Эстәлеккә күсергә

Стәрлетамаҡ төҙөлөш, сәйәсәт һәм хоҡуҡ колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Государственное автономное профессиональное образовательное учреждение Стерлитамакский колледж строительства и профессиональных технологий  (ГАПОУ «СКСиПТ»)
Нигеҙләнгән йылы

7 августа 1952 г.

Тибы

ГАПОУ

Директоры

Андреев Анатолий Михайлович

Студенттар

ок. 1300

Уҡытыусылар

ок. 80

Урынлашҡан

Рәсәй флагы,Ҡалып:Флаг Башкортостана Стерлитамак

Адрес

РФ, Республика Башкортостан, Стерлитамак, пр. Ленина, д.8

Сайт

Официальный сайт СКСиПТ

Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы — ҡаланың 8 колледж һәм техникумдары араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының классик колледжы.

Коллдеж төп профессиональ белем биреү программаһын һәм юғары әҙерлек кимәлен тормошҡа ашырыусы дөйөм белем биреү учреждениеһы булып тора. Колледж Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумы колледжының хоҡуҡлы вариҫы, ул Рәсәй Федерацияһы торлаҡ һәм төҙөлөш сәйәсәте буйынса Дәүләт комитетының 1998 йылдың 30 апрелдәге № 17-104 бойороғона ярашлы Стәрлетамаҡ төҙөлөш, сәйәсәт һәм хоҡуҡ колледжы итеп үҙгәртелә. Колледж Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ведомство ҡарамағында булған юридик шәхес булып тора. Колледждың функцияларын тормошҡа ашырыуҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ойоштора. Белгестәр әҙерләү 7 һөнәр буйынса төп профессиональ белем биреү программаһын һәм юғары әҙерлек кимәлен әҙерләү менән тормошҡа ашырып, дөйөм һәм урта (тулы) дөйөм белем биреү көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары буйынса үтәлә:

  1. «Бина һәм ҡоролмалар төҙөү һәм эксплуатациялау»;
  2. «Транспортлы-күтәреүҙе, төҙөлөш, юл машиналары һәм ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау»;
  3. «Металл булмаған төҙөлөш конструкцияларын һәм изделиеларын етештереү»;
  4. «Хоҡуҡ белеме»;
  5. «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе»;
  6. «Хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа менән тәьмин итеү»;
  7. «Ҡала төҙөлөшө кадастры».

Коллдеждың матди-техник базаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн колледж — юғары кимәлдәге урта профессиональ белем биреүҙең күп профилле дәүләт белем биреү учреждениеһы үҙенең матди -техник базаһы менән: ике уҡыу корпусы, уҡыу-производство оҫтаханалары, спорт һәм тренажер залдары, ятағы бар.

Студенттар өсөн китапхана, ашхана, буфет, медицина пункты, психологик бушаныу кабинеты. Компьютерҙар менән йыһазландырылған үҙәк эшләй, (интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булһа ла ғәмәлдә ҡулланылмай)

Колледжда студенттарҙы «ВС» категорияһына водителдәр һөнәренә өйрәтеү һәм квалификацияһын алыу өсөн үҙенең автопаркы бар (2010 йыл мәғлүмәттәре буйынса уҡыу хаҡы 6500).

Ғилми-тикшеренеү эше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Колледж уҡытыусылары республика һәм төбәк-ара фәнни-практик конференция эшендә әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусылар етәкселегендә фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән студенттарҙың ғилми йәмғиәттәре эшләй.

Студенттар өйрәнгән дисциплиналары буйынса Бөтә Рәсәй, төбәк һәм республика олимпиадаларында һәм бәйгеләрҙә ҡатнаша, призлы урындар яулай. 2006 йылда студент төҙөүселәр командаһы Башҡортостанды күрһәтеп, Ҡазан ҡалаһында, ә һуңынан Брянск ҡалаһында үткән һуңғы этабында Бөтә Рәсәй олимпиадаһында I урынды яулай. 2007 йылда студент төҙөүселәр командаһы Республика олимпиадаһында I урынды һәм Липецк ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында 4-се урынды яулай.

