Спора
Спора |
Биология фәнендә , спора(грек. σπόρος «сәсеү; орлоҡ») — енси булмаған һәм енси үрсеү өсөн махсуслашҡан күҙәнәк.
Шулай уҡ, мөхит эсендә таралыу өсөн хеҙмәт итә, уңайһыҙ йәшәү шарттарына ҡулайлашыу ысулы булып тора.
Спора — ҡайһы бер юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең, ылымыҡтарҙың, бәшмәктәрҙең һәм бер күҙәнәкле организмдарҙың йәшәү циклының бер өлөшө булып тора.
Бактерияларҙа спора экстремаль шарттарҙа һаҡланыу, тере ҡалыу сараһы булып хеҙмәт итә. Уңайһыҙ шарттарҙа бактёриаль күҙәнәктең цитоплазмаһы ҡыҫыла, яңынан ҡалын тышса барлыҡҡа килтереп, тынлыҡ стадияһына күсә.
Биологияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биологияла «спора» һүҙе төрлө мәғәнәлә ҡулланылырға мөмкин:
- Бәшмәк споралары— енси һәм енси булмаған үрсеү үрсеү өсөн хеҙмәт итеүсе гаплоид күҙәнәк.
- Үҫемлек споралары— енси булмаған үрсеү өсөн хеҙмәт итеүсе күҙәнәк йәки күҙәнәктәр төркөмө.
- Бактерияларҙа спора — насар йәшәү шарттарына яраҡлашыу, тереклеген һаҡлап ҡалыу ысулы.
Үҫемлек споралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спора (греч. spora - орлоҡ, сәсеү) - енси булмаған юл менән үрсеү өсөн хеҙмәт итеүсе яйланма. Ғәҙәттә, бер күҙәнәктән ғибәрәт. Шул бер күҙәнәктән өлкән үҫемлек үҫешеп етә.
Спораларҙы үҫемлектәрҙең бар төрҙәре лә барлыҡҡа килтерә. Спора барлыҡҡа килеү процесы спорогенез тип атала. Спора барлыҡҡа килтереүсе күҙәнәкте йәки органды спорангий тип атайҙар.
Үҫемлектең спорангий хасил итеү стадияһы, йәғни спора барлыҡҡа килтереүсе йәшәү циклы спорофит(спорофит—спора барлыҡҡа килтереүсе) тип атала.
Ҡағиҙә булараҡ, спорофит үҫемлектең диплоид фазаһы булып тора. Бары ылымыҡтарҙа һәм ҡайҙы бер бәшмәктәрҙә генә спорофиттары гаплоид заттан була .
Спора махсус тышса менән уратып алынған. Был тышса оҙаҡҡа һуҙылған экстремаль шарттарҙа ла (мәҫ. ҡышты, оҙайлы ҡоролоҡто) спораны ышаныслы һаҡлаусы ҡулайлама булып тора.
Саң һымаҡ ҡына споралар бик еңел булалар. Ел йәки башҡа юлдар менән таралалар.Дым булған урынға барып эләгеү менән шытып сығалар.
Һыу үҫемлектәренең спораһында һыуҙа таралыу өсөн яйланмалары була. Шуға, әүҙем рәүештә күсеп йөрөүгә һәләтлеләр.
Башҡа мәғәнәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Бәхәс» фәнни-фантастик фильм ужасов режиссёр Максим Дьячук, 2011.