Таврия баҡсаһындағы пионер-геройҙар һәйкәле
Таврия баҡсаһындағы пионер-геройҙар һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 10 ноябрь 1962 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Таврия баҡсаһы |
Урын | Таврия баҡсаһы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | эзбизташ |
Архитектор | Алымов, Александр Иванович[d] һәм Филипп Аронович Гепнер[d] |
Бейеклеге/буйы | 4,8 метр |
Таврия баҡсаһындағы пионер-геройҙар һәйкәле Викимилектә |
Пионер-геройҙар һәйкәле — Таврия баҡсаһындағы (Санкт-Петербург) мемориаль һәйкәл. Ҡалала Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәш пионерҙарҙың батырлығына арнап ҡуйылған тәүге һәйкәл.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл Ленинград өлкәһенең № 58 Жданов урта мәктәбе (хәҙер Приморье) пионерҙары инициативаһы менән ҡоролған. Уларҙың саҡырыуы буйынса аҡса йыйыу башлана, аҡса Пионерҙар һарайы иҫәбенә инә. Шулай уҡ уларҙың өмөлә ҡатнашып эшләп алған аҡсалары ла һәйкәл төҙөү фондына индерелә. Уларҙың инициативаһын ҡаланың һәм өлкәнең башҡа мәктәптәре лә күтәреп ала.
«Аталары һәм ағайҙары менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән Ленинград һәм Ленинград өлкәһе пионер-геройҙары» һәйкәленә нигеҙ 1957 йылдың 9 ноябендә парктың иң бейек нөктәләренең береһендә һалына.
Һәйкәл һайлау урыны итеп 1956 йылда Таврия баҡсаһының һайланыуы уның Ленинград ҡалаһының мәғариф бүлегенә тапшырылыуы һәм Ҡала балалар баҡсаһы тип аталыуы менән бәйле. Ҡала паркы балаларҙың һәм ҡала граждандарының иң яратҡан ял урынына әйләнә. Баҡсала стадион, кәмә станцияһы, асыҡ эстрада, төрлө аттракциондар, игротека, күпләп уйнау майҙансыҡтары барлыҡҡа килә.
Монумент проектына конкурс 1958 йылдың мартында иғлан ителә. Беренсе турға тәҡдим ителгән 24 проекттың береһе лә тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул ителмәй. Артабанғы ярыш барышында горельефлы стела рәүешендәге «Йәш яугирҙәрҙең байраҡлы төркөмө» ҡабул ителә.
Һәйкәл асыу Бөтә Союз пионерҙар ойошмаһының 40 йыллығына 1962 йылдың 10 ноябрендә үткәрелә.
4,8 метр бейеклегендәге горельефлы стела скульпторҙар И. Н. Костюхин, В. С. Новиков һәм архитектор А. И. Алымов проекты буйынса карапачеев эзбизташынан эшләнә.
Рельефта дүрт бала һыны бар, улар ярым емерек стена янында көсөргәнешле позала тора — улар йәшенгәндәр, әммә ғәмәлгә әҙер. Уларҙың юлбашсыһы башы өҫтөндә байраҡ осон тотоп тора. Уның алдында ҡыҙыҡай ергә һыйынып ултыра — ул ҡурҡыныс тыуыу хаҡында үҙенең иптәштәренә сигнал бирергә әҙер. Юлбашсының ике яғында тьынып ҡалған ике малай нимәлер көтөп ҡатып ҡалған. Һәйкәлдең алғы яғына соҡоп яҙылған:
ЮНЫМ ГЕРОЯМ ОБОРОНЫ
ГОРОДА ЛЕНИНА
ЮНЫМ ГЕРОЯМ ОБОРОНЫ ГОРОДА ЛЕНИНА
На тыльной:
МУЖЕСТВУ,
ВОЛЕ ОТВАЖНЫХ,
ПОДВИГАМ ИХ
БЕЗЗАВЕТНЫМ,
ВСЕМ ПИОНЕРАМ-ГЕРОЯМ
ПАМЯТНИК ЭТОТ ВОЗДВИГНУТ
ЛЕНИНЦЕВ ЮНЫХ РУКАМИ
МУЖЕСТВУ, ВОЛЕ ОТВАЖНЫХ, ПОДВИГАМ ИХ БЕЗЗАВЕТНЫМ, ВСЕМ ПИОНЕРАМ-ГЕРОЯМ ПАМЯТНИК ЭТОТ ВОЗДВИГНУТ ЛЕНИНЦЕВ ЮНЫХ РУКАМИ
Стелалағы биҙәлгән яҙмалар архитектор Ф. А. Гепнер проекты буйынса соҡоп яҙылған.
Паркта «Ленпроекттың» № 11 институты алып барған реконструкция ваҡытында, 1975 йылда, гранит һәйкәл майҙансығынан һыуға ҡарай гранит күтәрмәле ауыш баҫҡыс төҙөлә[1].
2014 йылдын яҙында һәм йәйендә Ҡала скульптура музейы заказы реставрация ваҡытында һәйкәлде бысраныуҙан таҙарта, уның ярыҡтары һәм ҡупҡан урындары төҙәтелә, тишектәре эзбиз иҙмәһе менән көпләнә, шулай уҡ һәйкәл хәрефтәре биҙәлә. Яңы монумент янында газон булдырыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пионеры-герои
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ А. и. Пономарев Таврия баҡсаһы 2015 йыл 21 апрель архивланған. // Петербург Тарихы : журнал. — 2003. — № 5 (15). — 23-28 с.
Өҙөмтә хатаһы: төркөмөндәге <Иҫкәрмәләрҙә>
"История Петербурга 5 (15)" исеме менән билдәләнгән <ref>
тамғаның эстәлеге юҡ.
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "РГАКФД № 0-284486" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "Карповка 2014/03/25/166101" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Калинин Б. Н., Юревич П. П. Памятники и мемориальные доски Ленинграда: Справочник. — 3-е изд., доп. и переработ. — Л.: Лениздат, 1979. — 519 с. — 30 000 экз.
- Ерофеев А. Д., Владимирович А. Г. Скверы, сады и парки Петербурга. — СПб.: Центрполиграф, 2015. — 416 с. — (Зелёное убранство Северной столицы). — 2000 экз. — ISBN 978-5-227-05998-7.