Эстәлеккә күсергә

Ставский проспекты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ставский проспекты
проспект
Дондағы Ростов
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Тимер юл

Элекке исемдәре

Коцебу проспекты

Оҙонлоғо

730 м

картала


Ставский проспекты — Дондағы Ростовтың Тимер юл районындағы Ленгородоктың (Затемерницкий ауылы) ҙур булмаған проспекты.

Ихтилал майҙанында урынлашҡан Лендворецтан башлана, һәм 1-се Баррикада урамына тиклем һуҙыла. Башында ауышлыҡ бар һәм артабан, Профсоюз урамынан һуң, тигеҙләшә.

1902 йылғы Ростов стачкаһы етәксеһе Иван Иванович Ставский хөрмәтенә аталған.

Элекке исеме барон Коцебу Фёдор Пеллар фон Пильхау — 19041910 йылдарҙағы Ростов ҡала башлығы хөрмәтенә бирелгән була. Проспект Ленгородоктың төп урамы.

1997 йылға тиклем проспектта таш түшәлгән була. Һуңғараҡ уны асфальт менән алмаштыралар.

  • дом № 1/5 — Ростов электровоз ремонтлау завоы
  • дом № 2 — Ленин исемендәге тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы.

Ихтилал майҙанынан Профсоюз урамына тиклем проспектта хәрәкәт бер яҡлы. Йүнәлеш Темерник үҙәненән өҫкә ҡарай Профсоюз урамына бара. Профсоюз урамынан һуң 1-се Баррикада урамына тиклем хәрәкәт ике яҡлы.

Билдәле булыуынса, 1917 йыл революцияһынан һуң, урамдарҙың «иҫке режимдың» билдәле кешеләре исемдәрен йөрөткән күбеһен, совет власы яңы заманға яраҡлаштырып үҙгәртә. Ләкин Коцебу проспекты Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына, немец атамаларын һәм топонимдарын юҡҡа сығарыу тулҡынында үҙгәртелә.