Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сырлауыҡ (рус. Белокрылый жаворонок, лат. Melanocorypha leucoptera Pal) — һабан турғайҙары ғаиләһендәге ҡош, ҡайһы бер диалекттарҙа буҙтурғай[1].
Буҙлаҡ, буҙ турғай. Сыйырсыҡ ҙурлығында. Түбәһе, яурындары, муйынының ике яғы, ҡойроҡ өҫтө ерән, һырты көрән таплы һарғылт һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡойроғоноң ике яҡ сите аҡ. Ҡара ҡанаттарында күҙгә ташланып торған киң арҡыры аҡ һыҙыҡ бар. Башҡа һабан турғайҙарынан төҫө һәм ҙурлығы менән айырыла. Ерҙә лә, һауала ла һайрай.
Тауышы көслө сырылдау.
Әремле һәм сәнске үләнле яландарҙа йәшәй. Күсеп йөрөүсе ҡош. һирәк осрай. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ояһын ергә ҡора. Унда көрән таплы аҡһыл йәшел, йәки аҡһыл һары 4—6 бөртөк йомортҡаһы була.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- ↑ Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)