Сфинкс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эдип һәм сфинкс боронғо грек вазаһында

Сфинкс (һ. б.-греч. Σφίγξ, Σφιγγός, сафинға, собств. «быуыусы»[1]) — зооморф мифик зат.

Боронғо Мысыр сәнғәтендә — арыҫлан тәнле, кеше башлы януар.

Боронғо грек мифологияһында — ҡатын-ҡыҙ башлы, арыҫлан тәнле һәм тәпәйле, бөркөт ҡанатлы, үгеҙ ҡойроҡло ғифрит, Эдип тураһындағы легенданың персонажы.

Мысыр сфинксы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сфинкс Хатшепсут (Яңы царство, XV быуат б.э.т.)

Сфинкстың өс варианты йыш осрай:

  • Мысыр сфинксының классик варианты булып кеше йөҙлө андросфинкс эшләнә, ҡағиҙә булараҡ, йөҙө фараондыҡы.
  • Хор аллаһының храмдарын ыласын башлы сфинкстар биҙәй — иеракосфинкстар
  • Амон храмдары янында һарыҡ башлы сфинкстар ҡуйылған — криосфинкстар.

Грек сфинксы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аттик мрамор стела (530 й. б.э.т. тирәһе)

Боронғо гректар сфинксты Мысыр сфинксына ҡарап эшләгәндәрҙер. Грек мифологияһында ҡанатһыҙ мысыр сфинксы грифон ҡанатлы ҡатын-ҡыҙға әүерелә.

Боронғо грек мифологияһында[2][3] «сафинга» хтоник ғифриттәре Тифон һәм Ехиднанан[4][5] (башҡа версия буйынса — Химера һәм Ортра) тыуҙырылған тип һанала. Сфинкс емергес яуыз иблис. Эт тәнле, ҡош ҡанатлы, ҡатын-ҡыҙ башлы һәм йөҙлө[6]. Ҡанатлы ҡыҙ йәш егеттәрҙе үлтергән[7].

Рим сфинксы гректарҙыҡын ҡабатлай.

Сфинкс Фива батшаһы Лайҙың ситтәге ҡыҙы тигән фараз бар. Лайҙың енәйәте өсөн алиһә Гера сфинксты Фиваға ебәрә.

Лай уйындарҙа Фригия батшаһының улы Хрисиппты оҡшата ла урлай. Егет ғәрлегенән үҙен-үҙе һәләк итә. Ошо енәйәтенә Гера асыулана ла инде. Сфинкс Фикей тауында үтеп барған юлсыларҙы ҡарауыллап ултыра. Сфинкс бөтәһенән дә: «Кем иртән дүрт аяҡта, төшөн ике аяҡта, кисен өс аяҡта йөрөй? Дүрт аяҡта йөрөгән сағында уның көсө башҡа ваҡыттарҙан күпкә кәм була?» тип һорай[8]. Яуабы кеше була. Сабый сағында дүртаяҡланып имгәкләй, ҡартлығында таяҡ менән йөрөй. Һорауға яуап бирмәгән кешеләрҙе сфинкс ашап бара. Лайҙың тотҡон ҡатындарынан улдары күп була. Сфинкстың һорауына яуап бирә алмайынса улар һәләк була[9].

Фива юлында Сфинксты Эдип осрата. Эдип та Лайҙың улы.

Оракул Фива батшаһы Лайға Иокастаға өйләнһәң, үлемең үҙ улыңдан буласаҡ, ти. Лай, оракулды тыңламай, Иокастаға өйләнә[10]. Улы тыуғас, үҙенең ғүмере өсөн ҡурҡып, ул сабыйҙың аяҡтарын үтәнән-үтә тиштереп, Эдипты Киферон тауы итәгендә ташлап китергә ҡуша. Тыуыуына өсөнсө генә көн булғанда, ҡышын[11], Эдип тауҙарҙа, Киферон далаһында ташлап ҡалдырыла. Унда уны Коринф көтөүсеһе таба[12]. Көтөүсе малайҙы Коринф батшаһы Полибҡа алып бара[13]. Батша уны үҙенең улы һымаҡ итеп тәрбиәләй, уға Эдип («шешкән аяҡлы») тигән исем бирә. Эдип үҫеп буй еткергәс, йәштәштәре уны үгәй бала тип ғәйепләйҙәр. Эдип Дельфаға китә[14]. Дельфий күрәҙәсеһе Пифия аша[15] Эдипҡа атаһын үлтереп, үҙ әсәһенә өйләнәсәген әйтә. Быны ишеткәс, Эдип атаһы тип иҫәпләгән Полибтан алыҫыраҡ булырға теләп, Фиваға китә. Дельфаға барған юлда[16], ул ҡырандас осрата. Ҡырандас уның аяғын тапай, ә унда Лай ултырған була. Эдип күсер менән әрләшеп китә лә уны үлтерә, һуңынан ҡырандаста ултырған атаһын үлтерә[17][18].

Эдип сфинкс һорауына яуап биреп, ҡаланы сфинкстан азат итә.

Пурушамрига.
Сфинкс XVIII быуат, Сан-Ильдефис һарайы янында Испанияла.
«Эдип һәм сфинкс», Энгра (1808) картинаһы

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҙур Сфинкс
  • Тетраморф
  • Арыҫланкеше — хайуандың боронғо скульптураһы.
  • Сфинкс хөрмәтенә 1918 йылда табылған астероид (896) Сфинкс (инг.)баш. уның исеме менән атала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Переосмысление древнеегипетского названия сфинкса «шепсес анх» — «живой образ».
  2. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.479-480
  3. Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.3. С.321
  4. Гесиод. Теогония 326
  5. Гигин. Мифы 151
  6. Палефат. О невероятном 4
  7. Еврипид. Финикиянки 805—811; 1019—1029
  8. Софокл. Царь Эдип 392—399
  9. Павсаний.
  10. Эдип // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  11. Аристофан. Лягушки 1190
  12. Софокл. Царь Эдип 716—719, 1026—1035
  13. Эдип // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах — СПб., 1907—1909.
  14. Софокл. Царь Эдип 779; Гигин. Мифы 67
  15. Пиндар.
  16. Софокл. Царь Эдип 734
  17. Еврипид. Финикиянки 37-46; Гигин. Мифы 67
  18. Софокл. Царь Эдип 811

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]