Эстәлеккә күсергә

Туснолобов Степан Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Степан Сергеевич Туснолобов битенән йүнәлтелде)
Туснолобов Степан Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 27 октябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Нолинский уезд[d], Вятка губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 24 декабрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Дүртөйлө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Дүртөйлө
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Туснолобов Степан Сергеевич   (27 октябрь 1918 йыл24 декабрь 1986 йыл) — нефтсе, Дүртөйлө быраулау идаралығының элекке быраулаусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының танкыға ҡаршы дивизионында орудие командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры.

Степан Сергеевич Туснолобов 1918 йылдың 27 октябрендә Белогорье ауылында, хәҙер Киров өлкәһе Нолин районы, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1922 йылда ата-әсәһе менән Башҡортостандың Баҡалы районы менән сиктәш Татарстандың Мөслим районы Покровка ауылына күсеп килә.

Иҫке Шарашлы ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай, Башҡортостандың Баҡалы районындағы Карпов урта мәктәбендә уҡый. 1936 йылда Минзәлә ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә, ләкин ауырыу сәбәпле уҡыуын ҡалдырып, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһына күсеп килә. 1937—1940 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинаты эшсеһе, ҡорос ҡойоу буйынса контролер була.

Ҡыҙыл Армияға 1940 йылдың февралендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың авгусынан. 20 уҡсылар дивизияһы составында Кубань, Польша һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша, Еңеү Көнөн Берлинда ҡаршылай. Ике тапҡыр яраланған.

1945 йылда старшина С. С. Туснолобов демобилизациялана. Белоруссияның Сураж ҡалаһында ауыл хужалығы банкыһында инструктор булып эшләй. 1948 йылда ул Башҡортостанға күсеп килә һәм сирек быуаттан ашыу «Туймазабурнефть» тресында 2-се быраулау контораһында быраулаусы булып эшләй. Дүртөйлө ҡасабаһында (1989 йылдан — ҡала) йәшәй.

1986 йылдың 24 декабрендә вафат була. Дүртөйлө ҡалаһында ерләнгән[1].[2]

Айырым истребителдәр-танкка ҡаршы дивизияның 281-се  орудие командиры  (20-се уҡсылар дивизияһы, 28-се армия, 1-се Белоруссия фронты) өлкән сержант Туснолобов Степан 1944 йылдың 22 июнендә расчет составында Белоруссияның Полесье өлкәһе Пружинище ауылы янында дошмандың пулемёт нөктәһен баҫтыра, дзотын шартлата һәм бер нисә 105 мм-лы орудиеһын сафтан сығара.  Был районда оборонаны өҙгәндә ҡыйыу артиллерист дошмандың  отделениенан ашыу пехотаһын юҡ итә. 1944 йылдың 6 июлендә белорус ауылы  Дубище янында дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда өлкән сержант Туснолобов орудиенан унға яҡын гитлерсыны юҡ итә.  

1944 йылдың 17 июлендәге бойороҡ менән  немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта  командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн  Туснолобов Степан Сергеевич 3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 88272) менән бүләкләнә.

Өлкән сержант С.С.Туснолобовтың хәрби расчеты 1944 йылдың 24 авгусынан алып 27 авгусҡа тиклем польша ҡалаһы Вышкув районында ике тиҫтәнән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, ике пулемёт нөктәһен һәм биш миномётты баҫтыра, ике дошман блиндажын ҡаплай.   

1944 йылдың 27 сентябрендәге бойороҡ менән немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн Туснолобов Степан Сергеевич  2-се дәрәжә Дан ордены (№ 25871) менән бүләкләнә.

174-се  уҡсылар полкының 76 мм-лы пушка батареяһының орудие командиры (20-се уҡсылар дивизияһы, 28-се армия, 3-сө Белорус фронты) өлкән сержант  Степан Туснолобов расчет составында 1945 йылдың 31 ғинуарынан алып 27 мартҡа тиклем Арботен, Зоринберг ҡалалары (Көнсығыш Пруссия) райондарында һәм Фришес-Хафф ҡултығы ярына сыҡҡанда өс тиҫтәгә яҡын гитлерсыны юҡ итә, бер нисә пулемёт нөктәһен баҫтыра, танкыға ҡаршы орудиены сафтан сығара, биш дзотты шартлата, дошмандың боеприпастары һәм хәрби мөлкәте тейәлгән унға яҡын автомашинаны яндыра.

СССР  Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн Туснолобов  Степан Сергеевич 1-се дәрәжә  Дан ордены (№ 1662) менән бүләкләнә һәм  Дан орденының тулы кавалеры була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М.А. Ильгамов т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. -544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.