Камал III
Камал Ситдиҡ улы Сәләхетдинов | |
Файл:Камал III.jpg | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы Әстерхан губернаһы Әстерхан ҡалаһы |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: |
Татар АССР-ы Ҡазан ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры |
Камал III (2-се сәхнә псевдонимы, 1-сеһе — Сакмарский, Сәләхетдинов Камал Ситдиҡ улы, рус. Камал Сиддикович Салахутдинов, Камал Третий) (12 ғинуар 1900 йыл — 27 июль 1968 йыл) — театр актёры. 1928—1968 йылдарҙа Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры артисы. РСФСР-ҙың (1957) һәм Татар АССР-ының (1943) халыҡ артисы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылдың 31 декабрендә (1900 йылдың ғинуарында) Әстерхан ҡалаһында тегеүселәр ғаиләһендә тыуған. «Шура ислам» мәктәбен, Ҡаҙан, Әстерхан театр студияһын (1919) тамамлаған.
1918—1924 йылдарҙа «Алтын Урда» Әстерхан мосолман артистары берлегендә (һуңынан «Вулкан» татар дәүләт драма театры, 1922 йылдан Һөнәри эшсе театры, 1928 йылдан Әстерхан дәүләт татар театры) уйнай.
1924 йылдан «Кызыл Октябрь» исемендәге татар театры (Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры) артисы. Яңы сәхнәлә иң беренсе башҡарған роле — Уильям Шекспирҙың «Гамлет» драмаһында Лаэрт.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татар милли театр сәхнәһенең күренекле оҫталарының береһе, батыр тыныс образдар ижад итеүсе. Репертуарында боронғо ҙур-романтик, баҫалҡы йәш ҡаһармандар (Хәлил, Баҡый, Шәрәф) булһа, һуңыраҡ өлкән ҡаһармандарҙы уйнай. 50 йыллыҡ ижад ғүмерендә лә образ ижад иткән. Сәхнәлә партнершаһын булып һәрваҡыт Ильская уйнай торған була. Уның уйынын Зәйни Солтанов юғары баһалай.
Әстерханда уйнаған спектаклдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Кречинский туйы» (Свадьба Кречинского) А. В. Сухово-Кобылин
- «Өйләнеү» (Женитьба) Н. В. Гоголь
- «Юлбаҫарҙар» (Разбойники) Фридрих Шиллер
- «Һаран» Ж.-Б. Мольер
- «Йәш ғүмер» Ғәфүр Ҡоләхмәтов
- «Банкрот» Ғәлиәскәр Камал
- «Ғәлиәбаныу» Мирхәйҙәр Фәйзи
- «Юлбаҫар Ғәлим» Карпов-Крымский
- «Ул булмаһа, был булһын» Ғөзәйер Хажибәков
- «Аршин мал алан» Ғөзәйер Хажибәков
- «Йөйсө Ғәйшә»
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. Мортазин, Т. Ченәкәй. Татар театры тарихыннан. М, 1926; Казан: ТКН, 1996.
- И. Илялова. Г. Камал театры артистлары. К.: ТКН, 1996; 2005. ISBN 5-298-00708-2
- Театральная энциклопедия. Том 2. Глав. ред. П. А. Марков. М.: Советская энциклопедия, 1963.