Степанов Леонид Александрович
Степанов Леонид Александрович | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Леонид Маяксем (тулы исеме Леонид Александрович Степанов; 1938 йылдың 2 ғинуары, Сикасси ауылы, Канаш районы, Сыуаш АССР - 11 ғинуар 2014, Чебоксар) - сыуаш яҙыусыһы, прозаик. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леонид Максим 1938 йылдың 2 ғинуарында Сыуаш АССР Канаш районы Сикасси ауылында тыуған.
Ауыл мәктәбендә 7 синыф тамамлай, аннары Һарытаула киномеханик белгеслеген ала, Яльчик районы ауылдарында күсмә кинозалда кинофильмдар күрһәтә. Армияла хеҙмәт итеп, Чебоксар электромеханика заводында токарь булып эшләй. Чувашрадиола эшләй. Ситтән тороп М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай. 1974-1980 йылдарға Сыуашстан яҙыусылар сәнғәт союзының әҙәбиәтын пропаганда бюроһында, әҙәби фронттың Сыуаш бүлеге рәйесе булып эшләй.
2014 йылдың 11 ғинуарында Сыуашстан баш ҡалаһы Чебоксар ҡалаһында вафат була.
Беренсе очеркты 1961 йылда «Ялав» журналында баҫтыра. 1981 йылдан әҙәбиәт һәм профессиональ дәрәжәлә шөғөлләнә башлай.
Күренекле китаптары: «Килет шурăмуç çуталса» (Таң ата, 1970), «Тупатăпах сана, Сильва» (Табармын һине, Сильва, 1972) «Асамлă каскăч» (Тылһымлы төрән, 1976), «Аманнă туратка» (Көсө ботаҡ, 1980), «Вĕлтрен милĕкĕ» (Кесерткән себеркеһе, 1980), «Я найду тебя, Сильва» (Табырмын сине, Сильва, 1984), «Вторая встреча», (Икенсе осрашыу, 1988), «Хунавсăр йывăç» (Үрентеһез ағас),
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гордеев Д. В., Силэм Ю. А. Антология чувашской литературы. — Чебоксары, 2003. — Т. 1 : проза.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маяксем, Л. А. Леонид Маяксем: Писатель пултӑм, укҫана кӗреҫепе хыраймарӑм / Л. Маясксем ; Л. Чугунова [калаҫнӑ] // Самант. – 2007. – № 12. – С. 12-13.
- Маяксем, Л. Тавах, анне / Л. Маяксем // Хыпар. – 2001. – 21 пуш.
- Осипов, Н. Н. Ҫыравҫӑ хайлавӗ – пурнӑҫ тӗкӗрӗ / Н. Н. Осипов // Тӑван Атӑл. – 2010. – № 3. – С. 65-70.
- Прокопьев, В. Тĕплĕн, васкамасăр // Прокопьев, В. Канаш тăрăхĕн ятлă-сумлă çыннисем / В. Прокопьев. – Шупашкар, 2005. – С. 200-202.
- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2