Эстәлеккә күсергә

С. М. Киров һәйкәле (Санкт-Петербург, Крестовский утрауы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
С. М. Киров һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Крестовский остров[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Пинчук, Вениамин Борисович[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Крестовский утрауы) С. М. Киров һәйкәле (Санкт-Петербург, Крестовский утрауы) Викимилектә

С. М. Киров һәйкәле — скульптуралы монумент. Ул Рәсәй Федерацияһының Санкт-Петербург ҡалаһында 1950 йылда ҡуйылған. Һәйкәл Санкт-Петербугтағы Крестовский утрауында Газпром Арена алдында урынлашҡан. Һәйкәл скульптор В. Б Пинчук һәм архитектор Л. М. Хидекель проекты буйынса эшләнгән, ул Совет дәүләт һәм партия эшмәкәре С. М. Кировҡа арналған. Монумент төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә булып тора[1].

1934 йылдың 1 декабрендә Ленинград ҡалаһында Ленинград ВКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары С. М. Киров атып үлтерелә. Шунан һуң тиҙҙән «Ҡыҙыл путиловец» заводына С. М. Киров исемен бирәләр, ә уның территорияһында Кировтың был заводтың эшселәре менән дуҫлығын сағылдырған һәйкәл ҡуйырға булалар. Монумент скульптор В. Б. Пинчук һәм архитектор О. К. Аршакуни проекты буйынса 1939 йылдың 6 декабрендә асыла[2].

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Крестовский утрауында ҙур стадион төҙөлә, уны төҙөтөүҙең инициаторы С. М. Киров булған була. Был стадионға С. М. Киров исеме бирелә. Стадионға табан барған аллеяның аҙағындағы осҡа һәйкәл ҡуйыу хәл ителә. Был һәйкәл В. Б. Пинчук проекты буйынса Киров заводы территорияһында ҡуйылған һәйкәлдең күсермәһе була. Һәйкәлдең архитектура өлөшөн Л. М. Хидекель башҡарған. Киров һәйкәлен асыу тантанаһы 1950 йылдың 30 июлендә завод территорияһында үтә, бер үк ваҡытта стадионда ла һәйкәл тантаналы рәүештә асыла[2].

2000 йылда иҫке стадион урынында яңы Газпром Арена бинаһын төҙөү менән бәйле һәйкәлде һүтеү планы барлыҡҡа килә[3], ләкин ул план тормошҡа ашырылмай ҡала.

С. М. Киров һәйкәлдә әңгәмә ваҡытында бөтә буйы менән баҫтырып кәүҙәләндерелгән. Ул һул ҡулы менән ғәйрәтле ишара яһап тора. Уның өҫтөндә көндәлек кейем: ярым хәрби форма, шинель һәм фуражка. Скульптура тура дүрт мөйөшлө бейек постаментҡа урынлашҡан, постамент шымартылған һоро гранит блок менән көпләнгән. Постаменттың алғы яғында «С. М. Киров» тип бронза хәрефтәр менән яҙып ҡуйғандар. Скульптураның бейеклеге 3,85 метр, постамент бейеклеге — 4,65 метр тәшкил итә[4].

Һәйкәл авторҙары Диңгеҙ буйы Еңеү паркының тирә-йүнендәге пейзажына һәйкәлде бик яҡшы яраҡлаштырып индереүгә өлгәшкәндәр. Һәйкәл стадионға алып барған аллеяның осонда аллеяны тамамлап тора[5].

  1. Закон Санкт-Петербурга № 174-27 от 05.07.1999
  2. 2,0 2,1 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятник С. М. Кирову // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
  3. Энциклопедия Санкт-Петербурга. Кирову С. М., памятник (Приморский парк Победы) 2020 йыл 24 ғинуар архивланған.
  4. Кривдина О. А. Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. 2007. — С. 151
  5. К 130-летию Великого гражданина. Памятники С. М. Кирову в Петербурге 2019 йыл 4 сентябрь архивланған. // Государственный музей городской скульптуры