Сүстәр
Сүс (күп. сүстәр) — материалдың сиратылмаған ептәренән йәки оҙон ептең ҡырҡынтыларынан торған синыф. Хайуандар ҙа, үҫемлектәр ҙә уның ярҙамында үҙҙәренең биологик туҡымаларын һаҡлай. Кеше сүстәрҙән еп иләй, бауҙар ишә, төҙөлөштә,композицияларҙа файҙалана, шулай уҡ ҡағыҙ һәм кейеҙ эшләүгә тотона.
Тәбиғи сүстәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биологик юл менән (үҫемлек, хайуан организмында) йәки геологик процестар барышында барлыҡҡа килгән тәбиғи сүстәр. Барлыҡҡа килеүе буйынса ошондай төрҙәргә бүлеп була: үҫемлек сүсе - башлыса целлюлоза, йыш ҡына лигнинлы була:мәҫәлән, мамыҡ, киндер сүсе, джут, етен, рами (ҡытай кесерткәне сүсе), сизаль (агава сүсе). Үҫемлек сүстәре кейем туҡымаһы етештереүҙә файҙаланыла. Ағас сүсе башлыса ҡағыҙ, шулай уҡ ДВП сығарыуға китә.
хайуандарҙан алынған сүс - аҡһым сылбырҙарынан торған оҙон епсәләр. Мәҫәлән, йөн, сәс, мал мамығы һ.б. минераль сүс - асбест. Асбест берҙән-бер "таш" еп, ул оҙон епсәләрҙән тора. Ҡыҫҡа епсәле минералдар: галлуазит, аттапульгит (Palygorskite, attapulgite)
Синтетик сүстәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Синтетик сүстәр нефтехимия ысулдары менән етештерелә.Мәгәр ҡайһы бер сүстәр тәбиғи целлюлозанан, вискоза сүс, лиоцелл һәм башҡаларҙан да сығарыла. Целлюлоза нигеҙендә етештерелгәндәре регенерацияланғандарға (баҡыр-аммиак процесы)һәм и модификацияланғанға (целлюлоза ацетаты ) бүленә.
Минераль сүстәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- быяла сүс — махсус быяланан йәки кварцтан алынған сүс
- металл сүс
- күмер сүс
Полимер сүстәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полимер сүстәр нефтехимик процестар ярҙамында алына:
- полиамид нейлон
- полиэфир (полиэстер) (PET или PBT)
- фенолформальдегид (PF)
- поливинилиденфторид PVOH
- поливинилхлорид PVC ПВХ
- полиолефины PP и PE
- акрил полимерҙар. Акрил ғәҙәттә йөндө алмаштырыусы булараҡ ҡулланыла
- арамид сүс, сауҙа маркалары Кевлар, Twaron, Армос, Nomex. Юғары температурала иремәй генә тарҡала. Был сүс ҡорос арҡандарҙан ауырыраҡ йөктө күтәрә.
- полиэтилен (PE) — бик оҙон молекулаларҙан торған сүс.
- полиуретансүстәр
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аблесимов Н.Е., Земцов А.Н. Релаксационные эффекты в неравновесных конденсированных системах. Базальты: от извержения до волокна. Москва, ИТиГ ДВО РАН, 2010. 400 с.