственный архив Пермского края — Пермский край «День за днем». Июнь, сохранено web.archive.org
  11. «РОСОМЗ» - Виды продукции. www.rosomz.ru. Дата обращения: 15 июль 2019. 2019 йыл 15 июль архивланған.
  12. «Об административно-территориальном устройстве Пермского края» (с изменениями на 20 июня 2019 года), Закон Пермской области от 28 февраля 1996 года №416-67. docs.cntd.ru. Дата обращения: 4 август 2019.
  13. «Об образовании нового муниципального образования Суксунский городской округ», Закон Пермского края от 23 февраля 2019 года №358-ПК. docs.cntd.ru. Дата обращения: 15 июль 2019.
  14. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  15. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  16. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  17. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  18. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  19. 19,0 19,1 Оценка численности постоянного населения Пермского края в разрезе муниципальных образований на 1 января 2006 (погрешность 150 человек) и 2007 (погрешность 50 человек) годов. Дата обращения: 25 ғинуар 2015. Архивировано 25 ғинуар 2015 года.
  20. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  21. ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края. Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  23. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  24. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  26. [1]