Сэссю
Сессю Тоё | |
ингл. Sesshu Toyo | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Акахама, |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: |
Отаёси, Япония |
Гражданлығы: | |
Работы |
Тоё Сэссю (япон. 雪舟, 1420 — 8 август 1506) — япон рәссамы, япон Урта быуаттарының иң бөйөк рәссамдарының береһе. Дзэн монахы. Япон рәссамы Сюбундың өйрәнсеге.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1420 йылда Японияның Биттю провинцияһының Ахакама ауылында (хәҙерге Окаяма префектураһы Цукубо округының Мису ауылында) тыуған.
Тоё Ода сығышы менән элгәре руханиҙар, рәссамдар, шағирҙар һәм баҡсасылар Тоё тоҡомынан, әммә һуңынан ярлыланған крәҫтиән ғаиләһенән булған. Малайҙы туғандары Ода — «тирәк» тип исемләгәндәр.
Буддист руханиһы булған. Тәүҙә Киото ҡалаһында Сёкокудзи ғибәҙәтханаһында, һуңынан Ямагутиның Отуи замогында йәшәгән (1465).
Сойя ҡалаһында дзэн фәлсәфәһен өйрәнә, артабан Киотола Тенсё Сюбун һынлы сәнғәткә өйрәткән[1].
1467—1469 йылдарҙа Сэссю Ҡытайҙа йәшәй, бында ул сауҙа миссияһы менән юллана. Пекинда булып, диуарҙарҙа һүрәттәр яһай. Туған яғына ҡайтҡас, Бунго провинцияһында йәшәй, аҙаҡ Ямагутиның Ункокудзи ғибәҙәтханаһында төпләнә.
Отаёси ҡалаһында 1506 йылда вафат була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Японияға монохромлы тушь (суми-э) менән эшләнгән ҡытай һүрәте традицияһын килтерә. Уның ирекле «хабоку» (рус. «разлетающаяся тушь») стиле һуңғы япон графикаһына ҙур йоғонто яһай.
Рәссамдың әҫәрҙәре:
- свитки — «Дүрт миҙгел пейзаждары» (1480-се йй.), «Хабоку стилендәге пейзаж» (1495), «Масуда Кинэтаканың портреты» (1478), «Оҙон ғүмерлелек аллаһы Дзюро» (1479), «Пейзаждар» (1486), «Ама-но Хасидатэ» (1501—1506), «Дзэн сектаһын нигеҙләүсеһе Бодхидхарма», «Йәйге пейзаж», «Һыйырҙы алып барыусы малай», «Ете аҡыл эйәләре бамбук ҡулҡыһында»;
- «Сәскәләр һәм ҡоштар» ширмаһы (1483).
- «Селән» ширмаһының детале.
-
Сэссю. Пейзаж, яҡ. 1481
-
Сэссю. Көҙгө пейзаж
-
Токио милли музейындағы картинаһы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сэссюның алты эше Японияның милли байлыҡтарына инә.
- 1956 йылда СССР-ҙа рәссамға бағышлап почта маркаһы сыға.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Tanaka I. Japanese ink painting: Shubun to Sesshu. New York: Weatherhill, 1972.
- Воронова Б. «Тойо Ода». Государственное издательство «ИСКУССТВО». Москва, 1958.
- Georges Appert, Hiroji Kinoshita. Ancien Japon. Impr. Kokubunsha, 1888.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сэссю Викимилектә |