Эстәлеккә күсергә

Табацкури күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Табацкури күле
Рәсем
Бассейн майҙаны 83,1 км²[1]
Солёность 50 mg/dm³[1]
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1991 метр[2]
Температура 24,5 °C[1]
Оҙонлоҡ 6,5 km[2]
Киңлек 4 km[2]
Вертикаль тәрәнлеге 40,2 метр
Майҙан 14,2 км²[2]
Күләме 0,2 км³[1]
Карта
 Табацкури күле Викимилектә

Табацкури (груз. ტაბაწყური) — Грузиялағы Самцхе-Джавахети крайының Боржоми муниципалитеты территорияһындағы тымыҡ тау күле. Триалет һәм хребтов Самсар һырттары итәгендә, Джавахет ҡалҡыулығында урынлашҡан.

Табацкури күле диңгеҙ кимәленән 1991 м бейеклектә урынлашҡан. Сығышы вулканға бәйле. Күлдең майҙаны 14,2 км², оҙонлоғо — 6,5 км, максималь киңлеге — 4 км уртаса тәрәнлеге — яҡынса 15,5 м, максималь тәрәнлеге 40,2 м етә. Күбеһенсә ер аҫты һыуҙары аша тәьмин ителә, шулай уҡ ер аҫты юлынан ағып сыға. Һыу көҙгөһө диңгеҙ кимәленән — 1989 м тәшкил итә.

Ярҙары башлыса текә һәм бейек, яр буйлап тупрағы ташлы һәм ҡомло-ҡырсын ташлы. Август а һыу температураһы 24,5 °С етә. Һыу үҫемлектәре аҙ. Декабрҙән апрелгә тиклем боҙ ҡатламы ята.

Бай фаунаһы позволяет развивать спорт балыҡсылығын үҫтерергә ярҙам итә. Күлдә бағры форель үрсегән, бында рипиус һәм ладога алабалығы яраҡлаштырылған. Шулай итеп, мыйыҡлы балыҡ, һаҙан, [[алабалыҡ менән урындағы балыҡсылыҡ дан тота.

Туристарға кәңәштәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Табацкури — алыҫ күл ярында айырымланып урынлашҡан грузин ауылы. Күлдең һыуы матур ҡара күк төҫтә, һүнгән вулкандар менән уратып алынған, яйлалағы елдәр арҡаһында даими тулҡынланып тора. Тирә-яғында яландар, көтөүлектәр, ҙур булмаған урман.

Урындағы халыҡ ауыл хужалығы, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Килгән сауҙагәрҙәр менән аҙыҡ-түлеккә алмашырға сыр эшләйҙәр һәм йөн эшкәртәләр. Бакурианиҙан килгән юл ҡыш көнө ҡар менән ҡаплана, көҙҙән һаҡланған аҙыҡ һәм Акхалаке менән (йәғни Бакуриани һәм Боржомиға илтеүсе өйрәнелгән юл, ҡыш көнө 6-8 сәғәт) өлөшләтә транспорт бәйләнеше арҡаһында көн күрәләр. Урындағы йорттарҙа туристарҙы ҡабул итмәйҙәр. Тик бер өй генә йәй көнө туризм менән шөғөлләнә, уҡытыусы Аси ғына, индерә. Телефоны: 599-070-697. Алдан шылтыратыр кәрәк. Уларға ат бәйгеләре ойошторолғанлыҡтан, поляк туристары йыш килә.

Бакуриани бейеклеге — 1700 м, Табацкури −1991 м, артылыштар яҡынса 2500 м тәшкил итә.

Табацкури ауылына Бакурианиҙан маршрут автобусы йөрөй. Юл хаҡы 4 лари һәм бер сәғәт барыла, юлы насар түгел. Әйтер кәрәк, тауҙар аша үтеүҙең әллә ни ҡатмарлығы юҡ, һәм күлгә тиклем йәйәү ҙә барып етеп була. Тағы ла бер файҙалы кәңәш — көтөүҙәрҙе уратыбыраҡ үтер кәрәк, сөнки уларҙың һарыҡ көтөүе һаҡлау инстикты бик көслө, һәм был бүре эттәре волкодав. Карта буйлап барһаң, 6-8 сәғәт, урын-ерҙе яҡшы белһәң, 4-6 сәғәттә йөрөп сығырға була.

  • [ Табацкури күле] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • Табацкури // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 http://sbiblio.com/biblio/content.aspx?dictid=159&wordid=1239670
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 http://bse.sci-lib.com/article108324.html