Эстәлеккә күсергә

Сәләхетдинова Рилә Ринат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәләхетдинова Рилә Ринат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 сентябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө социолог
Эш урыны Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә социология фәндәре докторы[d]

Сәләхетдинова Рилә Ринат ҡыҙы (12 сентябрь 1975 йыл) — социолог. Социология фәндәре докторы (2011). Доцент (2005)

Рилә Ринат ҡыҙы Сәләхетдинова 1975 йылдың 12 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. 1997 йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм ошо уҡ уҡыу йортоноң аспирантураһына инә. 2002 йылдан — Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы доценты.
2011 йылда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының докторантураһын тамамлай һәм социология фәндәре докторы дәрәжәһен ала.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рилә Ринат ҡыҙының ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре аграр социологияны, хоҡуҡ социологияһын, иҡтисади социологияны үҙ эсенә ала. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Р. Р. Сәләхетдинова Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы советының закондар сығарыу эшмәкәрлеге һәм хоҡуҡи эшмәкәрлек буйынса даими комиссияһы ағзаһы; «Иҡтисад һәм идара итеү» фәнни-ғәмәли журналының редколлегия ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2006)
Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2007)
Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының Маҡтау ҡағыҙы (2010)
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2011).