Карлово (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Карлово
Герб
Karlovo gerb.gif
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1483
Рәсми атамаһы Karlovo
Дәүләт Болгария
Административ үҙәге Карлово[d]
Административ-территориаль берәмек Карлово[d]
Халыҡ һаны 27 659 кеше (2004)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 452 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Конин, Брянск һәм Барановичи[d]
Сиктәш Троян[d]
Майҙан 102 173 000 квадратный метр
Почта индексы 4300
Рәсми сайт karlovo.bg
Категория с картами на Викискладе Maps of Karlovo
Урындағы телефон коды 335
Commons-logo.svg Карлово Викимилектә


Карлово — Үҙәк Болгариялағы ҡала, Пловдив өлкәһенең Карлово общинаһы үҙәге.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карлово ҡалаһы уңдырышлы тупраҡлы Стрям йылғаһы үҙәнендә, Раузалар үҙәненең нәҡ уртаһында урынлашҡан, диңгеҙ кимәленән 386 метр бейеклектә ята.

Софиянан 56 км көнсығышҡа табан һәм Пловдивтан 145 км алыҫлыҡта төньяҡта урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карлово — Васил Левскийҙың тыуған ҡалаһы.

Бында 1947 йылда механик завод булдырыла, 1949 йылда ул тракторҙар сығарыусы завод булып китә (Карловски трактор заводы).

2005 йылда ҡаланан йыраҡ урында археологтар Фракияның. баш ҡалаһын тапҡан.Әлеге мәлдә ҡаҙыуҙар дауам итә — бында фракийҙарҙың бик күп көнкүреш әйберҙәре һәм керамика ярсыҡтары табылған да инде.

Йыл Халыҡ
1985 28 411
1992 27 291
2000 26 099
2005 24 959
2010 24 132

Сәйәси хәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карлово общинаһының кметы (мэры) — община Емил Кабаиванов, община идаралығының һайлау һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылған.

Сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бында алһыу (рауза) май етештерелә, ул парфюмерияла киң ҡулланыла.

Ғәмәлдә Карлово вагондар ремонтлау заводы.

Карлово туристар ял итеү урындарының береһе булып тора.

Тәбиғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сучурум шарлауығы — ҡурсаулыҡ өлөшө, ҡаланан алыҫ түгел урынлашҡан. Шарлауыҡ үҙәк Балҡан тауҙарындағы Иҫке йылға буйында , Карловоға ингән ерҙең туранан-тура алдында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге яҡынса 480 метрҙа урынлашҡан. Шарлауыҡтың бейеклеге 8 метр. Фәнни мәғлүмәт үҙәге «Болгар энциклопедияһы». Болгарияның ҙур энциклопедияһы. 6 том : [болг.]. — София : «Хеҙмәт», 2012. — P. 2269—2270. — ISBN 9789548104289.
  • Милли парк «Үҙәк Балкан»[1].
През пролетта Купена Връх
Үҙәк Балҡан

Болгарияла Үҙәк Балҡан республика милли парктарының береһе булып тора. Бейеклеге 500—2376 метрараһында тирбәлә — иң түбән нөктәһе Карлово ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан, ә иң юғарыһы — Ботев түбәһе. Милли парк территорияһында 9 ҡурсаулыҡ бар, улар 20000 гектарҙан ашыуыраҡ биләмәлә урынлашҡан. Бында Боатин,Царичина, Козя стенаһы, Стенето, Төньяҡ Джендем, Пеещи ҡаялары, Соколна, Джендема һәм Иҫке йылға ҡурсаулыҡтары булдырылған.

Музейҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Милли музей «Васил Левски» — Апостолдың тыуған йорто. Йыл әйләнәһенә асыҡ[2].
  • Һөнәри һәм мәҙәни традициялар үҙәге «Бухаловият хан» /ҡунаҡ йорто/. Бухаловият хан убинаһы XIX быуат урталарында төҙөлгән, ҡаланың иң ҡыҙыҡ һәм матур биналарының береһе. Был йотта Васил Левски ойошторған революцион комитет ултырыштары үткән. Хәҙер туристар бында урындағы халыҡ ижадына ҡағылған ағас киҫеү оҫталары, гравер, баҡыр әйберҙәр эшлүселәр, бондарь (мискә эшләүселәр), иконалар төшөрөүселәр ижады менән таныша ала[3].
  • Архитектура — тарихи ҡурсаулығы «Боронғо ҡала». Ҡаланың иҫке өлөшөндә яҡынса 115 мәҙәниәт ҡомартҡыһы йорттары һаҡланып ҡалған. Уларҙың ҡайһы берҙәре генә хәҙерге көндә туристар өсөн асыҡ, әммә улар урамдағы боронғо йорттар торған йәшеллеккә күмелгән урамдар буйлап, үҙҙәренә ләззәт таба алалар.[4]

Башҡалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Васил Левский һәйкәле
  • Карлово ҡәлғә?е — бәләкәй генә күләмдә (500 кв.м). Ҡәлғә антик ҡомартҡыларға бай, улар IV—VI быуаттар ҡоролмалары һәм һуғыш ҡоралдары.

Даими ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр йыл һайын июндең беренсе шәмбеһендә (йәки майҙың һуңғы аҙнаһында) «Рауза фестивале» үткәрелә[5].

Йыл һайын Васил Левскийҙың тыуған һәм үлем көнө билдәләнә[6].

Бөйөк ураҙа алдындағы беренсе йәкшәмбелә һәр йылда төрлө райондарҙан килгән ряженыйҙар уйындары үткәрелә.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бакарджиев, Георги (1899—1972) — рәссам, Болгарияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Димитров премияһы лауреаты.
  • Лазаров, Иван (1889—1952) — болгар скульпторы, педагог, профессор, Сәнғәт милли академияһының ректоры, Болгарияның атҡаҙанған рәссамы, Болгария халыҡ рәссамы, Болгария фәндәр академияһының академигы.
  • Станчев, Христо (1870—1950) — болгар рәссамы,
  • Проданов, Христо (1943—1984) — Эверестҡа иң беренсе булып күтәрелгән болгар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://www.centralbalkannationalpark.org Балҡан милли паркының үҙәк рәсми сайты
  2. Васил левский Карлово милли музейы г.(недоступная ссылка)
  3. Община Карлово. www.karlovo.bg. 4 март 2019 тикшерелгән.
  4. Болгар ҡалаһы Карлово | Ҡала
  5. Бургас и туристическая Болгария (ru-RU). Бургас и туристическая Болгария. 4 март 2019 тикшерелгән.
  6. Община Карлово. www.karlovo.bg. 4 март 2019 тикшерелгән.