Эстәлеккә күсергә

Стара река ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Стара река битенән йүнәлтелде)
Стара река ҡурсаулығы
Нигеҙләү датаһы 19 март 1981
Рәсем
Дәүләт  Болгария
Әһәмиәтле урын Карлово (ҡала)
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Майҙан 1974,7 гектар
Карта
 Стара река ҡурсаулығы Викимилектә

Стара река ҡурсаулығы - (ингл. Stara Reka Reserve),(болг. Стара река - "старая река") - үҙәк Болгариялағы Балкан Үҙәк Милли паркы туғыҙ ҡурсаулығының береһе [1]

Болгарияла «Үҙәк Балкан» Милли паркы (болг. Национален парк Централен Балкан) бар — ул ҡурсыулы зонала, илдең үҙәк өлөшөндә, Балкан тауҙарында ойошторолған[2] . Стара река ҡурсаулығы уның бер өлөшө, 1981 йылдың 19 мартында тауҙарының уникаль экосистемаһын һаҡлау маҡсатында ойошторолған Майҙаны 1974.7 га, йәки 19.747 км[3].

Эшмәкәрлек режимы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡта ошоларҙан башҡа теләһә ниндәй эшмәкәрлек төрө тыйылған:

  • һаҡлау буйынса эштәр;
  • фәнни маҡсаттағы эшмәкәрлек;
  • билдәләнгән юлдар буйынса, шул иҫәптән белем биреү маҡсаты менән генә үтеү ;
  • экосистеманы боҙмаҫлыҡ һанда, юлдарҙа һәм ваҡытта, фәнни маҡсат менән йәки икенсе урындарҙа тергеҙеү ниәте менән ҡырағай үҫемлектәрҙән һәм йәнлектәрҙән орлоҡ материалдары йыйыу[4].

Ҡурсаулыҡ Карлово ҡалаһынан бер нисә саҡрым төньяҡтараҡ, Пловдив өлкәһенең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ул Левски суҡыһынан (2166 м) Голям купен суҡыһына (2169 м) Балҡан тауҙарының көньяҡ битләүҙәрен биләй, Стара река һәм ҡушылдыҡтары буйлап көньяҡҡа табан тау һырттарын аймап ята

Ҡурсаулыҡ һырттары диңгеҙ кимәленән 1000-дән 2169 метрға тиклем етә. Балҡан тауҙарының көньяҡ битләүҙәре120 көн самаһына ҡар менән ҡаплана, климаты йомшағыраҡ.

Тупрағының типтары төрлө: бейек таулы урындарында тау-болон тупрағы, түбәнерәк ерҙәрендә урман-көрән һәм көрән төҫтәргә күсә.

Ҡурсаулыҡ һирәк осрай торған үҫемлектәргә бай. 45 төрө Болгарияның Ҡыҙыл Китабына индерелгән, уларҙың 20 төрө, мәҫәлән, "Primula frondosa", "Centaurea kerneriana", "Campanula trojanensis", "Stachys alpina" эндемик тәрҙәргә инә[5].

Стара река ҡурсаулығында Балҡан тауҙарының көньяҡ битләүе буйлап ҡоралайҙың иң көнбайыш тоҡомо тереклек итә. Бында шулай уҡ һоро айыу, күк бүре, ҡырағай бесәй, европа ҡарағай һыуһары һәм евразия ҡамаһы ҡурсып тотола[6].

Авифауна күп төрлө ҡоштар менән данлы: бөркөттәрҙең, һарҙарҙың, ҡарсығаларҙың, ыласындарҙың бер нисәшәр төрө, евразия бөркөт-ябалағы тереклек итә. Ҡурсыулы ҡоштарға шулай уҡ сел, аҡ һыртлы тумыртҡа, ҡара тумыртҡа һәм башҡалар инә[7].


  1. Национален парк Централен Балкан[[1]]
  2. Национален парк Централен Балкан[[2]]
  3. Регистър на защитените територии и защитените зони в България[3]
  4. Регистър на защитените територии и защитените зони в България[4]
  5. Регистър на защитените територии и защитените зони в България[5]
  6. Регистър на защитените територии и защитените зони в България[6]
  7. Регистър на защитените територии и защитените зони в България[7]