Эстәлеккә күсергә

Сәскәкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәскәкүл (Ишембай районы) битенән йүнәлтелде)
Озеро
Сяскакуль
Урынлашыуы
53°21′43″ с. ш. 56°00′29″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашкортостан
Рәсәй
Точка
Сяскакуль
Ишембай районы
Точка
Сяскакуль

Сәскәкүл — башҡортса атамаһы «сәскә» һәм «күл» һүҙҙәренән алынған. Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Алаҡай ауылынан төньяҡтараҡ 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының элеккеге юлында урынлашҡан күл. Сәскәкүл[1] — Ағиҙел йылғаһы үҙәнендәге күл, Ишембай ҡалаһы менән Ишембай районы араһындағы тәбиғи сик, Салауат ҡалаһынан 2 км тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан.

Оҙонлоғо 700 метрға, киңлеге 50 метрға яҡын. Был тирәлә Ағиҙел йылғаһы юлын алмаштырып торғанлыҡтан уға оҡшаш күлдәр күп. Соҡоро ярым айға оҡшаған. Ярҙарында күл ҡамышы, күрән, тар япраҡ екән үҫә. Күлдә табан балыҡ бар. Яҙлы-көҙлө бында күсмә ҡоштар туҡтап, ял итеп китә.

Күлдең төбө балсыҡ, ҡом, ҡомло балсыҡ ҡатламынан тора[2].

Ишембайҙан көньяҡ-көнбайыштараҡ Ағиҙел үҙәнендә Ергәнтауҙан көньяҡтараҡ ҙур ер аҫты күлдәре бар. Бында Ишембай ҡалаһын һыу менән тәьмин итер өсөн артезиан скважиналар ҡуйылған, һыу 12 км тирәһе алыҫлыҡтан торбалар аша ҡалаға бирелә. Ағиҙел үҙәнендәге ер аҫты бер нисә метрға ҡом-таштан тора, улар аша үткән һыу йомшаҡ, тәмле. Ағиҙел үҙәнендәге был ҡоролмаларҙан Ишембай ҡалаһына бирелгән һыу юғары сифатлы тип иҫәпләнә.[3].

Күлдәге һыу үҫемлектәре ике бүлкәтле үҫемлектәр йыйылмаһынан тора. Тәүге, төп бүлкәт һыу өҫтөндә иркен йөҙөп йөрөгән плейстофитттарҙан: Nuphar lutea япрағы һәм Nymphaea candida, (Lemna minor, Stratiotes aloides һәм башҡаларҙан). Икенсе бүлкәт күл төбөнә тамырҙары менән береккән (Batrachium circinatum, Potamogeton friesii һ. б.) һәм иркен йөҙөп йөрөгән (Ceratophyllum demersum, Lemna trisulca) гидрофиттарҙан тора. Ҡайһы бер яр буйында һәм һыуҙа үҫеүсе үҫемлектәр ҙә (сатырлы сәскәғамыш-Butomus umbellatus, ежеголовник — Sparganium emersum һәм башҡа) осрай.

Реестр наименований географических объектов на территорию Республики Башкортостан по состоянию на 30.10.2015, С.524