Сәүәҙебаш ауыл Советы (Бүздәк районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәүәҙебаш ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Сәүәҙебаш
Административ-территориаль берәмек Бүздәк районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Сәүәҙебаш ауыл СоветыБүздәк районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452728. ОКАТО коды — 80217834000. Түреш ауыл Советы менән берләштерелә

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәүәҙебаш ауылы — административ үҙәк, Баҡса, Бейек, Түбәнге Сатра ауылдары. 

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Бүздәк районы буйынса:

Түреш ауылында административ үҙәк менән,«Түреш» атамаһын һаҡлап, Түреш һәм Сәүәҙебаш ауыл Советтарын берләштерергә. Сәүәҙебаш ауыл Советының Сәүәҙебаш, Баҡса, Бейек, Түбәнге Сатра ауылдарын Түреш ауыл Советы составына индерергә.
Түреш ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Сәүәҙебаш ауыл Советын алып ташларға


2008 йылда Благовар районы, Күҙәй ауыл Советы, Түреш ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш  («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]