Сөләймән Шаһ кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймән Шаһ кәшәнәһе
төр. Süleyman Şah Türbesi
Рәсем
Культура Ғосман империяһы
Дәүләт  Сүриә
Административ-территориаль берәмек Халеб[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Сүриә
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 475 ± 1 метр
Карта
 Сөләймән Шаһ кәшәнәһе Викимилектә

Сөләймән Шаһ кәшәнәһе (тур. Süleyman Şah Türbesi) — Сөләймән Шаһтың һөйәктәре урынлашҡан мемориаль комплекс, Сөләймән Шаһ оҙаҡ ваҡыт дауамында Ғосман империяһына нигеҙ һалған Ғосман I-нең ҡартатаһы тип иҫәпләнгән.

Сөләймән Шаһ хәҙерге Сүриә территорияһындағы Евфрат йылғаһында батып үлгән, тип һанала. Тәүҙә ҡәбер Жәбер замогы янында урынлашҡан була, әммә һуңынан ике тапҡыр күсерелә — 1973 йылда Эль-Асад һыу һаҡлағысын төҙөгәндән һуң һәм 2015 йыл башында Сүриәләге Граждандар һуғышы өсөн[1]. 2015 йылдың 22 февраленә тиклем Сөләймән Шаһ кәшәнәһе Сүриә территорияһында була, 1923 йылда Лозаннала ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы Төркиә кәшәнә өҫтөндә үҙенең әләмен ҡуйыу хоҡуғын һәм унда үҙенең почетлы ҡаралыуын ҡуйыу рөхсәтен ала.

2015 йылдың 22 февралендә Суриәлә төрөк армияһының хәрби операцияһы барышында Сөләймән шаһ кәшәнәһенән ҡарауыл алына, ә кәшәнә Сүриәгә яҡын территорияға күсерелә. Кәшәнәне 40 төрөк һалдаты һаҡлаған. Территория ИГИЛ боевиктары контроле аҫтында ҡала, әммә кәшәнәгә һәм төрөк һалдаттарына бер ниндәй зыян килтерелмәй. Төркиә хөкүмәте, Ираҡ ислам дәүләте һәм Левант боевиктары ҡәберҙе урытып алыуы тураһында хәбәр алғас та, үҙенең кәшәнәне һаҡлаусы хәрбиҙәрен, шулай уҡ мавзолей артефакттарын эвакуациялай. «Евфрат Шаһ» операцияһы һөҙөмтәһендә 100 хәрби хеҙмәткәрҙәре эвакуациялана, береһе бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә һәләк була[2]. Төркиә премьер-министры Әхмәт Давутоглу, һуңғараҡ кәшәнә Сүриә территорияһына ҡайтарыласаҡ, тип белдерә[3][4] һәм ҡәбер торошо үҙгәрмәйәсәк, тип белдерә[5].

Эвакуациянан һуң төрөк армияһы мавзолейҙы шартлата. Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган хәбәр итеүенсә, хәҙер Сөләймән Шаһ саркофагы курд формированиелары контроле аҫтындағы территорияла, төрөк-сүриә сик буйынан 200 метр алыҫлыҡта, Эшме ауылы тирәһендә урынлашҡан. Яңы мавзолей төҙөләсәк түбәлә хәҙерге ваҡытта төрөк танкылары тора, ә был урынды төрөк һалдаттары сәнскеле тимер сыбығы менән уратҡандар[6][7]. Төркиә хөкүмәтенең әлеге ҡарарҙары төрөк оппозицияһы яғынан ҡаты тәнҡитләнә, сөнки улар, Төркиә үҙ территорияһының өлөшөн биргән, тип һанайҙар[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]