Стрелка (Түбәнге Новгород)
Стрелка | |
Нигеҙләү датаһы | XVII быуат |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Урын | Түбәнге Новгород |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Ока[d] |
Етәксе орган | Нижегородская городская дума[d] |
Рәсми сайт | strelkapark.ru |
Стрелка Викимилектә |
Ока һәм Волганың Стрелкаһы (йыш ҡына ябай Стрелка) — Түбәнге Новгородтың тарихи үҙәгендәге тәбиғәттең төп иҫтәлекле урындарының береһе. Ока һәм Волга йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стрелка Ока менән Волганы айырып тора, ә элек ул Түбәнге Новгородҡа килгән һәм унан ебәрелгән йөк суднолары порты булған. Стрелкала ҡаланың йәнә бер иҫтәлекле урыны — Александро-Невский соборы бар. Бында шулай уҡ инженер Шуховтың 1896 йылдағы Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенә эшләп ҡуйған селтәрле конструкциялары ла тергеҙелгән. Уның ҙур ғына өлөшөн тарихи-мәҙәни үҙәк биләй.
2015—2018 йылдарҙа Стрелкала футбол буйынса Донъя чемпионатын үткәреү өсөн стадион төҙөлә. 2018 йылдың 12 июнендә шул исемдәге метро станцияһы асыла[1]. Стрелкала урынлашҡан йөк порты Кстово һәм Бор ҡалаларына күсерелә[2]. Уның урынына яңы парк ултыртыла[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус батшалығы һәм Рәсәй империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рус батшалығы дәүерендә Түбәнге Новгород Стрелкаһы Түбәнге Новгород өйәҙенең Стрелицтар станы үҙәге була[4]. Атамаһы ла шунан килеп сыға[5]. Аҙаҡ ул йылға порты булараҡ формалаша башлай. Ока һәм Волга буйлап Түбәнге Новгородҡа килгән караптарҙағы һәм төрлө сауҙа судноларындағы йөктәрҙе бушатыу һәм уларға йөктәр тейәү өсөн был бик уңайлы булып сыға. Түбәнге Новгородтың бейек убаһына ҡарағанда ике йылға киҫешкән урын причалдар төҙөү өсөн бик отошло була. Волга яғындағы ярҙарҙа Себер пристане хасил була.
Рәсәй империяһы дәүерендә Волга ярындағы пристандәргә Ока йылғаһы яғынан яңы Петербург пристандәре өҫтәлә. 1817 йылда Макарьевонан йәрминкәне күсереү Стрелканың йылға порты булараҡ үҫешенә булышлыҡ итә. Шул ваҡыттан алып һыу юлдарының йөк әйләнеше 70 миллион боттан артып китә. 1880 йылда Стрелкала Александр-Невский (Яңы йәрминкә) соборы төҙөлә. Бөтә Рәсәй күргәҙмәһен үткәргән ваҡытта, 1896 йылда, унда төрлө ҡунаҡ ихаталары, күргәҙмә павильондар төҙөлә, шулай уҡ ҡаланы йәрминкә менән тоташтырған беренсе трамвай йөрөй башлай. Был ваҡиға Стрелканы тулыһынса үҙгәртә, ул мәлдә Түбәнге Новгород ҡалаһы составына инмәгән Кунавин (Канавин) слободаһының иң йәнле урындарының береһенә әйләнә.
Совет осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Советтар Союзы осоронда Стрелка территорияһы ҙур үҙгәрештәр кисерә. 1918 йылдың 5 февралендә берҙәм пристандәр идаралығы булдырыла. 1932 йылда уның майҙанында ҙур йөк порты төҙөлә. 30-сы йылдар аҙағында шулай уҡ Александр-Невский соборын һүтеү башлана. Собор урынында В. И. Лениндың һәйкәл-маяғын төҙөү планлаштырыла. Әммә соборҙың сатырҙары ғына һүтелә. Ғәмәлдә собор бинаһы келәт һәм порт хеҙмәткәрҙәре өсөн коммуналь торлаҡ булараҡ файҙаланыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец авиацияһының портҡа һөжүмен кире ҡағыу өсөн собор ҡыйығында, үҙәк сатыр урынында, зенит пулеметы ҡуйыла. Стрелканы обороналау арҡаһында Люфтваффе порт территорияһына һәм Ока күперенә бер генә бомба ла ташлай алмай. Һуғыштан һуң Стрелкалағы порт тауар әйләнеше ныҡ арттыра һәм Советтар Союзы тарихында ғәйәт ҙур портҡа әйләнә. Һалҡын һуғыш дәүерендә Стрелкала ядро ҡоралына ҡаршы торорлоҡ ер аҫты бункерҙары селтәре төҙөлә[6]. 1983 йылда Александр-Невский соборы реставрациялана башлай .
