Сызрань-Һамар операцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сызрань-Һамар операцияһы
Ваҡиға ваҡыты 9 октябрь 1918
Башланыу датаһы 14 сентябрь 1918
Тамамланыу датаһы 9 октябрь 1918

Сызрань-Һамар операцияһы (14 сентябрь8 октябрь 1918) — РККА көнсығыш фронтының Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы ваҡытында Чехословак корпусы ғәскәрҙәренә ҡаршы һөжүм операцияһы.

Операция барышында ҡыҙылармеецтар (15700 кеше) КОМУЧ Халыҡ Армияһы 2-се дивизияһын һәм Чехословак корпусы Волга буйы төркөмөн (бөтәһе 9800 кеше), шулай уҡ КОМУЧ-тың Йылға хәрби флотын ҡыйрата һәм Сызрань менән Һамарҙы баҫып ала.

Башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сембер тирәһендә еңелгәндән һуң аҡтарҙың Волга буйы армияһы (командиры — Станислав Чечек) 2 дивизиянан, Хвалынск һәм Волга буйы төркөмдәренән, шулай уҡ Волга флотилияһынан тора. Әлеге төркөмдөң 60 проценты Сызранды һәм Хвалынскиҙы обороналай.

Ҡыҙыл армияның Көнсығыш фронты командованиеһы (главком — Вацетис И. И.) 1-се армия ғәскәрҙәре менән Сызрангә һөжүм итергә ҡарар итә (командиры — М. Н. Тухачевский), уға оператив рәүештә Волга флотилияһының Воля дивизияһы һәм отряды буйһона, ә 4-се армия ғәскәрҙәре менән — Һамарға.

Хәрби ғәмәлдәр барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башта совет ғәскәрҙәренең һөжүе бик яй үҫешә. 21 сентябргә ҡарата Николаевск полктары дивизиялары 15 километрға ғына алға шылыша; Вольск дивизияһы 16 сентябрҙә Хвалынск ҡалаһын яулай, әссә аҡтар һөжүи иткәндән һуң уны ташлап китергә мәжбүр була. Сембер дивизияһына 18 сентябрҙән алып Сембер тирәһендә обороланалу алыштар алып ьбарырға тура килә, шуға күрә 1-се армия Сызрангә тик Пенза һәм Инза дивизиялары менән һөжүм итә.

21 сентябрҙә Көнсығыш фронтының баш командующий 4-се армияға бурыс ҡуя: 1-се армия менән берлектә Сызранде баҫып алырға, ә унан һуң Һамарға һөжүм итергә. Был ғәмәлдәр һөжүм темптарын тиҙләтә. 26 сентябрҙә Вольск дивизияһы ҡабаттан хвалынск ҡалаһын яулай, ә Пенза дивизияһы Сызрань тирәһенә барып етә.

27 сентябрҙә Сембер дивизияһы һөжүмгә ҡушыла, һәм 1-я армия Сызрангә ике төркөм менән һөжүм итә башлай — Төньяҡ һәм көньяҡ. 4-се армияның Һамар төркөмө Сыһрангә һөжүм итһә, ҡалған частары — Һамарға.

1 октябргә ҡарата Һамар дивизияһы частары көньяҡтан Һамар-сызрань тимер юлына килеп сығалар һәм уның киҫәләр. Сембер дивизияһы частары Сембер операцияһы тамамланғас, бик тиҙ арала марш менән килеп етеп, башҡа ҡыҙыл ғәскәрҙәре менән берлектә Сыҙранде яулауҙа ҡатнаша. Ҡыйратылған аҡ ғәскәрҙәре Һамарға сигенә.

4-се армия (уның составына Вольск дивизияһы ҡайтарыла) Сызранде алғандан һуң Һамарға табан һөжүм башлай. 7 октябрҙә баш күтәргән эшселәр менән берлектә ҡаланы яулап ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йомғаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сызрань-Һамар операцияһы һөҙөмтәһендә Совет республикаһы Волга үҙәк райондарын көньяҡтан икмәк һәм нефть менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыу мөмкинлеген ала. Боғорослан һәм Уральск ҡалаларына һөжүм итеү өсөн шарттар булдырыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]