Сунцзян мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сунцзян мәсете
ҡыт. 松江清真寺
Рәсем
Изображение интерьера
Нигеҙләү датаһы 1391
Дәүләт Flag of the People's Republic of China.svg Ҡытай
Административ-территориаль берәмек Сунцзян[d]
Мираҫ статусы культурное наследие Шанхая[d]
Майҙаны 4900 квадрат метр
Адрес 中国上海市松江区岳阳街道中山中路365号
Карта
Commons-logo.svg Сунцзян мәсете Викимилектә

Сунцзян мәсете (ҡыт. ябайл. 松江清真寺, пиньин: Sōngjiāng Qīngzhēnsì) — Шанхайҙағы (ҠХР) иң боронғо мәсет. Сунцзян районында урынлашҡан[1].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сунцзяндағы мәсеткә һәм мосолмандар мәхлләһенә Гао Кэгундың тоҡомдары нигеҙ һалған[2][3]. Мәсет төҙөлөшө 1364—1367 йылдарҙа Юань империяһы ахырында башлана[4]. Аҙаҡ ул 1391 йылда Мин империяһы заманында яңынан төҙөлгән. Бина Цин империяһы осоронда бер нисә реконструкцияны кисергән[1].

Шанхай Хөкүмәте Сунцзян мәсетен 1908 йылдың 26 авгусында махсус ҡурсалау аҫтында мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерҙе. 1985 йылда мәсет төп мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелде. 1989 йылда мәсет халыҡ өсөн яңынан асыла[5].

Мәсет биләмәһенең майҙаны — 4900 м². Бинаның архитектураһында традицион ғәрәп һәм ҡытай мотивтары берләшкән. Мәсеттең фасады төньяҡҡа ҡарай, ул төп залдан, ғибәҙәтхананан, коридорҙан, вәғәздәр һәм ванна бүлмәһенән тора. Мәсеттең көнсығыш өлөшөндә ғәрәп стилендә эшләнгән арҡыры һырлы һәм көмбәҙле башня урынлашҡан. Намаҙ уҡыу залы мәсеттең көнбайыш өлөшөндәге башня ҡаршыһында урынлашҡан. Ул Юань һәм Мин дәүерҙәре архитектураһын сағылдырған ике өлөштән тора[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Shanghai Songjiang Mosque (билдәһеҙ). Muslim2China. Дата обращения: 15 май 2015.
  2. Лейн, Джордж. Монголы. Краткая история = A Short History of The Mongols / Переводчик: Тимур Сафин. — Азбука-Аттикус, 2020. — 304 с. — ISBN 978-5-389-18056-7.
  3. The Phoenix Mosque and the Persians of Medieval Hangzhou / Edited by George A. Lane. — 1st Edition. — Gingko Library, 2016. — 276 p. — ISBN 978-1-909942-88-2.
  4. Songjiang Mosque (билдәһеҙ). China Highlights. Дата обращения: 15 май 2015.
  5. Songjiang Mosque (билдәһеҙ) (недоступная ссылка). Ministry of Culture, P.R.China (24 сентябрь 2003). Дата обращения: 15 май 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года. 2015 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған.