Эстәлеккә күсергә

Сурб Карапет сиркәүе (Несветай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әрмән-григориан ғибәҙәтханаһы
Несветай Изге Иоанн Предтеча сиркәүе
Сурб Карапет сиркәүе (арм. Սուրբ Կարապետ եկեղեցի)
Сурб Карапет сиркәүе
Сурб Карапет сиркәүе
Ил Рәсәй
Ауыл Несветай
Конфессия Әрмән апостол сиркәүе
Төҙөлөшө 17901870 йылдар
Бөгөнгө хәле ремонт талар ителә

1870

Сурб Карапет сиркәүе  — Ростов өлкәһе Мясников районы Оло Салы ауылындағы ғибәҙәтхана. Әрмән апостол сиркәүенә ҡарай. Сиркәү бинаһы өлкә советының 17.12.1992 йылғы 325-се ҡарары буйынса төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе , Мясников районы, Несветай ауылы, Ворошилов урамы.

Дон ерҙәренә әрмәндәр ике быуаттан артыҡ элек күсеп килгәндәр. ХVIII быуат аҙағында Екатерина II Ҡырымдағы әрмәндәрҙе Приазовьеға күсереү тураһында указ яҙған. 1779 йылда меңләгән әрмән яңы урынға килеп йәшәй башлаған. Улар Чалтырь, Ҡырым, Оло Салы, Солтан Салы һәм Несветай ауылдарына нигеҙ һалған. Несветай ауылы 1780 йылда барлыҡҡа килгән, ә Сурб Карапет сиркәүе 1790 йылда ойошторолған.

1837 йылда беренсе гильдия сауҙагәре Яңы Нахичевандан килгән Махтеси Карапет Тоникян үҙ ҡалаһының дини идаралығына Несветай ауылындағы сиркәүҙең иҫкереүе сәбәпле ауылда үҙ аҡсаһына сиркәү төҙөүгә рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткән. Рөхсәт 1858 йылдың яҙында алынған һәм төҙөлөш эштәре башланған. Сиркәү бер юлы 250 кеше һыймалы итеп төҙөлгән. 1866 йылдың 12 июлендә сауҙагәр вафат булған. Сиркәү төҙөлөп бөтмәй ҡалған. Тоникян үҙ үлеме алдынан сиркәүҙе төҙөп бөтөрөүҙе васыят итеп әйтеп ҡалдырған, сөнки үҙе иҫән саҡта ул сиркәү өсөн бик күп төҙөлөш материалдары һатып алып ҡалдырған .

1866 йылда Сурб Карапет сиркәүе өсөн сығымдар яҡынса 30 мең һум тотонолған, бинаның стеналары кәрнизенә тиклем күтәртелгән.

1867 йылда сиркәүгә йөрөүселәр, Сурб Карапет сиркәүенең урыны насарлыҡҡа һәм сиркәү архитектураһының әрмәндәрҙекенә тура килмәүенә һылтанып, консисторияға яңы сиркәү төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт иткәндәр, ләкин 1869 йылдың ноябрендә консистория уларға Тоникян төҙөй башлаған сиркәүҙе генә, унан тороп ҡалған материалдарҙы файҙланып, төҙөп бөтөрөргә рөхсәт биргән. 1870 йылда сиркәү төҙөү тамамланған.

Ғибәҙәтханала 1868 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе ойошторолған, унда 18 детей бала уҡыған. 1896 йылда уҡыусыларҙың һаны 87 кеше булған. 1903 йылда мәктәпте сиркәү финанслауында ҡалдырып мәғариф министрлығына биргәндәр.

Карапет сиркәүенең архитектураһы Сурб Хач монастыры сиркәүенекенә оҡшаш булған.

  • Вартанян В. Г. Казаров С. С. Армянская-Апостольская Церковь на Дону // Ростов н/Д., 2001.
  • Халпахчьян О. X. Архитектура Нахичевани-на-Дону // Ер. 1988.
  • Шахазиз Е. Новый Нахичеван и новонахичеванцы / Перевод с армянского Ш. М. Шагиняна // Ростов-на-Дону, 1999.
  • Российская и Ново-Нахичеванская епархия Армянской Апостольской Церкви. Исторический путь. М., 2013.