Производство практикаһын үткәреү өсөн колледж производство оҫтаханаларын, гараж, автодром, компьютер кластарын файҙалана. Уҡытыу-практик дәрестәрҙе юғары квалификациялы производствоға өйрәтеү оҫталары, колледж уҡытыусылары үткәрә. Производство практикаларының төп базалары булып предприятиелар тора: «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ишимбайстрой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, Стәрлетамаҡ ҡалаһының эске эштәр идаралығы, «Строймеханизация» тресының асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Колледжды тамалау тураһында диплом менән бергә уҡыуҙы тамамлаусылар эшсе һөнәре алыу тураһында таныҡлыҡ та ала: «ВС» категорияһы водителе, штукатурсы, балта оҫтаһы, ташсы, малярсы, бетонсы, экскаваторсы, бульдозерсы.

Популярлыҡ менән вокал ансамбле, студент театры «Тиҫтер», бейеү коллективтары, «Һигеҙенсе проспект» КВН командаһы файҙалана.

Колледждың үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ҡала һәм республика бәйгеләрендә еңеүсе була, грамота, дипломдар менән бүләкләнә. Колледжда студенттарҙың үҙидара системаһы булдырылған. Үҙидара советы ағзалары ай һайын «Студенческий вестник» гәзите сығара, ижади эштәр күргәҙмәһе ойоштора.

Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумын булдырыу факты ҡалала туранан-тура «Стерлитамакстрой» базаһы тресының эшмәкәрлеге менән бәйле.

50-се йылдар башында трест сода-цемент комбинатын, һуңынан синтетик каучук заводын төҙөү буйынса ҙур күләмле эштәр башҡара. Квалификациялы төҙөүсе кадрҙар кәрәк була. 1952 йылдың 7 авгусындағы Металлургия һәм химия сәнәғәте предприятелары министрлығының № 26 503/к бойороғона ярашлы Д. Ф. Толкачев етәкселегендә Стәрлетамаҡ киске төҙөлөш техникумы ойошторола.

Беренсе студенттар йыйылмаһы 60 кеше тәшкил итә. Техникумдың үҙ бинаһы булмай, дәрестәр 5-се һәм 21-се мәктәп биналарында үтә. Аҙаҡ, 2 йылдан һуң «Стерлитамакстрой» тресы техникум бинаһы итеп үҙенең иҫке клубын бирә. Был бина трест эшселәре ярҙамы менән ҡайтанан планлаштырыла, үҙгәртелә, һәм техникумдың яңы корпусы төҙөлгәнгә тиклем шунда шөғөлләнәләр.

1953 йылдың 1 ғинуарынан директор вазифаһын башҡарыусы, ә 1953 йылдың 28 ғинуарынан техникум директоры итеп «Стерлитамакстрой» трестынан күсереү тәртибендә Варшавский Я. В. тәғәйенләнә, ул 1956 йылдың 28 июленә тиклем эшләй.

Барлыҡҡа килеүенең тәүге йылдарында техникумда штатлы уҡытыусылар, лаборатория, оҫтаханалар, кабинеттар, хатта дәреслектәр ҙә булмай. Улар тик ике-өс йылдан һуң ғына килә башлай, ләкин уларҙы урынлаштырырға урын булмай.

Махсус дисциплина уҡытыусыларының — инженер — төҙөүселәрҙең булмауы ныҡ һиҙелә. Бында ла ярҙамға «Стерлитамакстрой» килә. Төҙөлөш производствоһы технологияһын Симонов С. П, геодезияны Барабанщиков В. П. уҡый. Диплом проектлауҙы тәүге йылдарҙа Брежнев Л., Маслов П . Б., Швачко Л. И. һәм башҡалар алып бара.

1957 йылда станоктар төҙөү техникумы тапшырыла, яңы"Станоктар төҙөү" һөнәре индерелә.

1957 йылдың июлендә Григорий Иванович Тимофеев техникум директоры итеп тәғәйенләнә, ул 1973 йылға тиклем 16 йыл директор булып эшләй.

1973 йылдың июлендә директор итеп Келлер Герман Иоганнесович тәғәйенләнә, ул 23 йыл эшләй, башта уҡытыусы, артабан уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, 15 йыл дауамында директор була.

Фотоһүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]