Эстәлеккә күсергә

С. О. Макаров һәйкәле (Кронштадт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Памятник
Адмирал Макаров һәйкәле
Кронштадтта С. О. Макаров һәйкәле
Кронштадтта С. О. Макаров һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Кронштадт
Проект авторы Л. В. Шервуд
Беренсе тапҡыр 1910 йыл
Төҙөлөшө 19111913 йылдар
Статус
Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 781711213490006 (ЕГРОКН)
объект № 7810286000 (БД Викигида)

1913

Кронштадтта адмирал С. О. Макаров һәйкәле — монумент, 1913 йылда рус флот йөрөтөүсеһе, океанограф, поляр тикшеренеүсе, кораблдәр төҙөүсе һәм вице-адмирал Макаров Степан Осипович хөрмәтенә төҙөлгән. Һәйкәлдең проект авторы — скульптор Л. В. Шервуд. Һәйкәл Кронштадттың Диңгеҙ соборы алдындағы Якорь майҙанында урынлашҡан.

1910 йылда вице-адмирал С. О. Макаров иҫтәлегенә төҙөләсәк һәйкәл өсөн иғәнә йыйыу комитеты ойошторола, был комитеттың бер йыл эсендә һәйкәл өсөн йыйған аҡсаһы бөтә төр командаларҙың һәм экипаждың эш хаҡының 1/4 өлөшөн тәшкил итә[1]. Һәйкәл өсөн скульптор Л. В. Шервудтың проекты ҡабул ителә, ә һәйкәлгә урындаКронштадттың Диңгеҙ соборы алдындағы Якорь майҙанын һайлайҙар.

С. О. Макаровтың скульптураһы Санкт-Петербург ҡалаһындағы Карл Робекка бронза-ҡойоу заводында булдырыла[2]. Шулай уҡ бында һәйкәлдең барельефы ла эшләнгән.

Вице-адмиралдың скульптура портреты ҡуйылған гранит ҡая батша Павел I һәйкәле өсөн әҙерләнгән була, әммә уны Выборгтан Санкт-Петербургҡа баржала алып килгәндә был баржа Выборг ҡултығында һыуға бата. Бер йөҙ алтмыш тонналы ҡая һыу төбөндә йөҙ йылдан ашыу ята һәм 1911 йылда батша Николай II бойороғо буйынса изгеләндерелә. Граниттың юғары киҫәгенең өҫкө өлөшө транспортта килтергән саҡта ватылып төшә. 1913 йылдың июнендә ҡаяны Петр паркында ҡышҡы пристандан алыҫ түгел урында ҡуялар.

Пьедесталды урынлаштырыу өсөн мәрмәр менән көпләнгән база әҙәрләнә[3].

Һәйкәлдең ҡоймаһы буласаҡ якорь сынйыры һәм якоры Кронштадт хәрби округының складтарынан килтерелә.

1913 йылдың 24 июлендә (6 августа) һәйкәлде асыуҙа Николай II ҡатнаша.

Композиция һәм күләме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Скульптураның бейеклеге — 3,55 метр, постаментының бейеклеге — 5 метр.

Һәйкәл экспрессиялы башҡарылған. Әйтерһең, С. О. Макаров бына-бына хәл иткес аҙым яһарға һәм походка сығып китергә әҙер[4].

Постаменттың өс яғындағы С. О. Макаровтың тормошо этаптарын һүрәтләгән барельефтар бар. Барельефтың һул яғында төшөрөлгән суднолары менән төрөк , Рус-төрөк һуғышы ваҡытында төрөк судноһының шартлауы һүрәтләнгән. 1878 йылдың 14 ғинуарында С. О. Макаров тышҡы Батуми рейдында мина ҡоралын ҡулланыу тарихында тәүге уңышлы атаканы үткәрә. Һөҙөмтәлә дошмандың "Интибах" карабы һыуға бата. Икенсе барельефта вице-адмирал тарафынан конструкцияланған һәм уның етәкселеге аҫтында төҙөлгән «Ермак» боҙватҡысының арктикала йөҙгәне төшөрөлгән. Өсөнсө барельефта броненосец «Петропавловск»иҙың минаға эләгеп шартлауы һәм шул ваҡытта С. О. Макаровтың һәләк булыуы һүрәтләнгән.

Һәйкәлдә С. О. Макаров ҡаршыһына иҫкән елде еңеп баҫып тора, уның тураһында адмиралдың шинель салғыйҙарының елберҙәүе һөйләй. Уның аяҡтары аҫтында бронза тулҡындар күтәрелгән, улар япон диңгеҙе аждаһаһының символы булып тора, һәм диңгеҙ тулҡыны аждаһаны диңгеҙ төпкөлөнә һөйрәй[4]. С. О. Макаровтың уң ҡулы шинеле кеҫәһендә, ә һул ҡулы һауала ҡатҡан, ул, әйтерһең дә, кораблгә курс һәм эскадраға маҡсат күрһәтеп тора[5].

 

Бронза һәйкәлдең уң өлөшөндә шиғыр соҡоп яҙылған. Башта уның авторы билдәһеҙ булған, ләкин аҙаҡ Ц. А. Кюи шиғыр авторының Е. Дмитриев булғанлығын таба, хәйер, бөгөн Киев кадеттар корпусының кадеты О. Лобановский ҙа авторлыҡҡа дәғүә итеүселәрҙең береһе.

  1. Энциклопедия Санкт-Петербурга. Памятник С.О. Макарову. Дата обращения: 25 май 2008.
  2. М. Н. Барышников. Деловой мир России (21). www.booksite.ru. Дата обращения: 11 июль 2019.
  3. Токарева Л.И. Памятник адмиралу Степану Макарову // Кронштадтский вестник. — 2005. Архивировано из первоисточника 5 март 2016.
  4. 4,0 4,1 А.Н. Петров, Е.Н. Петрова, А.Г. Раскин, Н.И. Архипов, А.Ф. Крашенников, Н.Д. Кремшевская. Памятники архитектуры пригородов Ленинграда. — Ленинград: Стройиздат, 1983. — С. 576. — 615 с. — 50 000 экз.
  5. В. Ю. Грибовский. Катастрофа 31 марта 1904 года (гибель броненосца «Петропавловск»). — СПб.: Гангут, выпуск № 4, 1992. — c.49