Сәғиҙуллин Рәмил Шәйҙулла улы
Сәғиҙуллин Рәмил Шәйҙулла улы | |
Тыуған көнө | 24 февраль 1952 (72 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Ҡандры, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Сәғиҙуллин Рәмил Шәйҙулла улы (рус. Сагидуллин Рамиль Шайдуллинович; 24 февраль 1952 йыл ) — хужалыҡ һәм совет органдары эшмәкәре. 1987—1991 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Туймазы ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғиҙуллин Рәмил Шәйҙулла улы 1952 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1987 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.[1]
Хеҙмәт юлын 1969 йылда Стәрлетамаҡ химия заводында слесарь булып башлай. 1970—1972 йылдарҙа Совет армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Запасҡа сығарылғандан һуң быраулау эштәре идаралығында слесарь булып эшләй. 1987 йылда институтты тамамлағас «Межрайводоканал» идаралығында мастер, баш инженер һәм начальник булып эшләй. 1987—1991 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Туймазы ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1991 йылдан ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы.[2]
Туймазы ҡалаһы 142-се Ҡандра һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.[3]
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Випперсон
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- 24 февралдә тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- Туймазы районында тыуғандар
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Халыҡ депутаттарының ҡала комитеты рәйестәре
- Шәхестәр:Туймазы