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР тарҡалғандан һуң Стрелкалағы порт хосусилаштырыла. Уның тирәһендәге территорияла шәхси йорттар һәм гараждар төҙөлә, шулай уҡ ул үҫентеләр һәм сүп-сар менән ҡаплана. 90-сы йылдарҙа ҡала хакимиәтен һәм шунда йәшәүселәрҙе Стрелканың тышҡы күренеше тураһындағы мәсьәлә борсомай. Александр-Невский соборын реставрациялау тамамлана. Хәл тик 2000-се йылдар башында, порт янындағы буш урында яңы төҙөлөш ҡоролмалары хасил була башлағас ҡына үҙгәрә. Тәүҙә «Етенсе күк» биҫтәһе төҙөлә, бер аҙ һуңыраҡ шул исемдәге гипермаркет асыла. Был биләмәләрҙе үҫтереү буйынса пландар: торлаҡ массивтарын төҙөүҙе һәм Волга ярҙары буйлап яңы трассалар һалыуҙы күҙаллаған 80-се йылдарҙың генпланынына индерелә. Территорияға яңы йорттар һалына юлдар һәм башҡа төрлө инфраструктура булдырыла. 2010 йылдар башында был территорияла «Стрелка-Сити» сауҙа-эшлекле үҙәген төҙөү планы барлыҡҡа килә[7]. Әммә 2015 йылда Стрелка территорияһында 2018 йылда үткәреләсәк футбол буйынса Донъя чемпионаты өсөн стадион төҙөү, ә уның тирә-яғындағы территорияны тулыһынса реконструкциялау планлаштырылыуы билдәле була[8]. Шул уҡ йылда йылға порты күсерелә, ә уның функциялары Кстово, Бор һәм башҡа ҡалалар араһында бүленә[2].
Реконструкциялау барышында 1896 йылдағы күргәҙмәнең селтәрле металл конструкциялары табыла, улар Себер пристаненә күсерелеп, 1902 йылда келәт итеп үҙгәртелгән була[9]. Ҡала йәмәғәтселеге был конструкцияларҙы элекке урынында һаҡлап ҡалыу өсөн сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта элекке губернатор Валерий Шанцев та йәмәғәтселек фекере яҡлы була. Был конструкцияларҙы реставрациялау һәм уларҙы башҡа төрлө тәғәйенләнеш буйынса файҙаланыу, планлаштырыла[10]. 2017 йылдың 1 авгусында 30-сы йылдарҙа Советтар Союзы осоронда төҙөлгән иҫке бетон келәттәр һүтелә. Был конструкцияларҙы тарихи ҡиммәте буйынса йәмәғәтселек фекере бүленә: конструкцияларҙы һүтеүгә ҡаршылар «селтәрле конструкциялар менән тарихи пакгауздар», тип иҫәпләй, һәм был хата фекер булып сыға[11]. Ә бит XIX быуат пакгауздары үҙ урынында тора. 2017 йылдың декабрендә металл конструкцияларҙы реставрациялау өсөн бетон һәм кирбес көпләүҙе ҡул менән һүтәләр. 2018 йылдың 4 майындапакгауздың асылған металл конструкцияларын аҡ төҫкә буяй башлайҙар[12].
2016 йылдың 1 ноябрендә Стрелканан Мещера күле биҫтәһе буйлап Волганың яр буйына шоссе юл һалыу башлана[13]. Урындағы халыҡ уның проекты менән төҙөлөшөнә ҡаршы сығыш яһай. Улар был территорияны үҙҙәренең туранан-тура ял итеү урыны тип иҫәпләй һәм шулай уҡ, экология зонаһы, тип атай[14]. Әммә, ғәмәлдә яр буйы тулыһынса ҡыйралған һәм сүп-сарға күмелгән. Өҫтәүенә Волганың яр буйына юл һалыу проекты 1977 йылда уҡ төҙөлгән була, ә 2010 йылда раҫлана .
Һалҡын һуғыш дәүерендә Стрелкала ядро ҡоралына ҡаршы торорлоҡ ер аҫты бункерҙары селтәренең төҙөлөүе тағы ла бер асыш була. Уларҙы 2016 йылдың декабрендә генә табалар. Йәмәғәтселек уларҙы һаҡлау һәм унда Һалҡын һуғыш музейын ойоштороу тураһындағы фекерҙе белдерә[15].
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Собор Александра Невского
- Нижегородская ярмарка
- Стадион «Нижний Новгород»
- Станция метро «Стрелка»
- Бомбардировка Горького
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Готовность станции метро "Стрелка" в Нижнем Новгороде составляет 98% по данным на 3 мая . www.niann.ru. Дата обращения: 28 июнь 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Проект постановления администрации Нижнего Новгорода «Об утверждении документа планирования регулярных перевозок в городе Нижнем Новгороде» 2017 йыл 23 март архивланған.
- ↑ Нижегородские новости . www.nnews.nnov.ru. Дата обращения: 5 июль 2018.
- ↑ Стрелка в Нижнем Новгороде, autotravel-nn.ru. 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Стрелка в Нижнем Новгороде, Путеводитель по достопримечательностям и интересным местам. 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Подземный мир нижегородской Стрелки, Newsnn. 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Торгово-деловой комплекс на Стрелке в г. Нижний Новгород. Россия, Нижний Новгород, Архи ру. 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ В Нижнем Новгороде началось благоустройство территории у стадиона к ЧМ-2018, РИА Новости (20170714T1217+0300Z). 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Стальное кружево на Стрелке, Архи Ру. 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Василишина, Юлия. Нижегородские архитекторы придумали, как спасти краны и пакгаузы на Стрелке, Комсомольская правда (30 ноябрь 2016). 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Шанцев обещал сохранить пакгаузы с металлическими конструкциями, – «Открытая Стрелка», Московский комсомолец (2 август 2017). 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Пакгаузы на Стрелке окрашивают в белый цвет, В городе N (4 май 2018). 10 май 2018 тикшерелгән.
- ↑ На Мещере начали строительство дороги по Волжской набережной — Новости NN.RU (рус.). 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Галина Малова. "Экологичный район превратится в проезжую часть". Нижегородцы против новой дороги на Мещере — Новости NN.RU, NN.RU (24 ғинуар 2016). 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Максим Калашников. Противоатомный бункер на нижегородской Стрелке мог бы стать музеем, Московский комсомолец (7 декабрь 2016). 3 сентябрь 2017 тикшерелгән.