Эстәлеккә күсергә

Молодцов Степан Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Степан Васильевич Молодцов битенән йүнәлтелде)
Молодцов Степан Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 27 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Рязань губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 3 апрель 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (78 йәш)
Һөнәр төрө юрист
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]

Молодцов Степан Васильевич (27 декабрь 1919 йыл — 3 апрель 1998 йыл) — юрист, халыҡ-ара һәм диңгеҙ хоҡуҡтары белгесе; Ленинград дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған (1941), юридик фәндәр докторы, диссертацияһы асыҡ диңгеҙ хоҡуҡи режимы тураһында яҙылған (1961), Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире һәм профессоры (1962); Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының хоҡуҡ кафедраһы мөдире һәм профессоры (1975); Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Степан Васильевич Молодцов Граждандар һуғышы ваҡытында: 1919 йылдың 27 декабрендә Рязань губернаһында тыуа. Ленинград дәүләт университетында уҡый һәм уның тарих факультетын 1941 йылда тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армияның Хәрби-һауа көстәре өсөн аэродром төҙөлөшө начальнигының ярҙамсыһы була: 1941—1942 йылдарҙа Ленинград янындағы Төньяҡ-көнбайыш фронтында хеҙмәт итә. «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Икенсе донъя һуғышынан һуң, 1946 йылда Юғары дипломатик мәктәбен тамамлай һәм СССР Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты аспирантураһына уҡырға инә аспирантурала уҡырға инә — 1950 йылға тиклем аспирантурала уҡый. Шул уҡ йылда ул профессор Евгений Коровин етәкселегендә «Международно-правовой режим Балтийских проливов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. Аспирантураны тамамлағандан һуң, шул уҡ институттың халыҡ-ара хоҡуҡ секторында бер-бер артлы өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире, ғилми секретарь булып ун йылдан ашыу эшләй. 1961 йылда «Международно-правовой режим открытого моря и континентального шельфа» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә.

Бер йылдан һуң Молодцов СССР Сит ил эштәре министрлығының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры булып бында 1966 йылға тиклем эшләй. Бынан һуң ул Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында (РУДН) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. Дәүләт-ара һәм халыҡ-ара конференциялар эшендә ҡатнаша: атап әйткәндә, асыҡ диңгеҙ, территориаль диңгеҙ һәм уларға ҡараған зоналар тураһындағы Конвенцияның тексын әҙерләүҙә ҡатнаша, шулай уҡ, 1958 йылда Антарктика тураһындағыкилешеүҙе төҙөүһә ҡатнаша. Был килешеү 1959 йылда ҡабул ителә. 1966—1969 йылдарҙа ул Бөтә донъя тыныслыҡ советы секретары, бер үк ваҡытта Веналағы халыҡ-ара донъя институтының вице-президенты була.

Степан Молодцов йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора; уның ғилми етәкселеге аҫтында дүрт тиҫтә кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлана. Ул халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм дипломатияның төрлө тармаҡтарында махсуслашҡан: сауҙа һәм хәрби мәсьәләләр менән шөғөлләнә, шулай уҡ донъя балыҡсылыҡ хужалығы проблемалары менән шөғөлләнә. Уның бер нисә хеҙмәте СССР-ҙа һәм сит илдәр нәшриәттәрендә инглиз һәм немец телдәрендә баҫылып сыҡҡан: атап әйткәндә, уның «Донъя һәм дәүләт сиктәре» китабы инглиз, француз һәм испан телдәрендә нәшер ителгән:

  • «Международно-правовой режим открытого моря и континентального шельфа» (М., 1960);
  • «Международно-правовой режим морских вод» (М., 1982);
  • «Международное морское право» (М., 1987).
  • «Курс международного права» (1967—1973; соавтор)
  • Мирное урегулирование территориальных споров и вопросов о границах / С. В. Молодцов // Советский ежегодник международного права. 1963 = Soviet year-book of international law. 1963 / Советская Ассоциация международного права. — М.: Наука, 1965. — С. 70—84.
  • Некоторые вопросы территории в международном праве / С. В. Молодцов // Советское государство и право. — М., 1954. — № 8. — С. 63—72.
  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.